Бөтә яңылыҡтар
Фекер
12 Ноябрь 2018, 08:44

Рәнйеү

«Башҡортостан» гәзитенән Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш райондарына сәфәре тураһында баш мәҡәләне уҡып ултырғанда (№ 125, 30 октябрь) Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының проблемалары яҙылған өлөшөнә еткәс ғәжәпләнеүемдең сиге булманы.

Учреждениеның баш табибы Виктор Семко әйтеүенсә, унда ла педиаторҙар, терапевтар, тар йүнәлешле белгестәр етешмәй икән. Быныһы, әлбиттә, бер кемгә лә сер түгел. Улар һәр ерҙә лә етешмәй. Ҡыҙығы түбәндә: ошо йәһәттән баш табип әле Башҡортостан дәүләт медицина университетында кардиолог һөнәрен үҙләштергән Йәмән студенты менән һөйләшеүҙәр алып барыуы, әгәр килешә алһалар, «ҡояшлы илдән килгән белгестең Аҡъяр халҡын йөрәк сирҙәренән дауалаясағы» тураһында белдерә.
Ошо юлдарҙы уҡыған һәр кемдең күңелендә иң тәүҙә түбәндәге һорау тыуалыр тип уйлайым: ә ни өсөн сит ил кешеһенә инәләләр икән? Кем ул? Баш табиптың күңелен нисек яулаған? Үҙебеҙҙән сыҡҡан ундай белемле ҡыҙ-егеттәр юҡмы ни? Аңлауығыҙса, яңы эшкә килгән сит ил кешеһен бәләкәй генә эш хаҡы ҡуйып дөйөм ятаҡҡа урынлаштырып булмай. Сит ил кешеһе бит ул! Әллә нимә уйлар! Ҙурыраҡ эш хаҡы, фатир бирергә кәрәк... Нимә, яҡшы оклад ҡуйып, фатир бирһәләр, үҙебеҙҙең егет-ҡыҙҙар эшкә килмәҫ инеме ни?
Кемгә нисектер, мине был юлдар ныҡ рәнйетте. Үҙебеҙҙең йәштәрҙе эшкә һанамау, кәмһетеп ҡарау итеп ҡабул иттем мин уны. Урыҫтарҙа, үҙ илендә пәйғәмбәр булмай, тигән мәҡәл бар. Шул турала һөйләмәйме был ваҡиға?