Бөтә яңылыҡтар
Фекер
12 Ноябрь 2018, 11:43

Китап уҡыу һәр саҡ файҙағамы?

Китап уҡыуҙың яҡшы икәнлеген барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Fөмүмән, китап—белем шишмәһе, тибеҙ. Әммә кеше өсөн бөтә нәмәнең дә сама менән булырға тейешлеге билдәле. Саманан үтә икән, иң файҙалы нәмәләр ҙә зыянға әйләнеп китә. Китап менән дә шулай. Релли Селленг исемле кешенең яҙмаларында ошо хаҡтағы фекерҙе уҡығас, башта күңелемдә ҡаршылыҡ билгеләре ҡалҡып сыҡҡайны. Тик уҡый һәм уйлана бара мин бының ысынлап та шулай икәнлеген танырға мәжбүр булдым. Әлбиттә, был бик нескә һәм тәрән төшөнсә. Уны ҡапылдан ғына аңлау, ҡабул итеү һәм үҙеңдә баһалау ауыр.

Китап уҡыуҙың яҡшы икәнлеген барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Fөмүмән, китап—белем шишмәһе, тибеҙ. Әммә кеше өсөн бөтә нәмәнең дә сама менән булырға тейешлеге билдәле. Саманан үтә икән, иң файҙалы нәмәләр ҙә зыянға әйләнеп китә. Китап менән дә шулай. Релли Селленг исемле кешенең яҙмаларында ошо хаҡтағы фекерҙе уҡығас, башта күңелемдә ҡаршылыҡ билгеләре ҡалҡып сыҡҡайны. Тик уҡый һәм уйлана бара мин бының ысынлап та шулай икәнлеген танырға мәжбүр булдым. Әлбиттә, был бик нескә һәм тәрән төшөнсә. Уны ҡапылдан ғына аңлау, ҡабул итеү һәм үҙеңдә баһалау ауыр.
Бына нимә ти психолог был хаҡта. Китаптарҙа һәм китап геройҙары аша тәр-биәләнгән балалар күп осраҡта китап донъяһы менән реаль донъяны бутай һәм ысынбарлыҡта ла шул йәмғиәтте, шундай кешеләрҙе, ундағы мөнәсәбәттәрҙе эҙләп йәшәй. Ә асылда бит ул донъя юҡ. Хатта булған хәл-ваҡиғаларҙы ҡулланғанда ла яҙыусы уға художестолы биҙәлеш индерә. Ундағы геройҙар идеаллаштырыла, тормоштағынан күпкә батырыраҡ, матурыраҡ, юғарыраҡ итеп һүрәтләнә. Китапта үҫкән уҡыусы шул идеалды эҙләп, йәшәйештәгеләрҙән ҡәнәғәт була алмайынса, көтә-көтә, эҙләй-эҙләй төшөнкөлөккә, өмөтһөҙлөккә бирелеп китеүсән һ.б.
Уйлап ҡараһаң, был бит ысынлап та шулай. Мин үҙем дә, мәҫәлән, китап геройҙарыма аҙ ғашиҡ булманым һәм ысынлап ундағы идеал шәхесте эҙләнем. Китаптарҙағы мөнә-сәбәттәр, ундағы кульминациялар, хис-тойғолар бураны бер ваҡытта ла мине ташлап китмәне. Ә ысынбарлыҡтағы эргәмдәгеләр күпкә ваҡ, хисһеҙ, ҡыҙыҡһыҙ кеүек тойолдо. Һәм шул нигеҙҙә барлыҡҡа килгән өмөт бөтә нәмәгә күҙемде япты, мине йәмғиәткә, йәмғиәтте миңә ҡаршы ҡуйҙы.
Шарль Перроның «Красавица и Чудовище» йәнһүрәтендәге Бель шулай китаптар донъяһында йәшәй һәм уҡығандарынан яһап алған геройын көтә. Бәхеткә ҡаршы, күп мажаралар аша булһа ла уның был батыры килеп сыға һәм улар бәхетле була. Ә бит тормош әкиәт түгел һәм күп осраҡта был герой осрамай ҙа ҡуя. Ысынында был бик ҙур трагедия ул. Бала саҡтан алып ошо осрашыуға әҙерләнгән, үҙен ошо мәлгә тәғәйенләгән әҙәм балаһының мөлдөрәмә күңеле ғазаплана-ғазаплана ҡорорға мәжбүр. Хыялдың, өмөттөң, ымһыныуҙың үлеүе тотош йән-тән торошоноң ауырыуы ул.
Китап уҡырға яратҡан, үтә лә күп уҡыған кешеләр менән һөйләшкәндә лә уларҙың шәхси бәхеттәрен таба алмауҙарын, мөхәббәт өлкәһендә лә ҡәнәғәт булмауҙарын, ғөмүмән был донъяны ҡабул итә алмағандарын аңғараһың. Уларҙың күптәре арыуыҡ йәштә булғанда ла проблемаларынан китап эсенә йәшеренәләр. Ундағы беҙҙекенә хас, әммә күпкә яҡтыраҡ һәм мәрхәмәтлерәк булған илгә ҡасып китәләр. Бәлки, был дөрөҫтөр ҙә... бәхәсле фекер, шулай бит.
Психологтың яҙғандарын уҡый-уҡый мин үҙемдәге күп хаталарҙы аңлай, төшөнә барған һымаҡмын. Һәм ысынлап китаптар донъяһына артыҡ ингәнлегемде аңлайым. Әммә был хәҡиҡәтте аңлау минең өсөн бер аҙ һуң. Мин быны шулай уҡ китап артынан китап эскән ҡыҙыма аңлатырға тырышам. Реаль донъя менән китап донъяһы араһында аңды уята алырлыҡ кәртә булырға тейеш, тип. Йәш кеше был йәшәйештә китап донъяһын эҙләп, уны тапмай күңелен төшөрмәһен, китап сюжеты, геройҙар характеры, хистәр бирелеше, ваҡиғалар сиселеше менән артыҡ мауыҡмаһын, тип.
Шулай итеп, китаптар күп сирҙәрҙән, йән сирҙәренән дауа. Һәм шул уҡ ваҡытта әлеге үк йән ауырыуын барлыҡҡа килтереүсе сәбәп тә. Параллель донъялар тураһында һөйләйбеҙ бит, был да шундай уҡ йоғонтоға, шундай уҡ мөғжизәгә эйә булған төшөнсә ул. Ҙур, бик ҙур көскә эйә ул китап һәм китап донъяһы. Ул кешене һурып алып йоторға һәм үҙендә әсир итеп тотоп йәшәтергә мөмкин. Шунлыҡтан, китап уҡығанда ла аҡыл һәм сама кәрәк. Бының өсөн баланы китап уҡыу һәм уны ҡабул итеү ҡағиҙәләренә өйрәтергә кәрәк. Был тәңгәлдә иң яҡшы ысул, уҡылған китап хаҡында бала менән һөйләшеү, уны анализлау, беҙҙең йәшәйеш, реаль ысынбарлыҡ менән сағыштырып аңлатыу, төшөндөрөү. Уҡыусы китап донъяһының ни тиклем йәмле, йәнле һәм ҡыҙыҡлы икәнлеген белергә, әммә был донъяһында йәшәргә һәм уның шатлыҡ-ҡыуаныстары, ҡайғы-хәсрәттәре менән үҫешергә тейеш. Шунда ғына китап уҡыу файҙалы булалыр... Эйе, тема бәхәсле... Кемдә ниндәй фекерҙәр булыр?