Бөтә яңылыҡтар
Фекер
22 Октябрь 2018, 17:22

Салауатҡа аҡса йәлләмәйек!

Заманалар булған элгәре,Булған илдең батыр улдары.Баш етмәҫлек эштәр башҡарғандар—Бөтә ғаләм белгән уларҙы.Миләүшә Ҡаһарманованың «Киске Өфө» гәзитенең 33-сө һанында сыҡҡан «Салауат эҙҙәре буйлап, Өфөнән Палдискиғаса» тигән яҙмаһын уҡып сыҡҡас, төрлө хистәргә бирелеп, төнөм йоҡоһоҙ үтте. Милли геройыбыҙ Салауат Юлаев тураһында яңы фильм төшөрөү инициаторҙары Фәрит Fәбитов менән Таңсулпан Бураҡаева маҡтауға лайыҡлы. Уларҙы башҡортобоҙҙоң ҡыйыу улы менән ҡыҙы тип иҫәпләйем.

Заманалар булған элгәре,
Булған илдең батыр улдары.
Баш етмәҫлек эштәр башҡарғандар—
Бөтә ғаләм белгән уларҙы.
Миләүшә Ҡаһарманованың «Киске Өфө» гәзитенең 33-сө һанында сыҡҡан «Салауат эҙҙәре буйлап, Өфөнән Палдискиғаса» тигән яҙмаһын уҡып сыҡҡас, төрлө хистәргә бирелеп, төнөм йоҡоһоҙ үтте. Милли геройыбыҙ Салауат Юлаев тураһында яңы фильм төшөрөү инициаторҙары Фәрит Fәбитов менән Таңсулпан Бураҡаева маҡтауға лайыҡлы. Уларҙы башҡортобоҙҙоң ҡыйыу улы менән ҡыҙы тип иҫәпләйем.
Фәрит Fәбитов: «Яңы фильм төшөрә башлауҙан беҙҙе матди хәл тота. Бер заман бындай мөмкинлек булыр тип ышанам»,—ти. Йәмәғәт, был мөмкинлек беҙҙән тора. Ил төкөрһә—күл була, тиҙәр. Милли геройыбыҙ хаҡында кино төшөрөү өсөн аҡса йыяйыҡ. Һәр беребеҙ 100 һум күсерһә лә, арыуыҡ ҡына сумма йыйыла. Салауат батырыбыҙҙы донъя кимәленә танытырлыҡ фильм булдырыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек!
Журналист Миләүшә Ҡаһармановаға биргән интервьюһында Фәрит: «Бөгөн заман өсөн яраҡлы фильм юҡ . 1937 йылда Пугачев хаҡында донъя күргән фильмда Салауат та үҙәк урындарҙың береһен алып тора. 1940 йылда Степан Злобин әҫәре буйынса ҡуйылған икенсе фильмда шул быуын халҡы өсөн батыр образын тыуҙырырлыҡ булыуы менән үҙенсәлекле. Ул фильм заманында әллә күпме сит ил халҡына беҙҙең милли батырыбыҙ тураһында, милләтебеҙ тураһында мәғлүмәт бирҙе»,—ти.
Салауат Юлаев тураһында кино төшөрөү—көнүҙәк мәсьәлә. Бары етәкселектең етди ҡарашы ғына кәрәк.
Салауаттың исеме тыйылған заманда ла уның хаҡында Филипп Нефедов: «Салауат тупаҫ яугир түгел, ул ғалим һәм шағир. Ул Ҡөръәнде, шәриғәт ҡанундарын белә. Егет алдында ололар ҙа хөрмәт менән баш эйә, уҡымышлылығына муллалар түгел, ахундар аптырай»,—тип яҙа.
Милли батырыбыҙҙы Эстонияла бик ҙурлайҙар, башҡорттоң милли геройы тип беләләр. Уның хаҡында легендалар, тарихтар йәшәй. Хатта Фәрит Fәбитов етәкләгән төркөм туҡланып йөрөгән таверна хужабикәһе Салауатҡа арнап шиғыр яҙған да шуны хисләнеп уҡып күрһәткән. Ә уның кейәүе «Салауат Балтик диңгеҙе ярында» тигән ҙур картина яҙған һәм музейға бүләк иткән. Тағын шундай осраҡлы ҡыҙыҡ ҡына хәл була. Яр буйындағы сиркәүҙе асып-ябып йөрөгән ҡарсыҡтан: «Был храмдың архитекторы кем икән»,—тип һорағас, ул күп уйлап тормай: «Говорят, его Салават строил»,—тип яуап ҡайтара. Икенселәр уны төҙөүҙә Салауат та ҡатнашҡан, хатта аҡса ла ҡушҡан, тиҙәр. Ысынында Салауат тотҡонда саҡта башҡорт халҡы Салауат исеменә аҡса йыя һәм шул аҡсаны Эстонияла сиркәү төҙөүгә ҡулланалар. Салауатты шул сиркәүҙең руханиҙары исемлегенә индерәләр. Был ил халҡы батыр хаҡында китаптар уҡыуын да йәшермәй.
Салауат тураһында мотлаҡ фильм төшөрөргә кәрәк. Уның өсөн материалдар бик күп. Тик матди яҡты хәл итеү кәрәк. Шуға ла барыбыҙ ҙа ярҙам ҡулы һуҙайыҡ. Салауат батыр өсөн саҙаҡа итеп булһа ла бирәйек, был бит изге һәм мөһим ғәмәл.
Йәмәғәт, тәҡдимемә ихлас ҡушылығыҙ!
Ирек Баййегетов.
Һүрәттә: Эстонияның
Палдиски ҡалаһындағы
Салауат Юлаев һәйкәле.
Фильмға аҡса күсереү өсөн реквизиттар:
Владелец: Тансулпан Дикатовна Б.
Номер счета: 40817810906007172994
Наименование банка получателя: БАШКИРСКОЕ ОТДЕЛЕНИЕ №8598 ПАО СБЕРБАНК г.УФА
БИК: 048073601
Корр.счет: 30101810300000000601
ИНН: 7707083893
КПП: 027802001
Читайте нас: