Бөтә яңылыҡтар
Фекер
1 Октябрь 2018, 15:16

Ололар иғтибарға лайыҡ

Оло быуын кешеләренә оло хөрмәт һәм ихтирам менән ҡарағыҙ, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтегеҙ. Сөнки ҡартлыҡ берәүҙе лә урап үтмәй, шуны иҫтә тотоғоҙ.Р.Х.Иҙрисов,Сибай ҡалаһының ветерандар советы рәйесе.

Бөтә Рәсәй ветерандар Советы инициативаһы буйынса төбәктәрҙә оло быуын кешеләренең матди хәле һәм социаль-көнкүреш шарттарына анализ яһалды. Сибай ҡалаһында хәлдәр түбәндәгесә: ҡалала бөтәһе 13835 пенсионер, шул иҫәптән 27 һуғыш ветераны, 341 тыл хеҙмәткәрҙәре һәм 3848 һуғыш балалары йәшәй. Өлкән йәштәге граждандарҙың 2183-ө минималь пенсия ала.
Ололар көнө айҡанлы ветерандарға бик матур ҡотлау һүҙҙәре яңғырай, уларҙы хөрмәтләйҙәр, бүләкләйҙәр. Мәҫәлән, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалында пенсионерҙарға 400-шәр һум аҡса бирәләр, «Сибайский рабочий» һәм «Атайсал» гәзиттәрен яҙҙыралар, 10 процент түләү менән санатроий-профилакторийға юллама алырға мөмкин. Кешеләр: «Был бит комбинат»,—тип әйтергә күнеккән. Әммә был ҡеүәтле предприятие бөгөн ҡыйынлыҡтар кисерә. Шулай ҙа комбинат етәкселеге үҙенең ветерандарын онотмай, уларға иғтибар бүлә, ярҙам итә. Хаҡлы ялдағыларҙы хәстәрләү тураһындағы пункт коллектив килешеүгә индерелгән, түләүҙәргә киткән сығымдар финанс планына алынған. Үкенескә күрә, ҡайһы бер предприятие һәм учреждениеларҙа ветерандарҙы ололау, хөрмәтләү тигән нәмә юҡ.
Ҡаҙна учреждениеларында ветерандар өсөн айырым сығымдар ҡаралмаған. Әммә улар йыл һайын үҙҙәренең пенсионерҙарын ҡотлау сараһын таба. Был тәңгәлдә ҡаланың һаулыҡ һаҡлау учреждениеһын башҡаларға өлгө итеп ҡуйырға була. Мәғариф ветерандарын тәбрикләү саралары бик матур үтә. Уҡыу йорттарында ла оло йәштәгеләргә хөрмәт күрһәтелә. Театр коллективында ла ветерандарға ихтирам менән ҡарайҙар. «Водоканал», «Газпром», «Башкирэнерго» йәмғиәттәре, автотранспорт предприятиеһы, һалым инспекцияһында ла эштәр яҡшы ҡуйылған. «Башҡорт колбасалары» йәмғиәте ике йыл рәттән элекке Сибай ит комбинаты ветерандарына бүләктәр әҙерләп тапшырҙы. «Ремстройцентр» йәмғиәтендә ветерандар советы эшләй башланы. Ә бына Икмәк заводы, элеватор, һаҡлыҡ банкыһы үҙҙәренең пенсионерҙарын онотҡан, күрәһең. Ололарға күп тә кәрәк түгел, аҙ ғына иғтибар күрһәтһәгеҙ, шул да етә. Һәр ойошма үҙенең хәленә ҡарай, берәүҙәр ҡотлау открыткаһы әҙерләй, икенселәр концерт ойоштора, өсөнсөләр сәй табынына саҡыра. Өлкәндәргә шулай уҡ гәзит бүләк итергә була. 2018 йылдың 2-се ярты йыллығына Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Әғ-ләметдин хәҙрәт, отец Владимир беҙҙең ветерандарыбыҙ өсөн 100-ҙән ашыу дана «Атайсал» төбәк гәзитен бүләк итеп һөйөндөрҙө. Оло йәштәгеләр өсөн «Ветеран» тип аталған Бөтә Рәсәй баҫмаһы сығарыла. Был бик кәрәкле гәзит. Республикала «Башҡортостан ветераны» тигән баҫма донъя күрә. Ул иң арзан гәзит һанала, хаҡы 6 айға—100 һумдан саҡ ҡына күбе-рәк тора. Әбйәлил районының ветерандар Советы был баҫманы 800-ҙән ашыу дана яҙҙырһа, беҙ 40 ҡына дана алдырабыҙ. Шуға күрә, ҡаланың предприятие, учреждение һәм ойошма етәкселәренә шундай үтенес менән мөрәжәғәт итәм: ветерандарығыҙға үрҙә әйтелгән баҫманы яҙҙырығыҙ. Оло быуын кешеләренә оло хөрмәт һәм ихтирам менән ҡарағыҙ, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтегеҙ. Сөнки ҡартлыҡ берәүҙе лә урап үтмәй, шуны иҫтә тотоғоҙ.
Р.Х.Иҙрисов,
Сибай ҡалаһының ветерандар советы рәйесе.
Читайте нас: