Бөтә яңылыҡтар
Фекер
13 Сентябрь 2018, 07:46

Тормош үкенестәре

Был тема нишләптер минең бар уйымды солғаны ла алды. Ҡыҙыҡлы, арбағыс сюжет кеүек. Үлем алдындағы үкенестәр тураһында яҙылған уйланыуҙар ине был. Америка хосписында оҙаҡ йылдар эшләгән Бронни Веэның күҙәтеүҙәре, ауырыуҙар менән аралашыуҙары бәйән ителгән был яҙмаларҙа. Шуныһы ҡыҙыҡлы (йәки ҡыҙғаныс): үлем алдындағы кешеләрҙең барыһында ла үкенес була һәм, иң хайран иткәне, уларҙың барыһы ла тигәндәй бер төрлө. Бер нисә тема уларҙың барыһында ла әсендергес үкенеү хисе тыуҙырған. Йәғни, ваҡыты еткәс, беҙ ҙә шул уҡ нәмәләр, төшөнсәләр өсөн үкенәсәкбеҙ булып сыға бит инде. Ә бит, уйлап ҡараһаң, беҙ ул буласаҡ үкенеүҙәр теҙмәһен кәметә лә алабыҙ кеүек. Fүмеребеҙҙең аҙаҡҡы көндәрендә нимәләргә үкенергә мөмкинбеҙ? Шулар хаҡында һөйләшәйекме?

Тормош үкенестәре
Был тема нишләптер минең бар уйымды солғаны ла алды. Ҡыҙыҡлы, арбағыс сюжет кеүек. Үлем алдындағы үкенестәр тураһында яҙылған уйланыуҙар ине был. Америка хосписында оҙаҡ йылдар эшләгән Бронни Веэның күҙәтеүҙәре, ауырыуҙар менән аралашыуҙары бәйән ителгән был яҙмаларҙа. Шуныһы ҡыҙыҡлы (йәки ҡыҙғаныс): үлем алдындағы кешеләрҙең барыһында ла үкенес була һәм, иң хайран иткәне, уларҙың барыһы ла тигәндәй бер төрлө. Бер нисә тема уларҙың барыһында ла әсендергес үкенеү хисе тыуҙырған. Йәғни, ваҡыты еткәс, беҙ ҙә шул уҡ нәмәләр, төшөнсәләр өсөн үкенәсәкбеҙ булып сыға бит инде. Ә бит, уйлап ҡараһаң, беҙ ул буласаҡ үкенеүҙәр теҙмәһен кәметә лә алабыҙ кеүек. Fүмеребеҙҙең аҙаҡҡы көндәрендә нимәләргә үкенергә мөмкинбеҙ? Шулар хаҡында һөйләшәйекме?
Кеше аҡылы менән йәшәүгә
Беҙгә йәмғиәттең фекеренә бойһоноу ғәҙәте шул тиклем ныҡ һеңгән. Йәмғиәт фекеренән тыш, беҙгә эргәбеҙҙәге яҡындарыбыҙҙың йоғонтоһо ла көслө. Мәҫәлән, ата-әсә шулай теләй, әсәй шунда уҡырға инергә, музыка менән шөғөлләнергә ҡуша, был егеткә тормошҡа сығыуҙы йәки шул ҡыҙға өйләнеүҙе хупламайҙар, һ.б. Кеше фекеренә бойһоноу беҙгә уңайлы ла. Үҙеңә уйлап торорға, баш ватырға, яңылышҡанда эстән янырға кәрәкмәй. Икенсенең аҡылы менән башҡарылған хатала кемделер рәхәтләнеп әрләргә, ғәйепте уға ябырға була. Арабыҙҙа үҙ теләктәрен һәр ваҡыт артҡа шылдыра килеп, берәй ваҡыт тормошҡа ашырына йәшерен өмөт йөрөтөп, китек күңел менән ҡалыу күптәргә хас. Бигерәк тә тыуған яҡтарынан айырылып, ситтә көн иткән ир-егеттәр үкенә икән. «Ҡасандыр бер ҡайтып, шунда йәшәрмен тип, ҡатынымды йә башҡаны тыңлап, зарығып, үҙемде бәхетһеҙ иткәнмен»,—ти икән уларҙың күптәре. Ир-егеттең кендеге ҡарын һыуы түгелгән ергә бәйле була, тигәндәре ошолор, күрәһең.
Ошоларҙан сығып, тереләргә беренсе кәңәш: күңелде тыңларға кәрәк. Уны зарыҡтырырға ярамай. Теләмәгән ерендә йәшәп, теләмәгән кешеһен йәр итеп, яратмаған эштә һәм үҙен хөрмәт итмәгән кешеләр араһында көн итеү, йәғни үҙеңде «көсләү», тәжрибә күрһәтеүенсә, яҡшы һөҙөмтә бирмәй. Бындай йәшәйештә күңел үҫмәй, ул яйлап ҡорой ҙа, кешене бәхетһеҙлек халәтенә алып килә.
Эште беренсе урынға ҡуйыу
Беҙ матди донъяла көн итәбеҙ. Йәғни, йәшәү өсөн эшләү кәрәк. Эш өсөн аҡса алабыҙ һәм шул аҡсаға аҙыҡ, кейем, комфорт һатып алабыҙ. Аҡса, билдәле, бер ваҡытта ла етмәй. Хатта иң хәлле иҫәпләнгәндәргә лә етмәй ул аҡса. Ни өсөн улай һуң? Сөнки беҙ матди ғына түгел, ә ҡатламдар бүленешенә, сағыштырыуҙарға һәм көнсөллөккә ҡоролған донъялабыҙ. Беҙгә инде ябай етешлек кенә түгел, ә башҡаларҙан юғарыраҡ, шәберәк көнитмеш кәрәк. Башҡалар был хаҡта белмәһә лә, һеҙ үҙегеҙ беләһегеҙ бит. Шул көнитмеш үҙе үк ҡапҡан. Был марафонда кеше ат кеүек яна, эшлектән сыға.
Был мәсьәлә икенсе төрлөрәк тә булырға мөмкин. Мәҫәлән, һеҙ эшләмәй булдыра алмайһығыҙ. Балаға ниҙер һатып алырға, киләһе эш хаҡынан фатирға ремонт яһарға, кредит түләргә кәрәк, һ.б., һ.б. Шул мәшәҡәттәр артынан ҡыуып, балалар ҙа, ғаилә лә, туғандар ҙа икенсе, өсөнсө планға тороп ҡала. Әлеге көндә, бәлки, беҙ быларҙы тулы мәғәнәһендә аңлай ҙа алмаҫбыҙҙыр: нисек инде, эштән мөһим нимә бар? Әммә, нисек кенә булғанда ла, үлем алдынан һәр икенсе әҙәм эште беренсе урынға ҡуйғанына, яҡындарына күберәк ваҡыт бүлмәгәненә, эш тип янып-көйөп, һаулығын бөтөрөп, кемдәр менәндер ара боҙоп, кемдәр менәндер сараһыҙҙан дуҫлыҡ тотоп йәшәүенә үкенә икән...
Хистәрҙе йәшереү
Бөтә донъя—театр, ә беҙ уның әртистәре, тип Уильям ҡарт дөрөҫ әйткән ул. Был ысынлап та шулай. Беҙ күп осраҡта ысын хистәрҙе йәшереп, яһалма хистәр менән йәшәйбеҙ. Был яһалмалыҡ ҡаныбыҙға шул ҡәҙәр ныҡ һеңгән һәм уны мәҙәниәт тип тә атай алабыҙ. Бары тик бәләкәй саҡта ғына беҙ был бығауҙарҙан азат. Мәҫәлән, балалар баҡсаһына йөрөгән сабый, кемделер яратмаһа, уның менән сәкәләшә йәки тәрбиәсеһен яратмайым тип әйтә ала бит. Хатта тәү күргән кешеһенә лә балаларҙың «Кит, мин һине яратмайым», тип әйткән осраҡтарын ишеткәнебеҙ бар. Әйтә ала, сөнки күңеле уға шулай итергә ҡуша. Күңелен тыңлай, сөнки әле тәбиғи ысынбарлығынан, тәбиғи аңынан айырылмаған. Ул үҙенең эске донъяһына, һиҙемләүенә ҡаршы килмәй. Ә беҙ уны «бер ҡатлы сабый» тигән булабыҙ. Үҫә бара кеше ана шул тәбиғилеген юғалта һәм хистәрен йәшерә белергә өйрәнә барып, өйрәнә барып, «әртискә» әйләнеп ҡуя. Күптәр, бигерәк тә әлеге лә баяғы ир-егеттәр, ҡатындарын ысын күңелдән яратмауын йәшереп йәшәй икән. Ҡатындар был хаҡта әйтергә лә мөмкин, ә ирҙәр күп осраҡта әйтә алмай һәм хисен баҫып йәшәй, тиелгән. Был, әлбиттә, минең үҙем өсөн дә бик ҡыҙыҡлы яңылыҡ булды һәм ошо хаҡта оҙаҡ ҡына уйландым. Ә бит беҙ был тәңгәлдә ир-егеттең күңеле ҡатыраҡ икән, тип уйлап өйрәнгәнбеҙ. Баҡтиһәң, киреһенсә.
Эштә йә өйҙә яратмаған кешеләрең менән аралашырға, һәр ваҡыт бәйләнештә булырға тура килеү ҙә кешене эстән иләй икән. Ә шулай ҙа үлем түшәгендәгеләр иң күп осраҡта «Эх, шуға һөйөүемде белдерә алманым» йәки «Уларҙы (балаларын, ата-әсәһен, туғандарын, ирен йә ҡатынын) яратыуымды етерлек белдерә алманым», тип үкенә икән. Ошоларҙан сығып, шундай һығымта яһайыҡ: йәшермәйек хистәрҙе. Әйҙә, улар белһен. Бәлки, яуап та бирмәҫтәр, бәлки, һеҙҙең һөйөүҙе ҡабул да итмәҫтәр, бәлки, артығыраҡ та булыр, әммә һуңынан һеҙ был хаҡта үкенмәйәсәкһегеҙ. Кем әйтмешләй, яратыу артыҡ булмай ул.
Дуҫтар менән аралашмау
Һеҙ ҡасан һуңғы тапҡыр дуҫтарығыҙ менән булдығыҙ? Осрашыу түгел хатта телефондан да һирәк кенә бәйләнешкә инә алаһығыҙ, шулай бит? Сөнки, эш, ғаилә, эш, ғаилә... һәм тағы бер тапҡыр эш, ғаилә. Ошо теҙмәлә беҙҙең тормош бер төрлөгә, төҫһөҙгә, ҡыҙыҡһыҙға әүерелә. Дуҫтар (әлбиттә, яҡшы дуҫтар) улар тормошобоҙҙо биҙәүсе төҫтәр ҙә инде. Улар менән бер ултырып алыу, бергәләп ҡайҙалыр барыу, нимәләрҙер ойоштороу үҙе үк ыңғай эмоциялар, кисерештәр барлыҡҡа килтерә. Һеҙ ана шул аралашыуҙан әллә күпмегә етерлек позитив аласаҡһығыҙ. Шунлыҡтан, алды-ғыҙҙа ял көндәре эш йә дуҫтар тигән һайлау торһа, мотлаҡ дуҫтарығыҙҙы һайлағыҙ. Хатта ғаилә лә ваҡыты-ваҡыты менән был тәңгәлдә һеҙҙе аңларға бурыслы.
Үҙеңә бәхетле булыу мөмкинлеге бирмәү
Беҙҙең бөтә тормоштоң 90 проценты хәл-ваҡиғаларҙы нисек итеп ҡабул итеүҙән һәм шуның 10 проценты ғына шул ваҡиғаларҙың ысынбарлығынан тора икән. Шунлыҡтан, юҡ-бар бәләне олоғара итеп ҡабул ит-мәй өйрәнергә кәрәк. Мәҫәлән, балаң уҡырға инә алмаған икән, илап-һыҡтап, уны ҡурҡытып, үҙегеҙ ҡайғырып ултырырға түгел, ә еңелерәк ҡарап өйрәнеү зарур. Икенсе йыл һынау тотор, уҡыу йортоноң хәле еткәндәйенә барыр, бәлки, тап ошоноң менән уның икенсе юлдары асылалыр, һ.б. Юғары аң һеҙҙе нимәнәндер сикләй йәки нимәнәндер мәхрүм итә икән, тимәк, башҡа мөмкинлектәр бирәсәк. Был юҡ, шул етешмәй, шунһыҙ ҡыйын, тип, һәр ваҡыт күгегеҙҙе һөрөмләп тормағыҙ. Һеҙ бит әле шунһыҙ ҙа йәшәйһегеҙ, ә, бәлки, ул бөтөнләй һәм бер ваҡытта ла булмаҫ? Шунлыҡтан, шунһыҙ, те-геһеҙ һәм кемдәрһеҙҙер бәхетле була белегеҙ. Бәхетле булыу тойғоһо берәүҙән дә тормай, ә һәр кешенең үҙ башындағы тойғо икән. Бәхетле итә белегеҙ үҙегеҙҙе, был яҡын-тирәләгеләрегеҙгә лә йоғонто яһаясаҡ. Һеҙҙең бәхетле булыуығыҙҙы сикләгәндән алыҫлашығыҙ, күңелегеҙҙе таҙартығыҙ, бер нәмәнең дә тотҡоно булмағыҙ. «Мин бәхетле» тип уйлағыҙ һәм шул уйҙы үҙегеҙгә һеңдереп алығыҙ. Үкенмәҫһегеҙ.
Һығымта
Уйлап ҡараһаң, ошо хәҡиҡәттәрҙең тап үлем алдынан аңға барып етеүе үҙе үк үкенесле. Ни өсөн быларҙы кеше йәшәйештә, әле шәп сағында аңламай икән? Үлем түшәгенә ятҡас, яратып, эшләп, башҡарып һ.б. өлгөрөп булмай бит инде. Ә күңелде намыҫ талай һәм кешеләр кемгәлер нимәнелер әйтеп ҡалдырырға, ғәфү үтенергә, күреп ҡалырға ашыға. Асылда, быларҙы ваҡытында ла үтәп була ине. Туҡтап, уйлап ҡараһаҡ, беҙ бит был хаҡта беләбеҙ, бары тик моңһоҙлоҡтан, ғорурлыҡтан, киләсәккә һылтаныуҙан арына алмайбыҙ. Ә ваҡыт ул иң алдатҡыс нәмә, бөгөн ул бар кеүек, ә иртәгә инде—юҡ. Һәм һиңә кәрәкле кеше лә юҡ. Иң ҡурҡынысы шунда.
Шулай итеп, кәметә алабыҙмы беҙ һуңғы көн үкенестәрен? Әлбиттә, бөгөндән башлаһаҡ...
Лилиә ИСМӘFИЛЕВА.
Читайте нас: