Бөтә яңылыҡтар
Фекер
25 Июль 2018, 17:59

Теш бәләһе

Еп-еңел заманда йәшәйбеҙ: ризыҡ мул, өҫтөбөҙ бөтөн, теләгән еребеҙгә барабыҙ, араларҙа меңәр саҡрым ятһа ла, аралашыуы ла рәхәт. Аҡсаң булһа, йәшәйешкә зарланырлыҡ түгел дә... Тик тормоштарын яҡшыртыу маҡсаты менән мутлашыусылар, еңел аҡса эҙләүселәр, ябай халыҡты алдап байыусыларҙың булыуы күңелде ҡыра.

Еп-еңел заманда йәшәйбеҙ: ризыҡ мул, өҫтөбөҙ бөтөн, теләгән еребеҙгә барабыҙ, араларҙа меңәр саҡрым ятһа ла, аралашыуы ла рәхәт. Аҡсаң булһа, йәшәйешкә зарланырлыҡ түгел дә... Тик тормоштарын яҡшыртыу маҡсаты менән мутлашыусылар, еңел аҡса эҙләүселәр, ябай халыҡты алдап байыусыларҙың булыуы күңелде ҡыра.
Күптән түгел «Ватсап»та (әлеге лә баяғы заман үҫешенең бер күренеше, был интернет селтәрендә яҙышырға ла, күҙмә-күҙ ҡарап һөйләшергә лә була) апайҙар менән теш ҡуйҙыртыу тураһында һөйләшеп киттек. Шул мәл Татарстандағыһы уның нисә һумға төшөүен яҙғас, Өфөләгеһе: «Хәҙерге заманда теш ҡуйҙырам тип яфаланырға, уларҙы игәтергә, һыҙланырға түгел, ана интернет тултырып винирҙар тәҡдим итәләр. Өҫкөгә, аҫҡы яңаҡтарға ла заказ бирҙем әле, бөтәһе 3 мең 500 һумға баҫты. Һинең 3 кенә теш 10 меңдән ашып киткән. Ана, минең кеүек винирҙарға заказ бирегеҙ. Матур ҙа, ап-аҡ та, арзан да»,—тип яҙҙы. Тештәрҙе бағыу әйберҙәре лә шул хаҡ эсендә, тине. Мин дә еңел генә, етмәһә арзанға тештәрҙе рәтләтергә күптән хыяллана инем, апайым әйткәс, тоттом да «Бәйләнештә» селтәрендәге бер төркөмдән өҫкө яңаҡ тештәренә заказ яһаным. Иғланда, әгәр бөгөн заказ бирһәң, бер винирға ташламалы хаҡ 1200 һум тиелгән. Оҙаҡ та үтмәй, Мәскәүҙән яғымлы ғына тауышлы бер ҡыҙ шылтыратты һәм минең заказдың 4 мең һумлыҡ булыуын, комплектта өҫкө яңаҡ һәм уны тәртиптә тотоу өсөн гигиена әйберҙәре булыуын белдерҙе. Иғланда хаҡ икенсе төрлө ине тиеүемде ҡыҙ ҡолағына ла элмәне. Ярай, матурлыҡ ҡорбан талап итә инде ул, 4 мең дә булдымы аҡса тинем дә ризалыҡ белдереп телефонды һалдым. Вәғәҙә иткәндәренсә, 7 көндән почтаға минең заказ килеүе хаҡында квитанция алдым. Шул мәлдә Өфөнән апайым илап шылтырата: «Заказыңды ала күрмә, минең 3,5 һумлыҡ посылкам эсендә «Колгейт» теш пастаһы ята!!!» «Ватсап»тан теш пастаһының да, квитанцияһының да фотоһын ебәрҙе. Бына һиңә кәрәкһә! 3 мең 500 һумға теш пастаһы алып ултыр сәле! Үәт, һемәйткәндәр! Иғтибар менән уҡыйым: Посылка 1 класса. Отправитель: От кого Perfect Smile Veneer 1290 (ООО «Онлайн Решение», ЕСПП 051736). Откуда Ставропольский край, р-н Минераловодский, г.Минеральные Воды, пр-кт 22 Партсъезда, д.28. индекс отправителя 357203.
Ярай әле мин квитанциямды тотоп почтаға йүгермәгәнмен. Мине лә «кәкре ҡайын»ға һөйәрҙәр ине.
Теш матурлыҡ өсөн генә түгел, ашар өсөн дә кәрәк бит әле, стоматология поликлиникаһына барайым, тешем дә булыр, түккән аҡсамдың мәнфәғәтен дә күрермен...
Гөлдәр Иҙрисова.