Эшем кешеләр менән аралашыуға бәйле булғас, әңгәмә барышында әҙәмдең ҡылыҡтары менән эске донъяһының бәйләнешен тойорға тырышам. Тик яҡшы, дөрөҫ ғәмәл ҡылғандарҙың йөҙҙәре яҡты, ундайҙар үҙҙәрен бәхетле, иркен тоя. Яңылыш юлда йөрөгәндәр, уйҙарында тик яуызлыҡ йөрөткәндәр көнләшеүсән, үпкәсел була, уларҙың күңелдәре лә китек.
Үҙем дә фәрештә түгелмен. Донъя булғас төрлө хәлдәр булып китә. Әммә шуға айырым иғтибар итәм: берәй балаға кәнфит тоттороп, уның йылмайыуын күрһәм, йә иһә шуның ише берәй бәләкәй генә изгелек ҡылһам, кәйеф күтәрелә, юл уңа, эштәр көйлө бара. Дауаханала йәки магазинда сиратта торғандамы, икенсе урындамы һүҙгә килешһәм, көнө буйына күңелһеҙ йөрөлә, ҡулға ла эш бармай. Яп-ябай логика: яҡшылыҡтар ҡыл—күңелең көр, кәйефең булыр. Тик ниңә һуң әйләнә тирәбеҙҙә бәхетһеҙҙәр бик күп? Нимә улар ябай хаҡиҡәтте аңламаймы? Нимә яҡшы, нимә дөрөҫ икәнен белмәйҙәрме? Ысынлап та, нимә дөрөҫ, нимә насар һуң?
Ҡылығыңдың яҡшы, яман булыуы уны эшләгәндән һуң ғына беленә. Эшләнең һәм унан һуң рәхәтлек тойғоһо кисерәһең икән, тимәк был дөрөҫ. Әгәр юҡ икән, юҡтың аты ла юҡ. Был хаҡиҡәткә математика ҡағиҙәһе кеүек ятлап алып таянып булмай. Уны күңел аша үткәреп, тойоп ҡына була. Конфуцийҙың: «Һинең менән нисек мөғәмәлә итеүҙәрен теләйһең, кешеләргә лә шундай мөнәсәбәт ҡыл»,—тигән хаҡ һүҙҙәренә таянып эш итһәк, бөтә нәмә үҙ урындарына тора кеүек. Кешене йәберләргәме иҫәбең? Үҙеңә әшәке һүҙҙәр әйтһәләр, оҡшармы? Берәйһен алдарға теләйһеңме? Һине алдаһалар яҡшы буламы? Йәки, киреһенсә, берәйһе яҡшы һүҙ ҡушһа, бүләк бирһә, көтмәгәндә сюрприз эшләһә, ҡыуанаһыңмы? Кемдеңдер хәстәрен, иғтибарын тойоу рәхәт, әлбиттә. Ә нишләп һуң кешелек тап киреһенсә юл ала? Үрҙә әйтеүемсә, эшем буйынса бик күптәр менән аралашам. Ҡайһы берәүҙәр күмәк кеше араһында йөрөһә лә, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә меңәр дуҫы торһа ла был тормошта япа-яңғыҙ. Кешеләргә мөхәббәт, хәстәр, иғтибар, уларҙы тыңлау һәм ҡабул итеү етешмәй бөгөн. Күптәр үҙҙәренә етмәгәнде ситтән көтә, әммә өмөттәре аҡланмай һәм улар үҙ-үҙҙәренә тағы ла нығыраҡ йомола.
Хәҙерге заманда ғаиләләге низағтар, талаш-тартыш, йәмәғәт урынында иреш, йәберләү, алдаҡ, хыянат, башҡаларҙы ишетергә теләмәү, эгоизм берәүҙе лә хафаға һалмай. Кемерово ҡалаһының «Ҡышҡы сейә» сауҙа-күңел асыу комплексындағы фажиғәлә лә үҙ ғүмерен генә ҡайғыртҡандар арҡаһында йөҙгә яҡын кеше һәләк булды. Ут ялмап алған бинаның бикле ишектәре артында ҡалған бер гонаһһыҙ изге йәндәр тереләй өтөлгәндә ғазаплы әрнеүҙәре кешелектең ҡырҡ йоҙаҡҡа бикле күңелдәрен астымы? Күҙҙәребеҙ генә түгел, аңдарыбыҙ томаланып, бәйелебеҙ аҙып донъя малын табам, кеҫәләрем ҡалынайтам тип һеләгәйҙәребеҙ ағыҙып сәбәләнеүебеҙ—ошо тиклем ҡорбандарға торошломо һуң? Йәндәре йәннәттә булһын мәрхүмдәрҙең. Fүмеребеҙҙең, яҡындарыбыҙҙың ҡәҙерҙәрен көн һайын белеп кенә йәшәһәксе. Һәр ваҡыттағыса ауыр ҡайғы елдәре ишектәрҙе шартылдатып япҡан мәлдә генә аңыбыҙға килмәһәксе.
Ҡыҙғанысҡа күрә, ХХI быуатта мөхәббәтһеҙлек модала шул. Интернет селтәрен асһаң, енси яҡынлыҡтың әллә нисәмә йөҙ төрөн өйрәтәләр, әммә уларҙың береһендә лә мөхәббәт иҫәпкә лә алынмай. Бер-береңде нисек яратырға ла өйрәтелмәй, бары енси ҡәнәғәтлек кенә беренсе урынға ҡуйыла. Йәмәғәт бәләкәстән беҙҙе тик үҙеңде ҡайғыртырға ғына, берәүгә ышамаҫҡа өйрәтә. Ата-әсәләрҙең өгөт-нәсихәтен иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле: «Таныш булмаған кешеләр менән һөйләшмә», «Мәктәптә береһенә лә асылып хәбәр һәйләмә, ғәйбәт таралыр», «Шул-шул шылтыратһа, мине өйҙә юҡ тип әйт». Һеҙгә шулайтып өйрәтмәнеләрме? Беҙҙе өйрәттеләр. Туҡһанынсы йылдарҙа кешеләр шулай бер-береһенә ышанысты юғалтты. Хәҙер, әлбиттә, криминал һәм үҙгәртеп ҡороу осоро үтте. Әммә ҡараштар шул уҡ ҡалды.
Үҙгәреүсән ҡулланыу мәҙәниәте лә кешелекте төп асылыбыҙҙан айырып яңынан-яңы әйберҙәргә ылыҡтыра: айфон, ҡыйбатлы Mercedes, Ferrari автомобилдәре, баш ҡала үҙәктәренән элиталы торлаҡ, Dolce&Gabbana коллекцияһының яңы ғына сыҡҡан сумочкалары… Һәм кешеләр иҫтәре китеп шуларҙы алғыһы килә, күп осраҡта уларҙың ни өсөн, нимәгә кәрәклеген дә аңламай. Ысынлап та, мәңге автомобиль тығыны торған, экологик яҡтан бысраҡ ерҙәге хаҡы яҡын барырлыҡ булмаған үҙәктәге фатирҙы нишләп һатып алаларҙыр? Һораһаң, быға үҙҙәре лә яуап бирә алмай, телевизорҙан бер туҡтауһыҙ шулай шәп, шулай яҡшы тип ҡабатлайҙар бит. 45мең һумлыҡ туфли нимәгә ул? Ул бит модалы бренд…Ә анау кешенең аяҡ кейеме 100 мең һумлыҡ әле! Ошо ҡыйбатлы әйберҙәр артынан ҡыуа-ҡыуа бәғзеләр карьера яһай, бер-береһенең башы аша атлай, бер-береһен ошаҡлай, һата, интрига ҡора... Ә һуңынан ғүмер ахырында үҙенән һуң моданан сыҡҡан ҡыйһайҙан башҡа бер ни ҡалмауын ҡарап был донъяла дөрөҫ йәшәмәүен аңлай... Яңынан йәшәү мөмкинлеге бирелһә, хаталарын бик төҙәтерҙәр ине лә бит, әжәле боғаҙынан алған булып сыға.
Теге донъяға ҡылған изгелектәреңдән тыш сүпте лә алып китеп булмағанды кешеләр имен-һау саҡтарында ла яҡшы аңлай ул. Шулай ҙа улар ҡулдарынан килгәндә тип һаман карьераны беренсе урынға ҡуя, ғаиләһенә, дуҫтарына, яҡындарына, күңеленә ятҡан нәмәләргә ваҡыт тапмай. Хәлле йәшәгән кешеләр байлығын арттырыуҙы ғына ҡайғырта. Байыу тигәс, бер хәл иҫкә килеп төштө. Бер ҡатын ире менән ирешеп ярашҡан һайын алтын алдыра. Хәҙер бармаҡтарында икешәр балдаҡ, муйыны ҡат-ҡат эленгән сылбырҙан алға элмәйеп киткән. Нимәгә һиңә был тиклем алтын тиһәм, кешеләр мине бай тип уйлаһын өсөн ти. Нишләп кешелә ундай уй тыуҙырғыһы килә икән? Күңелең ярлы булһа, алтындан күлдәк кейһәң дә, байлығың ҡойолоп торһа ла, тормошоң яҡшыға үҙгәрмәй бит. Эйе, алтыны күп ул ҡатындың, әммә балаһы зәғиф. Күңеленең китек урынын алтын менән ямап маташа, минеңсә, ул бисараҡай. Тағы бер ханымды беләм. Кеше араһында бай күренер өсөн затлы тундар кейә, матур кейенә, ҡиммәтле биҙәүестәр ала, ә үҙенең фатиры юҡ, торлағы ҡуртымға алынған. Был нимә: үҙ-үҙеңде алдаумы, әллә йәмғиәттә үҙ урыныңды табырға тырышыумы?
Байлыҡ тураһында һүҙ киткәс, үҙебеҙ ҙә, бай уҡ булмаһаҡ та, һәүетемсә, ҡулыбыҙҙан килгәнсә, тырышып донъя көтәбеҙ. Бынан 15 йыл элек ҡала янындағы ҡасабанан ер участкаһы алып, бәләкәй генә аласыҡ төҙөп сыҡтыҡ. Үҙ ҡыйығыбыҙ булыуға нисек ҡыуанғанды белһәгеҙ! Эйе, ҡыйығыбыҙ булды, әммә йәшәү шарттары бөтөнләй юҡ ине. Һыуҙы ике саҡрым алыҫлыҡта ятҡан күрше ауылдан ташыйбыҙ. Электр уты юҡ, сөнки бағана һуҙылмаған. Мейескә ут яғып өкәләгебеҙҙе йылытабыҙ. Техникабыҙ юҡ, юл юҡ, телефон юҡ. Бер нәмә лә юҡ. Оло юлға сығып автобусҡа ултырып ҡалаға китеү өсөн туҡталышҡа ярты сәғәтләп арба юлынан атлап барырға кәрәк. Эргә-тирәбеҙҙә үҙебеҙ кеүек йәш балалы ғаиләләр бер нисәү ине. Шуларҙың береһендә генә мунса булды. Ял көнөбөҙ шул «дөйөм» мунсаға һыу ташып йыуыныу, кер йыуыу менән үтә ине. Бөтәбеҙ ҙә бәләкәй генә усаҡлыҡтарҙа көн итәбеҙ, ҡойма, ҡапҡалар юҡ, бер-беребеҙҙе үтә күреп торабыҙ. Күңел һыйһа, башҡа ергә урын табыла икән, йәшәү шарттарыбыҙ насар тип торманыҡ, шул тиклем ҡатыштыҡ, бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа йөрөштөк, өмәләр яһап, күмәк эш эшләнек, бик күңелле йәшәнек. Тора бара беҙҙең яҡҡа ла цивилизация килде. Яйлап бөтә ғаиләләр ҙә ҙур йорт һалды, бейек ҡоймалар, хан һарайҙарыныҡы кеүек ҡапҡалар менән бер-береҙҙән көпләндек. Өйҙәргә газ, һыу үтте, автомат кер йыуыу машинкалары кер йыуа, мультиварка ашарға бешерә, һәр йортта хатта икешәр машина, балалар үҫеп бөттө... Ә беҙ ҡатышмайбыҙ, күрешмәйбеҙ. Күршенең хәлен белешергә лә ваҡыт юҡ. Ваҡыт беҙҙе үҙгәрттеме, әллә үҙебеҙ эреләндекме? Тормош артынан ҡыуып, аҡса, аҡса тип сабып күңелдәребеҙ ҡатып, йөрәктәребеҙ ҡапланып бөттө, шикелле. Донъяларыбыҙ бөтәйҙе бөтәйеүен. Ә ул ҡәһәрле аҡса тигән нәмә һаман етмәй. Модалы кейенеү түгел, ашарға ҡалмай ҡай саҡ. Шунан башлана өҙгөләнеүҙәр—кредит алыу, икенсе эшкә урынлашыу, комплекстар, стрестар, талаш-тартыш, үҙ тормошоңдан ҡәнәғәт булмау. Бындай хәлдә ниндәй мөхәббәт? Башың имен булһа бик шәп.
Дауамын гәзитебеҙҙең 17-се һанында уҡығыҙ.