Бөтә яңылыҡтар
Фекер
19 Сентябрь 2017, 11:22

БӨГӨНДӘН МӘКТӘПКӘ ӘҘЕРЛӘ...

Балағыҙға быйыл 6 йәш туламы? Тимәк, икенсе йыл мәктәпкә барырға. Ҡыҙ йә улығыҙҙы бөгөндән әҙерләй башларға кәрәк. Ошо юҫыҡта кәңәштәр биреп үткем килә.Мәктәпкә барыу менән баланың тормошонда яңы этап башлана. Был мөхиткә өйрәнеү, тиңдәштәр менән мөнәсәбәт булдырыу бурысы ҡуйыла. Ата-әсәне лә яуаплы осор көтә. Шуға ла бик иғтибарлы булырға, килеп тыуған хәлдәрҙе сабыр ғына хәл итергә өйрәнеү кәрәк.Иң тәү сиратта баланың телмәрен үҫтереү талап ителә. Бының өсөн картиналар, художестволы әҫәрҙәр ҡулланырға кәңәш итер инек. Һүрәткә ҡарап, уны тасуирларға ҡушығыҙ, төрлө һорауҙар бирегеҙ. Берәй хикәйә уҡығандан һуң да һорауҙар биреп, балағыҙҙың хәтерен, телмәрен тикшерегеҙ. Мәҫәлән, бында һүҙ нимә тураһында бара? Ниндәй яңы нәмәләр тураһында белдең? Әкиәт геройы хаҡында нимә әйтә алаһың?

Балағыҙға быйыл 6 йәш туламы? Тимәк, икенсе йыл мәктәпкә барырға. Ҡыҙ йә улығыҙҙы бөгөндән әҙерләй башларға кәрәк. Ошо юҫыҡта кәңәштәр биреп үткем килә.
Мәктәпкә барыу менән баланың тормошонда яңы этап башлана. Был мөхиткә өйрәнеү, тиңдәштәр менән мөнәсәбәт булдырыу бурысы ҡуйыла. Ата-әсәне лә яуаплы осор көтә. Шуға ла бик иғтибарлы булырға, килеп тыуған хәлдәрҙе сабыр ғына хәл итергә өйрәнеү кәрәк.
Иң тәү сиратта баланың телмәрен үҫтереү талап ителә. Бының өсөн картиналар, художестволы әҫәрҙәр ҡулланырға кәңәш итер инек. Һүрәткә ҡарап, уны тасуирларға ҡушығыҙ, төрлө һорауҙар бирегеҙ. Берәй хикәйә уҡығандан һуң да һорауҙар биреп, балағыҙҙың хәтерен, телмәрен тикшерегеҙ. Мәҫәлән, бында һүҙ нимә тураһында бара? Ниндәй яңы нәмәләр тураһында белдең? Әкиәт геройы хаҡында нимә әйтә алаһың?
Кескәйҙәргә арналған бер әҫәр уҡығандан һуң сағыштырыуҙарға, эпитеттарға, синонимдарға, антонимдарға иғтибар итергә өйрәтегеҙ. Рифмалар табыу ҙа файҙалы. 6-7 йәшлектәр эпитеттар уйларға ярата. «Ҡар ниндәй?» һорауына, тәүҙә: «аҡ», «һалҡын» тип яуаплаһа, тора бара «көмөштәй ҡар» тип тә әйтер. Синонимдар менән иһә баланың телмәрен тағы ла байытып була. Мәҫәлән, «ҡурҡа» һүҙен ниндәй һүҙ менән алмаштырырға мөмкин? «Шөрләй, өркә, хәүеф-ләнә»... Бала өсөн һүҙҙәр эҙләү бик ҡыҙыҡлы буласаҡ. Антонимдар менән дә эшләгеҙ. Әйтәйек, «Бысаҡ үткер була һәм....» Бәләкәстәр был һөйләмде ихлас тамамлап ҡуйыр: «үтмәҫ була».
Балалар «Был нимә? Уйлап тап» уйынын ярата. Бында инде һеҙ, өлкәндәр, сифаттар ҡулланаһығыҙ. Мәҫәлән, «Эре, һутлы, ҡыҙыл, баҡсала үҫә. Нимә ул?». Ул—помидор. Шулай уҡ йомаҡтар, мәҙәктәр, шиғырҙар, һанашмаҡтар ҙа баланың телмәрен үҫтерер. Берәй хикәйә, әҫәр, әкиәт уҡығанда мотлаҡ ят һүҙҙәрҙе аңлатып барығыҙ. Мәҡәлдәр, әйтемдәр ҙә ҡулланығыҙ.
6-7 йәшлек бала телдең грамматик төҙөлөшөн төшөнә башлай. Әлбиттә, хаталар ҙа осрай. Килеш ялғауҙары, ярҙамсы һүҙҙәр дөрөҫ ҡулланылмауы ихтимал. Иғтибарлы булып, ваҡытында төҙәтеп, өйрәтеп барырға кәрәк. Бының өсөн төрлө һорауҙар биреп, күнекмәләр эшләү зарур. Мәҫәлән, «Кемдең ҡойроғо оҙон һәм йомшаҡ?»,—тигән һорауға, бала «төлкөнөң» тип яуап ҡайтара.
Fөмүмән, бәләкәстәрҙең һүҙлек запасын үҫтереү мөһим. Балағыҙ телмәрендә етешһеҙлек бар икән, ваҡытында белгестәргә мөрәжәғәт итеү фарыз.
Нәзилә Байморатова, «Баҙлауыҡ» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.