АТАЙСАЛ
-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
8 Сентябрь 2017, 17:06

ДОНЪЯ КҮРЕП, ХАЛЫҠТАРҘЫ БЕЛЕП...

Күп кенә илдәр һәм халыҡтар хаҡындағы тарихты, мәғлүмәттәрҙе сәйәхәтселәр яҙып ҡалдырған. Беҙҙең хаҡта ла Ибн-Фаҙлан кеүек донъя гиҙеүселәрҙең яҙмалары бар. Һәм, минең уйлауымса, иң тоғро мәғлүмәттәр тап ана шул ситтән килгән күҙәтеүселәр тарафынан бирелә ул. Уларға кемгәлер ярарға йәки оҡшарға кәрәкмәй, күргәндәрен-кисергәндәрен, сағыштырыуҙарын ғына яҙалар. Мин дә быйыл аҙ ғына булһа ла сәйәхәт иттем, ят ерҙәр, ят халыҡтар менән аралаштым. Һәм, һөнәремә тоғро ҡалып, һәр күҙгә ташланғанды күҙәтергә, һорашырға, белергә тырыштым. Шул күргәндәрҙе үҙебеҙ менән сағыштырҙым һәм ҡай бер нәмәләргә шатландым да, эсем дә бошто. Абхазия һәм Абхазияға яҡын булған Адлер, Сочи кеүек Ҡара диңгеҙ ярына теҙелгән ҡалаларҙа күберәген абхаз һәм әрмән халҡы йәшәй икән (әлбиттә, үҙҙәре әйтеүенсә, тау халҡының тағы ла 12-15 төрө бар унда). Башлыса христиандар, мосолмандар 16 процент тирәһе генә. Әрмәндәр Әрмәнстандың әрмәндәре түгел, телдәре лә, ғәҙәт-йолалары ла башҡа. Абхаздар христиан динендәләр, сиркәүгә йөрөйҙәр, әммә Иисусҡа табынмайҙар. Сиркәүгә йөрөүселәр ҙә тик ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр, аңлауымса, бындайға бөтөнләй ваҡыт әрәм итмәй. Уларҙа дөйөм Алла төшөнсәһе бар, ә нығынған дини йүнәлеш юҡ. Һөйләшеп ултырғанда хатта христиан дине лә уларға яңылыш ҡына бирелгән кеүек. Беҙ туҡтаған хужалар Абхазия әрмәндәре булып сыҡты. Беҙҙәге кеүек үк кинйә улдарын башлы-күҙле итеп төп йортта алып ҡалған ғаилә. Йәштәрҙә бер-бер артлы өс ир бала үҫеп килә. Йәшәгән урындары диңгеҙҙән башланып ҡапыл үргә күтәрелгән бейек тау итәгендә. Асылда диңгеҙ ярында күҙ күреме арала тигеҙлек юҡ та. Ана шул тау итәгендә 8-10 сутый ғына ерҙәрҙе биләп, ҡарлуғас оялары шикелле итеп йорттар төҙөп бөткәндәр.

Күп кенә илдәр һәм халыҡтар хаҡындағы тарихты, мәғлүмәттәрҙе сәйәхәтселәр яҙып ҡалдырған. Беҙҙең хаҡта ла Ибн-Фаҙлан кеүек донъя гиҙеүселәрҙең яҙмалары бар. Һәм, минең уйлауымса, иң тоғро мәғлүмәттәр тап ана шул ситтән килгән күҙәтеүселәр тарафынан бирелә ул. Уларға кемгәлер ярарға йәки оҡшарға кәрәкмәй, күргәндәрен-кисергәндәрен, сағыштырыуҙарын ғына яҙалар. Мин дә быйыл аҙ ғына булһа ла сәйәхәт иттем, ят ерҙәр, ят халыҡтар менән аралаштым. Һәм, һөнәремә тоғро ҡалып, һәр күҙгә ташланғанды күҙәтергә, һорашырға, белергә тырыштым. Шул күргәндәрҙе үҙебеҙ менән сағыштырҙым һәм ҡай бер нәмәләргә шатландым да, эсем дә бошто.
Абхазия һәм Абхазияға яҡын булған Адлер, Сочи кеүек Ҡара диңгеҙ ярына теҙелгән ҡалаларҙа күберәген абхаз һәм әрмән халҡы йәшәй икән (әлбиттә, үҙҙәре әйтеүенсә, тау халҡының тағы ла 12-15 төрө бар унда). Башлыса христиандар, мосолмандар 16 процент тирәһе генә. Әрмәндәр Әрмәнстандың әрмәндәре түгел, телдәре лә, ғәҙәт-йолалары ла башҡа. Абхаздар христиан динендәләр, сиркәүгә йөрөйҙәр, әммә Иисусҡа табынмайҙар. Сиркәүгә йөрөүселәр ҙә тик ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр, аңлауымса, бындайға бөтөнләй ваҡыт әрәм итмәй. Уларҙа дөйөм Алла төшөнсәһе бар, ә нығынған дини йүнәлеш юҡ. Һөйләшеп ултырғанда хатта христиан дине лә уларға яңылыш ҡына бирелгән кеүек.
Беҙ туҡтаған хужалар Абхазия әрмәндәре булып сыҡты. Беҙҙәге кеүек үк кинйә улдарын башлы-күҙле итеп төп йортта алып ҡалған ғаилә. Йәштәрҙә бер-бер артлы өс ир бала үҫеп килә. Йәшәгән урындары диңгеҙҙән башланып ҡапыл үргә күтәрелгән бейек тау итәгендә. Асылда диңгеҙ ярында күҙ күреме арала тигеҙлек юҡ та. Ана шул тау итәгендә 8-10 сутый ғына ерҙәрҙе биләп, ҡарлуғас оялары шикелле итеп йорттар төҙөп бөткәндәр. Тар ғына юлдар буйлап үргә үрмәләгәндә төҙ генә итеп баҫып та тороп булмай, ә ҡапҡаларҙы асып инһәң—ихата тип-тигеҙ итеп эшләнеп, ялпаҡ таш менән ябылған (замансараҡтарҙа асфальт). Бер кешелә лә бер ҡатлы ғына йорт юҡ. Йорттар таштан йәки нисектер иҙелмә ҡойоп блоклап, мотлаҡ, подваллы һәм ике-өс ҡатлы итеп төҙөлгән. Йорттан һәм урталағы йәйге ашау урыны булған веранданан тыш бөтә ер баҡса. Сәскәләрҙең ниндәйе, емеш ағастарының ҡандайы ғына юҡ. Виноградтарҙың төрлө сорты үрмәле гөл булып ҡоймаларҙы, өйҙө уралтҡан. Ә үҙҙәрендә ер насар. Быны хужабикә лә әйтте. Тупраҡтары ҡомло-балсыҡлы, тәмләп ҡараһаң тоҙло булып, үҫемлектәргә бармай икән. Баҡса үҫтереү өсөн ерҙе һатып алалар! Һатып алынған тупраҡта шундай ожмах баҡсаһы тота уңған хужабикә. Тупраҡ ҡәҙерлелер, күрәһең, эте бикле торған еренән килеп сығып, бер гөл көршәген ауҙарғайны, һепереп кенә ташлау урынына, бөртөгөнә тиклем йыйып, ярсыҡтарынан арындырыу өсөн ситке аша үткәреп алды. Быны күҙәтеп ултырған мин көләм. Хужа әйтә: «Һеҙҙәге ерҙәр беҙҙә булһа, шул ерҙәрҙән дүрт аяҡтан тормай эшләр, әллә нимәләр үҫтереп алыр инек»,—ти.
Хужабикә пенсиялағы апай, өйҙәренең бер ситендәге бүлмәләрҙә йәшәгән ял итеүселәрҙе ҡарай. Һигеҙ бүлмә тапшырыла. Был торлаҡтарға ихатанан айырым баҫҡыс буйлап күтәреләһең. Хужалар таңғы биштә тора, шул мәлдә бер-бер артлы ике машина тоҡандырыла, мин шуларҙың тауышына уянам. Хужабикә улы менән ирен оҙата ла, баҡсаһына һыу ҡоя башлай, ап-аҡ итеп керҙәр, постель йыуып элә. Мин дә иртә торам, әммә верандаға төшкәнемсә ул был эштәрен башҡарып бөткән була. Мине күреп ҡыуанып китә. Әллә ҡунаҡтарҙы шулай хөрмәтләүҙәре микән. Икәүләшеп өҫтәл артында ултырып алабыҙ, яйлап һөйләшеп. Ул сәй эсмәй инде. Fөмүмән, ул халыҡ сәй эсмәй икән. Минең сәғәттән ашыу бер үҙем аяҡ һоноп ултырып сәй эсеүемде ҡыҙыҡ күрәләр. «Башкирия за чай села»,—тиҙәр. Хужабикә кофе бешереп бирһә, ул бәләкәй генә сынаяҡты ике йотоуҙа эсәм дә ҡуям, уныһын да әселегенән сытырайып көсләп йотам, тегене үпкәләтмәйем тип. «Кофены улайтып эсмәйҙәр, ауыҙҙа тәмен татып ҡына, һурып ҡына йотоу кәрәк, ә һин ағыу эскән һымаҡ күҙ йомоп төп күтәрәһең»,—тип өйрәтә көлә-көлә.
Хужабикә иртәнән кискә тиклем аяғөҫтө. Көнө буйы эҫелә әлһерәп, әммә әкрен генә эшләп йөрөй. Йәшәүселәренең бүлмәләрен тәрбиәләй, көнөнә нисәлер тапҡыр баҡсаһына һыу һибә, өҙлөкһөҙ ашарға бешерә, ейәндәрен көтөшә. «Нишләп аҙыраҡ ятып тормайһығыҙ, һеҙ оло кеше лә инде»,—тиһәм: «Юҡ, ятҡан һайын шулай өйрәнелә, үҙеңде йәлләргә ярамай, ҡартайған һайын күберәк хәрәкәт итергә тейешбеҙ. 83 йәшлек әсәйем әлеге мәлдә тауҙарҙа йүгереп йөрөп кәзәләрен һауып ала, үҙ аллы донъя көтә»,—тип һөйләй. Диңгеҙгә такси менән төшөп-менеп йөрөгән ҡатындарҙан көлә. Диңгеҙ тигәндән, ерле халыҡ артыҡ һыу инеп бармай икән. Хужабикәнең 15 йылдан ашыу диңгеҙгә яҡын барғаны ла юҡ. Мин уны тәҙрәнән күрәм, шауын ишетәм—еткән, тип кенә ҡуя.
Ирҙәр иртәнән кискәсә эштә, тип әйттем бит инде. Өлкән хужа дәүләт автобустарында водитель, улы шәхси микроавтобусында туристарҙы төрлө ерҙәргә алып йөрөтә, үҙе гид ролен дә үтәй. Беҙҙе лә Абхазия тауҙарына алып барҙы. Мәмерйә, шарлауыҡ, тарлауыҡ, күл, тау, башня, ниндәйҙер ҡәлғәләр ҡалдыҡтарының барыһының да тарихтарын, легендаларын белә һәм бик мауыҡтырғыс итеп һөйләй. Ҡыҫҡаһы, теге яҡҡа ҡараһаң да нимәлер аңлата, был яҡҡа ҡараһаң да күҙең төшкәнгә ҡылыҡһырлама бирә. Русса теле шыма, үҙ телендә һәм тағы ла әллә нисә төрлө тау халҡы телдәрен белә. «Ул хәтле тарихты ҡайҙан өйрәндегеҙ, уҡынығыҙмы?»—тип һорайым. «Беҙҙә уларҙы барыһы ла белә, алты йәшлек улымдан һорағыҙ, күптәрен ул да белә. Ир баланан ололар нимәгә төртөп күрһәтһә лә, ул уның тарихын белергә тейеш»,—тип тә аптыратты.
Fаиләләге ирҙәр алһыҙ-ялһыҙ эштәләр, шуның араһында тағы ла бер кәсептәре бар. Баҡсаның төбөндә ултырған оло ағас мискәләрҙә виноград, әсе алма һәм тағы ла ниндәйҙер бер емештән (исемен хәтерләп ҡалмағанмын) шарап әсетәләр. Шул шараптың әсеү кимәленең бер өлөшөндә унан чача тигән көслө иҫерткес эсемлек ҡыуалар. Аңлауымса, беҙҙәге самогон кеүегерәк эшләнә ул, тик үҙенән емеш еҫе килә. Ана шул шарапты һәм чачаны һаталар. Хужабикә ҡараңғы төшкәс ҡайтып ингән ир-егеттәренә «шунса-шунса адресҡа заказдар бар» тип әйтә лә, улары йәһәт кенә таратып сыға. Бер аҙнала ла аҙ килем алманы улар был сауҙанан.
Fаиләлә өс ир бала үҫә, тигәйнем. Өлкәненә—6, икенсеһенә—4, кеселәре имсәк бала. Килен кеше бәләкәсенән бушай алмай, уныһы бик мыжыҡ күренә. Алты йәшлек малай мин торғанда инде урамдың түшәмен йыуып йөрөгән була. Һабынын күпертеп, щеткалап йыуа(!). Унан ситке кәртә эсендәге һунар эттәрен ашата, шуларҙы һыу менән ҡойондора, тарай. Ҡустыһын эйәртеп велосипедтарын этеп ҡайҙалыр барып киләләр. Бер шуларҙың артынан эйәреп менеп киләбеҙ. Ҡустыһы артта ҡала. «Сандалийымдың ҡайышы өҙөлгән, шуға яйлайым»,—тип аңлата ағаһына. Шунда тегенеһе килеп уның аяғын күтәртеп ҡарай ҙа: «Иртәгә сығып һатып алып бирермен»,— ти. Был хәбәрҙән беҙ, ҡалай мыҡты кеше, һатып әпирә имеш, тип һөйләшеп көлөшәбеҙ. «Аҡсаң бармы һуң, әпирергә?»—тиһәм: «Бар, өләсәй бирә»,—ти бик етди итеп. Һуңынан шуны өләсәһенә һөйләһәм, малайҙарға бәләкәстән аҡса биреп өйрәтәбеҙ, буласаҡ ир кеше уның хаҡын һәм сығымдарҙы белергә тейеш, ти.
ДАУАМЫН ГӘЗИТЕБЕҘҘЕҢ 36-СЫ ҺАНЫНДА УҠЫҒЫҘ.
Читайте нас: