Бөтә яңылыҡтар
Фекер
14 Июль 2017, 11:49

КҮҢЕЛЕНДӘ ҠОЯШ ЙӨРӨТӘ

Эйе, тап шулай тип әйтергә мөмкин коллегам, тоғро дуҫым, бөтә ҙур күләмле эштәрҙең башында тороусы Йәнбирҙина Дилара Камил ҡыҙы тураһында.Дилара менән Сибай педагогия училищеһында уҡыған мәлдән танышмын. Беҙҙән ике курс түбән уҡығандар араһында Әбйәлил районынан ҡыҙҙар күп булды. Шулар араһында хеҙмәт һәм һыҙма дәрестәре уҡытыусылары әҙерләү бүлегендә уҡыны Дилара Камил ҡыҙы. Төркөмдәштәренән үҙенең ныҡ баҫалҡы холҡо менән айырыла ине.

Эйе, тап шулай тип әйтергә мөмкин коллегам, тоғро дуҫым, бөтә ҙур күләмле эштәрҙең башында тороусы Йәнбирҙина Дилара Камил ҡыҙы тураһында.
Дилара менән Сибай педагогия училищеһында уҡыған мәлдән танышмын. Беҙҙән ике курс түбән уҡығандар араһында Әбйәлил районынан ҡыҙҙар күп булды. Шулар араһында хеҙмәт һәм һыҙма дәрестәре уҡытыусылары әҙерләү бүлегендә уҡыны Дилара Камил ҡыҙы. Төркөмдәштәренән үҙенең ныҡ баҫалҡы холҡо менән айырыла ине.
Училище тамамлағас, төрлөбөҙ төрлө яҡҡа таралыштыҡ. Беҙҙең юлдар тиҫтә йылдар самаһы айырылып торҙо. Әммә яҙмыш беҙҙе йәнә осраштырҙы. Дилара Камил ҡыҙы үҙе менән бергә уҡыған беҙҙең ауыл егете Йәнбирҙин Илгиз Fәлимнур улына кейәүгә сығып, Ярат ауылына килен булып төштө. Шулай итеп, беҙ уның менән коллегалар булып киттек. Ике тиҫтә йылдан ашыуыраҡ Ярат урта мәктәбендә бергә эшләнек. Ул—директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары, мин балалар хәрәкәте етәксеһе, пионервожатый. Ул ваҡыттарҙа мәктәптәрҙә кластан тыш сараларға ҙур иғтибар бирелә ине. Һәр аҙна берәр тематик кисә йәки осрашыуҙар, пионер сборҙары, тимур командалары менән ололарға ярҙамға йөрөү, күрше ауыл мәктәптәре менән осрашыуҙар—һанай китһәң бик күп. Бергә эшләгән дәүерҙә Дилара Камил ҡыҙы үҙен оҫта ойоштороусы итеп танытты, уның күп һәләттәрен күреп һоҡландыҡ.
Хеҙмәт уҡытыусыһы белеме менән генә сикләнмәй, коллегам ситтән тороп Магнитогорск дәүләт университетын да тамамланы. Уҡыған ваҡытта игеҙәк бәпестәре Илнар менән Илнурҙы ла ҡарарға өлгөрҙө.
Дилара Камил ҡыҙы мәктәптә «Оҫта ҡулдар» түңәрәге алып бара. Сөнки ул төрлө ҡул эштәренә, бәйләүгә, сигеүгә, һүрәт төшөрөүгә бик оҫта.
Мәктәптә эшләү менән бер рәттән ауылдың йәмәғәт тормошонда бик әүҙем ҡатнаша. Уның ҡул эштәренән генә әллә күпме күргәҙмәләр ойошторолдо. Уҙған йәй Өфө ҡалаһында үткән милли кейем фестивалендә ҡатнашты. Был турала район гәзите биттәрендә баҫылып сыҡты. Шулай уҡ Дилара Камил ҡыҙы буҙа ҡойоу оҫтаһы булараҡ та билдәле. Төрлө саралар, һабантуйҙар ул әҙерләгән ошо эсемлекһеҙ үтмәй. Туй үткәреүселәр ҙә буҙаға заказ биреп кенә тора.
Уңған хужабикә, хәстәрлекле ҡатын, ике улына һөйөклө әсәй, ейәне Нургизгә яратҡан ҡартәсәй, килененә өлгөлө ҡәйнә булып, оҙаҡ йылдар бәхетле йәшәүен теләйем.
Дилара Юнысбаева.
Баймаҡ районы
Ярат ауылы.