АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
12 Декабрь 2016, 22:25

Шәп юристар—Сибайҙа

Һуңғы ваҡыт Рәсәй юристары Ассоциацияһы эшмәкәрлеге тураһында бик күп ишетергә тура килә. 2011 йылда Республикала беренселәрҙән булып Сибай ҡалаһында урындағы бүлек үҙ эшен башлап ебәрә. Быйыл яҙҙан алып уның менән юридик фәндәр кандидаты, енәйәт хоҡуғы һәм процесы кафедраһы мөдире Гүзәл Зиннур ҡыҙы Йәрмөхәмәтова етәкселек итә.

Сибай бүлеге төбәктең тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ассоциация хоҡуҡи яҡтан халыҡтың белемен камиллаштырыу йүнәлешендә эшләй. Ҡаланың хоҡуҡ һаҡлау системаһы вәкилдәре, юристар менән берлектә йыш ҡына граждандарҙы ҡабул итеү, юридик ярҙам күрһәтеү ойоштора. Берекмә янында булдырылған йәш юристар Советы ла (етәксеһе С.К.Бадамшин) хоҡуҡи эшмәкәрлек алып бара. Әйткәндәй, был ойошма йәштәргә тәжрибә туплау өсөн яҡшы ерлек булып тора. Бынан тыш, Сибай институтында «Юридик клиника» (етәксеһе Г.З.Баскакова) уңышлы ғына эшләп килә. Улар көн һайын граждандарҙы бушлай ҡабул итеү кабинеты ойошторған. Юридик ярҙамға мохтаж һәр кем бында мөрәжәғәт итә ала.

Сибай юристары берлеге тарафынан йыш ҡына төрлө хәйриә акциялары үткәрелә. Мәҫәлән, «Изге йөрәк» тип аталған мәрхәмәтлек сараһы һөҙөмтәһендә «Ышаныс» балалар приюты тәрбиәләнеүселәренә ҙур ғына байрам ойошторғандар.

Рәсәй юристары Ассоциацияһы Сибай бүлегенең эше ҡалала ғына түгел, республика, хатта Рәсәй кимәлендә лә юғары баһалана. Уҙып барған йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда эшләп килгән 35 юридик ойошма араһынан Сибай бүлеге иң яҡшыһы тип табылған. Күптән түгел беҙҙең яҡташтар Өфө ҡалаһында үткән «Йыл юрисы» сараһында ҡатнашып дипломға лайыҡ булды. Еңеүсе булараҡ улар Мәскәү ҡалаһында уҙғарылған «Йыл юрисы» байрамында ҡатнашыу хоҡуғы алды.

— Беҙҙең өсөн был иң ҙур баһаларҙың береһе. Тимәк, эшебеҙҙең һөҙөмтәһе бар. Еңеүебеҙ киләсәктә лә тырышып эшләргә дәрт һәм сәм уятты. Алдағы көндәрҙә лә һынатмай, халыҡ өсөн эшләйәсәкбеҙ,—ти Гүзәл Зиннур ҡыҙы Йәрмөхәмәтова.


Һүрәттә: Г.З. Йәрмөхәмәтова Рәсәй юристары Ассоциацияһының Башҡортостан бүлеге рәйесе А.Г.Назаров менән.