Бөтә яңылыҡтар
Фекер
21 Ноябрь 2016, 22:35

Ауыл егетенең батырлығы

24 октябрҙә киске 6-сы ярты тирәһендә Йылайыр районының Япарһаҙ ауылында футбол уйнап йөрөгән үҫмер егеттәр бер өйҙө ут ялмап алғанын күрә.

Илназ Байбаҡтин дуҫтарын ололарҙы ярҙамға саҡырырға ебәрә лә үҙе йорт янына йүгерә. Унда тауыш ишетеп, йүгереп өйгә инә. Төтөн баҫҡан бүлмәлә ул ҡатынды күрә һәм етәкләп тышҡа алып сыға. Өй эсендә йорт хужаһы—инвалид ир ҡалған була. Илназ уны ла ҡотҡарырға тип өй яғына ташлана, ләкин өлгөрмәй ҡала, ҡаралтылар емерелеп төшә. Был арала килеп өлгөргән янғын һүндереүселәр йортто ҡамап алып утты һүндерә.

Янғын алдында ҡаушап ҡалмаған Илназ биш балалы ғаиләлә буй еткерә. Ул Матрай урта мәктәбенең 10-сы класында белем ала. Уҡытыусылары әйтеүенсә, тырышып уҡый, спорт менән дә дуҫ, ярҙамсыл. Киләсәктә табип булырға хыяллана.

Рәсәйҙә Fәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы ҡыйыу үҫмерҙе министрлыҡтың наградаһы менән бүләкләүҙе юллай.