Форум барышында Ҡаҙағстандың сәнәғәт һәм төҙөлөш министры Канат Шарлапаев сараның ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү өсөн стратегик мөһим әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне һәм форум йомғаҡтары буйынса предприятиелар араһында мөнәсәбәттәрҙең нығыныуына ышаныс белдерҙе.
«Һуңғы ике йылда Ҡаҙағстан менән Башҡортостан араһында тотороҡло, дуҫтарса мөнәсәбәттәр булдырылды. Файҙалы сәфәрҙәр ойошторолдо. Ҡаҙағстан--Башҡортостандың төп сауҙа-иҡтисади партнерҙары иҫәбендә. Дүртенсе йыл рәттән үҙ-ара сауҙа үҫешә. 2022 йылда сауҙа әйләнеше 10 процентҡа артып, 464 миллион долларға еткән. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса үҫеш биш процент тәшкил иткән. Ағас эшкәртеү, химия һәм машиналар эшләү тармағында уртаҡ проекттар бойомға ашырыла. Беҙҙең алда амбициялы бурыстар тора һәм беҙ сәнәғәттә, инновацияла, һаулыҡ һаҡлауҙа, мәғарифта, бәләкәй бизнеста хеҙмәттәшлекте үҫтерәсәкбеҙ. Ҡаҙағстан һәм Башҡортостан халыҡтары уртаҡ мәҙәни мираҫ менән бәйләнгән. Бөгөн республика хөкүмәте һәм Радий Фәрит улының тырышлығы менән бизнес тағы ла нығыраҡ үҫешһен өсөн уңышлы майҙансыҡ барлыҡҡа килде. Был форум идеялар, тәжрибә менән алмашыу һәм яңы партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен булдырыу өсөн уникаль мөмкинлек бирер тип ышанабыҙ»,--тине Ҡаҙағстандың сәнәғәт һәм төҙөлөш министры.
Республика делегацияһы Башҡортостанға яҡшы кәйеф, ҙур өмөттәр менән, хеҙмәттәшлек артабан да ошондай темптар менән үҫешер тигән ышаныс менән барҙы. Делегаттар араһында 100-ҙән ашыу эшҡыуарҙың ҡатнашыуы эшҡыуарлыҡ һәм туризм ныҡлы үҫтереүгә айырым иғтибар бирелеүен дәлилләй. Мәртәбәле формумға Сибай эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙары--Гөлназ Азатова һәм Зифа Яҡупова ла барҙы.
Гөлназ Фәнис ҡыҙы махсус күргәҙмәгә халҡыбыҙҙың милли ризыҡтары-буҙа, ҡорот, ҡомалаҡ һәм талҡан, бишбармаҡты алып барһа, Зифа Нәдип ҡыҙы “Хәләл” брендлы продукцияһы төрҙәрен үҙебеҙҙең төбәккә күберәк йәлеп итеү маҡсатын алға ҡуйған.
-Форум юғары кимәлдә үтте. Отелдән башлап, сара барышына тиклем барыһы ла ныҡ оҡшаны. Эре-эре предприятиелар тотоусы, тауар әйләнештәре миллион һумдар булған эшҡыуарҙар менән аралышыуы ныҡ файҙалы булды.Унда барыуымдың маҡсаты—күрше төбәктең ҡулланылыш баҙарын өйрәнеү ине,--ти Гөлназ Азатова.-Мине бөтәһе лә ҡаҙаҡ тип уйлап, үҙҙәренсә һүҙ ҡушты. Хәбәрҙәре аңлашыла, уларға башҡортса яуап бирһәм, аптырайҙар.
Ҡаҙаҡтар Сибай эшҡыуары етештергән буҙа, “Бай” кооперативының ҡорото менән ныҡлы ҡыҙыҡһына. Гөлназ Азатова әйтеүенсә, буҙа улар өсөн бөтөнләй ят эсемлек. Ҡоротто беләләр, әммә шул тиклем тәмле итеп яһап булғанға аптырайҙар. Ҡипкән ҡоротто ла оҡшатҡандар. Бындай милли ризыҡты Ҡаҙағстанға һатыуға сығарыу өсөн бик күп документтар кәрәк, аҙыҡ-түлектең яраҡлылыҡ ваҡыты ла сикле булғанлыҡтан, әлегә был хыял ғына булып ҡала, ти эшҡыуар.
Әммә борсолорға урын юҡ: эшлекле ҡатын-ҡыҙҙың бизнесы республикала ла уңышлы бара. Ул етештергән буҙа Сибай, Баймаҡ, Өфө ҡалаларына, Урал аръяғы райондарында, күрше өлкәнең Магнитогорск ҡалаһында ҙур һорау менән ҡуллана. Ошо арала Стәрлетамаҡ яғына аҙыҡ-түлек—7 төрлө ҡорот, талҡан, бишбармаҡ, ҡомалаҡ, бал һәм май ташый башларға иҫәп тоталар.
-Гөлназ, һуңғы арала буҙаның традицион төрөнән тыш, тәм өҫтәлгән төрө лә магазин кәштәләрендә күренә. Уларҙың этикеткалары ла башҡа. Уларҙы кем етештерә?
-Күптәр миңә ошо һорауҙы бирә. Һиңә конкурент барлыҡҡа килһә лә, беҙ тик яһаған традицион буҙаға хыянат итмәйбеҙ, тип тә әйтәләр. Рәхмәт, һеҙгә ҡулланыусыларым! Лимон, бал, имбирь, корица ҡушып яһалған буҙа ла беҙҙең цехта етештерелә. Уларҙың үҙенсәлеге шунда: һеҙ эсеп өйрәнгән буҙаны әҙер булғас та магазин кәштәләренә теҙәбеҙ. Саф килеш эсә халыҡ. Ул оҙағыраҡ ултырһа, әсей башлай. Ә тәм өҫтәлгән буҙа ултыра биреп, эсей башлаһа, киреһенсә тәмләнә, асыла,--ти Гөлназ Азатова.
Икенсе эшлекле гүзәл зат—Зифа Яҡупова “Башмаркет” магазиндары хужабикәһе. Ул, үрҙә әйтеүебеҙсә, Ҡаҙағсатанға хәләл, дөрөҫ туҡланыу, натураль ризыҡтар төрҙәрен эҙләп барған. Киләсәктә уларҙы беҙҙең яҡҡа ташыу буйынса һөйләшеүҙәр алып бара.
-Хәләл ризыҡты күптәр сусҡа ите ҡушылып яһалмаған колбаса, тушенка, билмән тип кенә уйлап хаталана. Сусҡа майы кондитер изделиелары яһауҙа һәм башҡа шундай аҙыҡ-түлек етештереүҙә лә ҡулланыла. Ошонан сығып, ҡаҙаҡтар, мәҫәлән, “Баянһылыу” шоколадына хәләр сертификаты алырға йөрөй. Шуға күрә, хәләл брендының ҡулланылыш даирәһе ит ризыҡтары менән генә сикләнмәй,--ти Зифа Нәдип ҡыҙы.
Эшҡыуарҙың Сибайҙа “Башмаркет” атамаһы аҫтында 3 магазины бар. Унда башлыса Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡ-түлек һатыла. Зифа Яҡупова белдереүенсә, был сауҙа нөктәләре бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн булдырылған. Урындағы крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының тауарҙарын һатыу өсөн бик ҡулайлы. Тауарға сертификаттары булһа, ризыҡтары бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ сауҙа кәштәләренә һалына.
-Әле беҙ хәләл колбаса, ярымфабрикаттар, ҡаҙы, тултырма, сәк-сәк, буҙа, ҡорот, талҡан,
һәм башҡа милли ризыҡтар һатабыҙ. Күптән түгел үҙмәшғүл булараҡ теркәлеп, төрлө бәлештәр бешергән ҡатын-ҡыҙҙар тәмлекәстәрен беҙгә ҡуя башланы,--тип яңылыҡтары менән уртаҡлашты эшҡыуар.