Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
28 Апрель 2023, 10:15

Донъялары-ҡотло, эштәре-бәрәкәтле

Йылайыр районының “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашҡан Юлдыбай ауылы күп балалы, өлгөлө ғаиләләре менән дан тота. Шундай ғаиләләрҙең береһе-- Фәүриә һәм Юлай Айытҡоловтар береһенән-береһе шәп өс ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Ҡыҙҙарының исемдәре лә үҙенсәлекле һәм матур—Фәрхәнә, Айшат, Дания. Өлкән ҡыҙҙары тормошҡа сығып, Магнитогорск ҡалаһында йәшәй, ире Айгиз менән Нияз исемле ул үҫтерәләр. Айшат менән Дания ла һәр яҡлап өлкән апайҙарына оҡшарға тырыша, ата-әсәһенә ярҙам итә. Музыка, спорт менән етди шөғөлләнәләр.

Донъялары-ҡотло, эштәре-бәрәкәтле
Донъялары-ҡотло, эштәре-бәрәкәтле

-Ҡыҙҙарыбыҙ шәп! Әйткәнде көтөп тормайҙар, тота ла эшләй башлайҙар! Бер ваҡытта ла улым юҡ, тип борсолғаным булманы. Бына әле ейәнемде яратып туя алмайбыҙ!—тип һөйләй ғаилә башлығы Юлай Йомағол улы Айытҡолов.

Кәләште ул ҡырҙан эҙләмәй. Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылынан Юлдыбай һөнәрселек училищеһына уҡырға килгән Фәүриә егетте тәү күреүҙән үҙ итә. Сибай тау техникумында, Башҡорт дәүләт аграр университетында белем алып, төрлө ерҙәргә эшләргә өлгөргән Юлайҙа ул ышаныслы тормош иптәшен күрә. Һәм яңылышлмай. Ишбирҙе-Юлдыбай араһын бер итеп туй үткәреп матур итеп йәшәп китәләр. Билдәле, йәш ғаиләгә йәшәргә урын кәрәк була. Шул ваҡытта улар өй һалырға ер ала. Буласаҡ йорттарының проектын улар икәүләшеп эшләй. Ер, ағас эшен яҡшы белгән Юлай йорттоң нигеҙе ныҡлы булһын тип тырыша, ҙур итеп подвал да яһай.

-Кеше ике ҡатлы йорт һала, Юлай, киреһенсә, ерҙе соҡоп аҫҡа төшөп инеп барасы,--тип аптырай ауылдаштары.

-Һәр кем үҙенсә инде. Бына беҙҙең йорт шулай: аҫҡы ҡат бар. Бына бында ҡатынымдың, ҡыҙҙарҙың хужалыҡ бүлмәһе, ул бында тегә, йыуа, йыша, үтекләй. Ә был балаларҙың уйын бүлмәһе. Бында иһә гардереоб,--тип аҫҡы ҡаттағы бүлмәләрҙе күрһәтте хужа. Ә өҫтә инде аш-һыу бүлмәһе, иркен зал, йоҡо бүлмәләре, душ, бәҙрәф.

Ысынлап та, Айытҡоловтарҙың йортоноң проекты бер кемдекенә лә оҡшамаған. Иң мөһиме бында яҡты, йылы, ҡотло, нур уйнай. Аш-һыу әҙерләү бүлмәһенең иркенлеге, зауыҡлығы, уңайлылығы ғына ни тора! Фәүриә ханым тәмле-татлы ризыҡтар бешереп өҫтәлгә теҙгән. Ирле-ҡатынлы бер-береһен күҙ ҡарашынан ғына аңлап тора.

-Ҡатындан уңдым. Юлдыбайға бухгалтерлыҡҡа уҡырға килгәйне, яйлап технолог, логопед, тәрбиәсе һөнәрҙәрен дә үҙләштерҙе. Яғыулыҡ-майлау заправкаһында ла эшләп алды. Әле ул ауылыбыҙҙың “Ләйсән” балалар баҡсаһы мөдире,--тип хәләл ефетен маҡтаны ғаилә башлығы. Уның һүҙҙәрен ҡатыны ла эләктереп алды:

-Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете ирҙән, тиҙәр бит. Аллаға шөкөр, бәхетлемен: Юлайҙың ҡулынан килмәгән эш юҡ. Ир кеше шулай булырға тейештер ҙә.

Ысынлап та, Юлай Йомағол улының ҡулы оҫта булыуы йортоноң ихатаһына ингәс тә күренә. Бөтә нәмә зауыҡ менән эшләнгән, һәр нәмә үҙ урынында. Төп эше “Башкирэнерго” йәмғиәтенең станция буйынса дежур булһа, Юлай Йомағол улы шәхси эшҡыуар булараҡ, торлаҡ һәм йәшәүгә яраҡһыҙ биналар төҙөү менән дә булыша. Әйтәйек, былтыр ул Сәләх ауылының мәҙәниәт һәм ял паркын тулыһынса төҙөкләндергән. Хәйбулла районының Һамар ауылының автобус туҡталышына, сүп-сар түгеү урынына тимер ҡоролмалар урынлаштырған. Бынан тыш, ауыл урамдарына яҡтылыҡ, һыу торбалары үткәргән.

Шәхси хужалығында ла эш етерлек: кәртә тулы мал, баҡса, картуфлыҡ, бесәнлек тигәндәй.

-Эште һинеке, минекегә бүлмәй, донъя йөгөн тигеҙ тартҡанда ғына йәшәү күңелле, тигеҙ һәм йәмле,--тип йылмайҙы беҙҙе оҙатҡанда Юлай һәм Фәүриә Айытҡоловтар.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: