Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
23 Ғинуар 2023, 14:30

Ир-егеттең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр

Хәйбулла районының Степной ауылы крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Илгиз Мәрхәмүтдин улы Тазетдинов 10 йылдан ашыу инде малсылыҡ, үҫемселек менән шөғөлләнә. Һуңғы арала ул башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеүгә, шулай уҡ уларҙы бәйгегә сығарыу менән күп көс һала. Әйткәндәй, уның юртаҡтары һабантуй, “Терра Башҡортостан” кеүек күләмле саралар бәйгеһендә сабышып, гел алдынғы урындар яулай.

Ир-егеттең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр
Ир-егеттең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр

Әлеге көндә фермер хужалығында 60 башҡа яҡын мал аҫрала. Шуларҙың 10-ы--һауын һыйыры, шуларҙың 10 быҙауы бар. 40-ҡа яҡын йылҡы малы көтәләр, һарыҡ, ҡош-ҡорт тоталар. Малдары ҡышты имен сығып килә, бесәнде етерлек күләмдә әҙерләп алғандар.

Үҫемселеккә килгәндә, хужалыҡтың дөйөм сәсеү майҙансығы 650 гектарҙан ашыу тәшкил итә. Йыл да иген культуралары, арпа, һоло сәсеп ярайһы ғына уңыш алалар.

Фермерҙың үҫемселек менән шөғөлләнеү өсөн ауыл хужалығы техникаһы етерлек: 3 тракторы, 1 комбайны, йөк машинаһы бар. Ауылда йәшәүселәрҙең пай ерҙәрен ҡуртымға алған өсөн уларҙы йыл да таҙа бойҙай, арпа, башҡа иген культуралары менән тәьмин итә.

Тазетдиновтар ауыл биләмәһе, район хакимиәте менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Ауылда, районда уҙғарылған күп кенә сараларҙа бағыусы булып сығыш яһайҙар. Ауылда төрлө донъяуи хәлдәр килеп тыуһа, уларҙы хәл итеү өсөн техника кәрәкһә техника, ҡул көсө кәрәк ерҙә эшселәрен ебәреп ярҙам итеп торалар.

Эшҡыуар төп эшмәкәрлеге үҫешен даими хәстәрләй. Һуңғы йылдарҙа заманса ҡорамалдар алырға тырыша. Күләмле һыуытҡыс алған, йәй көнө мал бикләү һәм һауыу майҙансығын төҙөп ята.

-Хөкүмәттән ярҙам бар. Әле лә район хакимиәте төрлө гранттарға ҡатнашырға тәҡдим итә. Ит, һөт етештереү менән булышҡас, киләсәктә ошо тәңгәлдә тоҡомло мал аҫрап ҡарағы килә. Һөт, ит өсөн тоҡомло мал алыуға грантта ҡатнашыуға әҙерлек башланыҡ, ни тиһәң дә, документтар туплау ваҡытты күп ала,--ти Илгиз Тазетдинов.

Үрҙә әйтеп үтеүебеҙсә, ғаилә башлығы балаларын эшкә өйрәтеп кенә ҡалмай, атта һыбай оҫта сабырға ла өйрәтә. Илгиз һәм Гөлназа Тазетдиновтар ғаиләһендә 4 бала--Нәсимә, Айгиз, Аделина һәм Рәфис үҫә. Уларҙың балалары ла үҙҙәренә оҡшап егәрле, шәп.Хужалыҡ эшмәкәрлеген дә бөтә ғаилә менән алып баралар.

Өлкән улы Айгиз кес кенә сағынан мал йәнле. Ул айырыуса ат ярата. Физик яҡтан да ныҡлы малай 12 йәше тулғандан алып ат-спорт ярыштарында ҡатнаша. Әлеге көндә ул район һәм республика кимәлендәге бәйгеләрҙә алдынғы урын яулаған бәйгесе булып танылған. Әйтәйек, Өфөлә үткән «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирында финишка беренсе ингән. Турнирҙың финал этабында ул республиканың һәүәҫкәр жокейҙарын 10 топ исемелегенә ингән.

Икенсе улы Рәфискә 7 йәш. Ул бәләкәй булһа ла атаһынан һәм ағаһынан үрнәк алып, бер йәшлек Лана ҡушаматлы ҡолондо менгегә өйрәтеп тә алған. Киләсәктә төбәктең алдынғы бәйгеселәре араһында уның исеме лә булырына шик юҡ.

Ҡыҙы Аделина матур бейей. Ул “Ҡурай” телевизион каналы төшөргән клипта ул бейеп кенә ҡалмай, ат менән оҫта идара итеүен дә күрһәтә.

-Ҡатыным Гөлназа Йәүҙәт ҡыҙы уңған: һыйырҙарҙы һауа, эшкәртә, хужалыҡ эшселәренә ашарға бешерә. Ул киләсәктә ҡымыҙ яһарға тотонайыҡ, тип тора. Балаларыбыҙ—уң ҡанатыбыҙ. Бергәбеҙ--шуның менән көсөлөбөҙ, халыҡ менән эшләүебеҙ ҙә көс-дәрт бирә.

Ит, һөт өсөн тоҡомло мал алырға хыялланһа ла, ир-ат күңелендә ат тигәндәре дөрөҫ шул. Күптән түгел фермер Башҡортостан Республикаһында башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса “Ирәндек” мәрхәмәтлек фонды Әбйәлил районында уҙғарған кәңәшмәлә ҡатнашҡан. Улар ҡышҡы бәйгене башларға һүҙ ҡуйышҡан. Әле улар шул сараға етди әҙерләнә. Әйткәндәй, Илгиз Тазетдинов хужалығында паспорты булған башҡорт тоҡомло өс айғыры бар. Киләсәктә төп эшмәкәрлегенән тыш “Ирәндек” мәрхәмәтлек фонды программаһына ярашлы тоҡомло аттар үрсетеү менән дә енткеле шөғөлләнмәксе.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: