Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
16 Ғинуар 2023, 16:15

Иң тәмле ризыҡ “Далан батыр”ҙа!

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа “Ҡамыр батыр” пекарняһы 4 йыл эшләп, төбәк халҡын тәмле икмәк-булочка изделиелары менән ҡыуандыра. Бында бәлеш, пирожки, булочкаларҙың һәр төрлөһө бешерелә. Әммә бындағы иң үтемле аҙыҡ ул—әсе икмәк. Хәйбулла урмандарында үҫкән ҡомалаҡтан бешерәләр уны. Пекарняны Илшат һәм Гөлсәсәк Дәүләтҡоловтар ғаиләһе асҡан һәм бөгөнгө көндә уңышлы эшләп тора. Заманалар ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, йәштәр эшмәкәрлек даирәһен киңәйтеүгә лә өлгәшкән: пекарнянанын тыш “Далан батыр” ташыу рестораны булдырған һәм күптән түгел генә кафе ла асып ебәргән.

Иң тәмле ризыҡ “Далан батыр”ҙа!
Иң тәмле ризыҡ “Далан батыр”ҙа!

-Район халҡы беҙҙе “Ҡамыр батыр” тип белһә, исемебеҙҙе “Далан батыр”ға алмаштырып алдыҡ. Бер яҡтан беҙҙең яҡтар дала, киңлек, икенсе уҡтан далан—ул уңыш тигәнде аңлата. Исемебеҙ үҙгәрһә лә есемебеҙ шул килеш ҡалды: тәмле итеп бешерәбеҙ, ашатабыҙ, хәстәрләйбеҙ,--ти уңыштары менән уртаҡлашып йәш эшҡыуар Гөлсәсәк Дәүләтҡолова.

Гөлсәсәк үҙе Силәбе өлкәһендә тыуған. Атаһы Баймаҡ районынан, әсәһе Ейәнсура ҡыҙы. Ире Илшат Дәүләтҡоловтың тамырҙары Йәнтеш ауылына барып тоташа. Башта Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында ла пекарня тотҡандар, әммә аралар алыҫ булғанлыҡтан, уны һатҡандар. Киләсәктә баш ҡалала, Урал аръяғы райондары үҙәктәрендә пекарня асып ҡарарға уйлайҙар, сөнки шул тарафтарҙан килеүселәр уларҙа ошондай уҡ пекарня булыуҙарын гелән белгертә. Әлегә улар ике ҡатлы бинаның беренсе ҡатында пекарня тотһа, икенсе ҡатта пицца, ролл, суши ташыу рестораны һәм мини-кафе эшләп тора. 6 кешегә эш урыны булдырылған.

-Кафены балалы ата-әсәләргә ялдарын уңайлы уҙғарһын өсөн ҡулайлаштырҙыҡ. Ял көндәре балаларҙың тыуған көндәрен үткәрергә мөмкин. Бөтәһе 24 кеше һыя. Бынан тыш, беҙҙә тәмле сәйҙәр эсергә, төрлө эслекле пиццалар ашарға, хатта уларҙы әҙерләү буйынса оҫталыҡ класында ҡатнашырға була. Үҙебеҙҙең 4 йәшлек ҡыҙыбыҙ ҙа ошонан сығышмай,--тип йылмая Гөлсәсәк Дәүләтҡолова.

Эшҡыуарҙар төбәктә уҙғарылған мәрхәмәтлек акцияларынан бер ваҡытта ла ситтә ҡалмай. Яңы йыл алдынан улар кафеһында Аҡъяр социаль приюты балалары өсөн пицца бешереү буйынса оҫталыҡ класы уҙғарған. Балалар үҙҙәре тәмлекәс бешереп ҡарауҙы һәм уның менән һыйланыуҙы ныҡ ҡыҙыҡ күргән. Хатта бер нисә ҡыҙ һәм малай киләсәктә аншаҡсы һөнәрен һайларға ҡарар иткән. Кафе хужалары тәрбиәләнеүселәргә яңы йыл күстәнәстәре лә таратҡан.

Иң тәмле ризыҡ “Далан батыр”ҙа!
Иң тәмле ризыҡ “Далан батыр”ҙа!
Иң тәмле ризыҡ “Далан батыр”ҙа!
Иң тәмле ризыҡ “Далан батыр”ҙа!
Иң тәмле ризыҡ “Далан батыр”ҙа!
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: