Денис Өмөтбаев Баймаҡ районының Назар ауылында йылҡысылыҡты үҫтереү менән маҡсатлы шөғөлләнә, ҡымыҙ етештерә, төрлө проекттарҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша.Ул ошо бизнесты артабан үҫтереүгә 4,7 млн һум федераль грант аласаҡ. Әйткәндәй, быйыл уның фермер хужалығында Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров булып, йәш эшҡыуарҙың эшмәкәрлегенә юғары баһа биргәйне.
«Һөйөү һәм көс нәҡ ҡулдар аша тапшырыла, шуға ла уларҙың ҡымыҙы тәмле. Үҙҙәре һауа, ҡоя, этикеткаларын йәбештерә. Денистың хужалығында алты кеше хеҙмәт итә. Ике төрлө - классик һәм «киптерелгән» ҡымыҙ яһайҙар, үҙҙәренең ғаиләһендә файҙаланылған рецепт буйынса ла эшләп ҡарарға уйҙары бар.
Был проекттың тарихы, быуындар бәйләнеше лә бар. Денистың олатаһы үҙенең атаһының (ул революцияға тиклем күпләп йылҡы тотҡан) шөғөлөн юғалтмай дауам иткән. Хәҙер инде ейәне ошо юлда.
Үҙебеҙҙең етештереүселәргә ҡарай йүнәлеш алыу - беҙ тап шуға ынтылыш алғанбыҙ. Республика Хөкүмәте яғынан беҙ, һис шикһеҙ, ошондай Денис кеүек эшҡыуарҙарҙы үҫтереүгә булышлыҡ ҡылыуҙы дауам итәсәкбеҙ», - тип яҙҙы Андрей Назаров.