Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
22 Август 2022, 08:15

Барҙыҡ, күрҙек, оҡшаттыҡ

Сибай, Алтын халҡының яңы предприятие булдырыуға кире ҡараш белдереүҙәрен иҫәпкә алып, “Эко-Сити” йәмғиәте төбәк операторы етәкселеге Стәрлетамаҡ ҡалаһында эшләп торған сүп-сарҙы сортировкалау комплексына экскурсия ойошторҙо. Унда ҡала хакимиәте етәкселеге вәкилдәре, ҡала Советы депутаттары, Сибай башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, матбуғат хеҙмәткәрҙәре, ҡала әүҙемселәре, шулай уҡ Алтын ҡасабаһында йәшәүселәр барҙыҡ.

Барҙыҡ, күрҙек, оҡшаттыҡ
Барҙыҡ, күрҙек, оҡшаттыҡ

Көнүҙәк мәсьәлә

Барҙыҡ, күрҙек, оҡшаттыҡ

Социаль селтәрҙәрҙә Сибай ҡалаһы биләмәһендә “Сибай сүп-сарҙы сортировкалау комплексы” йәмғиәте “Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сортировкалау буйынса объект булдырыу” бизнес-проекты тормошҡа ашырылыуы хаҡында мәғлүмәт таралыу менән ҡалалаштар шундуҡ ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Айырыуса Алтын ҡасабаһы халҡы ҡаршы торҙо, сөнки предприятие ҡасабаның Старателдәр урамы, 1/1 адресында урынлашасаҡ тип яҙылды.

Күптәр комплекстың кеше йәшәгән урынға яҡын булыуына, еҫ тараласағына, шау-шыу, эргә-тирә ҡыйға күмеләсәгенә зарланды.

Ысынлап та, ҡасаба осондағы әҙер бинала сүп-сар сортировкалау комплексы булдырыу күҙаллана. Проект сиктәрендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сортировкалауҙы ойоштороу планлаштырыла. Ҡорамалдар һатып алынған, улар ҡайтарылһа, комплектация башланасаҡ. Әлеге ваҡытта производство майҙансығында ремонт эштәре атҡарыла. Предприятиела 30 яңы эш урыны булдырыу ҡаралған.

Сибай, Алтын халҡының яңы предприятие булдырыуға кире ҡараш белдереүҙәрен иҫәпкә алып, “Эко-Сити” йәмғиәте төбәк операторы етәкселеге Стәрлетамаҡ ҡалаһында эшләп торған сүп-сарҙы сортировкалау комплексына экскурсия ойошторҙо. Унда ҡала хакимиәте етәкселеге вәкилдәре, ҡала Советы депутаттары, Сибай башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, матбуғат хеҙмәткәрҙәре, ҡала әүҙемселәре, шулай уҡ Алтын ҡасабаһында йәшәүселәр барҙыҡ. Делегацияны комплекс биләмәһендә “Эко-Сити” йәмғиәте төбәк операторының генераль директоры Игорь Федоров, “Мохит-СТР” йәмғиәте етәксеһе Инайя Едренкина ихлас ҡаршы алды һәм предприятие буйлап йөрөтөп, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү барышы менән таныштырҙы.

Йәмғиәткә туҡтауһыҙ килтерелгән сүп-сарҙың тиҙ арала айырылып, һәр береһе бер тармаҡҡа икенсел сеймал булараҡ оҙатылыуын күргәс, бындай комплекстарҙың һәр ҡала һәм районда булырға тейеш тигән фекергә килдек.

-Бында заводтарҙа күп тапҡырҙар булғаным бар. Сөнки, Сибай полигонын бер нисә йыл етәкләргә тура килде. Шулай ҙа күргәндәрем ғәжәпләндерҙе. Беҙҙе борсоған һорауҙар шундуҡ юҡҡа сыҡты. Беренсенән, комплекс ҡала эсендә урынлашҡан. Бина янында ҡырҡыу еҫ һиҙелмәй, эстә ҡый-һай булған урындарҙа әҙерәк еҫ бар, әлбиттә. Сүп-сар эшкәртелгәндә тирә-яҡҡа бер нәмә лә сәсрәмәй. Ҡалдыҡтар предприятиеға индергәндән һуң 2 сәғәт эсендә сорттарға бүленә, бында ҡый өйөлөп ятмай. Эргә-тирәлә темеҫкенеп ашарға эҙләп йөрөгән берәҙәк эттәр күренмәй. Комплексҡа килтерелгән сүп-сарҙан 52 төрлө икенсел сеймал етештерелә. Ҡыйҙы айырыу кимәле юғары—60-85 процент. Предприятиела 102 кеше иҫәпләнә. Минималь эш хаҡы—25 мең. Вахта ысулы менән ике аҙна эшләйҙәр. Киске 20.00 сәғәттә заводта эш туҡтай,--тип күргән-ишеткәндәрен һөйләне Сибай ҡала Советы депутаты Виктор Тюрин.

Стәрлетамаҡта “Мохит-СТР” йәмғиәте 2012 йылдан алып эшләй. Бында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарынан икенсел материаль ресурстар айырып алына һәм артабан эшкәртелеүгә ебәрелә. Ҡалған ҡый-һай баштағы күләменән 10 тапҡырға бәләкәсәйтеп, брикеттарға һалына һәм полигонға оҙатыла. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы ошолайтып айырғанлыҡтан урындағы полигонды эксплуатациялау ваҡыты оҙоная. Ташланған сүп-сар икенсел сеймал булараҡ ҡулланыла. Полигонда ҡый-һай янып ятмай, санитар-эпидемиологик һәм экологик хәл яҡшыра.

“Мохит-СТР” йәмғиәте ҡалдыҡтар менән эш итеүҙә үҙебеҙҙә һәм сит илдә етештергән технологияларҙы, махсуслаштырылған техника һәм инновацион ҡорамалдар ҡуллана. Был үҙ нәүбәтендә экологик һәм санитар хәүефһеҙлек өсөн ҡулайлы.

-Тыш яҡтан был предприятие башҡаларҙан бер нәмәһе менән дә айырылмай. Янында яман еҫ һиҙелмәй, производствоның бөтә циклын ҡарап сыҡтыҡ. Көнкүреш сүп-сарынан айырып алған аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтары бында һаҡланып ятмай, шундуҡ Ишембай ҡалаһына оҙатыла. Беҙҙең Сибайҙа ла киләсәктә ошолай итергә уйлайҙар. Йәғни, аш-һыу ҡалдыҡтары Белорет ҡалаһына ебәрелеп, компост яһаласаҡ. Цехтарҙа, әлбиттә, еҫ бар. Бөтә ерҙә лә таҙа, тәртип булыуы оҡшаны. Ҡалдыҡтар упаковкаларға һалынып, прессланғас ҡына икенсел сеймал эшләүгә оҙатыла. Шыйыҡ ҡалдыҡтар күренмәй. Бындай комплекс санкцияланмаған ҡыйлыҡтарҙан ҡотҡара. Эш урындары булдырыу ҙа отошло. Урынға һалым киләсәк,--тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты ҡала Советы депутаты Роман Зәйдуллин.

Уның һүҙҙәрен Сибай башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Дамир Ҡаһарманов та ҡеүәтләне.

-Сүп-сарҙы утилләштереү беҙҙең төбәктең генә түгел, ул планета кимәлендәге проблема. “Эко-Сити” йәмғиәте етәкселеге белдереүенсә, был процесҡа кире юл юҡ. Яйлап бөтә ҡала һәм райондарҙа ла ошондай сортировкалау комплестары буласаҡ. Был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы ла бар. Етәкселәр шулай уҡ Сибайҙа комплекс булдырыу өсөн һайланған урындан башҡа уңайлы урын юҡ тип аңлатты. Хәүефһеҙлек талаптарына ярашлы ҡыйлыҡ янында бындай комплекс төҙөргә ярамай. Әгәр уны Сибайҙан ситкә ҡуйһаң, биләмәләр Баймаҡ районына ингәнлектән, предприятиеның һалымы ла шунда китәсәк. Утилләштереп булмай торған ҡалдыҡтарҙы Баймаҡ полигонына оҙатасаҡтар. Сибайҙа ла, Стәрлетамаҡта ла комплекстар кеше йәшәгән урындан алыҫ түгел. Сибайға Стәрленекенә ҡарағанда замансараҡ импортлы ҡорамалдар ҡайтарыу күҙаллана.

Бик кәрәкле производство, быны инҡар итеүҙән фәтүә юҡ. Экскурсияға барыусылар бөтәһе лә тыш яҡта еҫ булмауға аптыраны. Эстә, әлбиттә, әҙерәк һиҙелә. Ҡеүәтле техниканың тауышы көслө генә.

Эш барышы шунан ғибәрәт: сүп-сарҙы барабан-иләккә һалалар һәм ваҡ фракцияларға сорттарға бүләләр. Конвеерҙа ҡул менән пластик, металл, быяла, ағас, ҡағыҙҙы айырып торалар. Уларҙы һәр ҡайһыһын айырым туплап, яңынан эшкәртеүгә ебәрәләр. Бәйләнештә социаль селтәрендә комплекс булдырыуға ҡаршы булдырылған төркөмдә яҙыуҙарынса, ядерлы ҡалдыҡтар юҡ. Батарейка, оргтехника һәм терегөмөш лампаларын утилләштермәйҙәр, уларҙың быға лицензиялары юҡ. Сүп-сарҙы кешеләрҙән һатып алалар, прейскурант предприятиеға ингән урында элеп ҡуйылған.

Экскурсия аҙағында Алтын кешеләре менән һөйләштем. Уларҙың күбеһе күргәндәренән хайран ҡалып, әйтер һүҙ ҙә тапманы. Сүп-сарҙы беҙҙең тарафҡа урамдар аша түгел, урау юлдан ташыһалар яҡшыраҡ булыр ине, тиеүселәр ҙә булды...

Стәрлетамаҡ ҡалаһына экскурсия барыбыҙҙы ла сүп-сар мәсьәләһенә етди ҡарарға этәрҙе: урында ҡый-һай сортировкалау проблемаһы киҫкен тора. Ҡалдыҡтар йөҙәрләгән тонналап ситкә сығарып түгелә, улар тупраҡ, һыу, һауаны бысрата, экосистеманы ныҡ ҡаҡшата.

Шулай итеп, бөгөнгө көндә сүп-сарҙы эшкәртеү буйынса бизнес-идея шул тиклем актуаль. Экскурсияла ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ҡалала бындай сүп-сар сортировкалау комплексы кәрәклегенә инанды. Уның урынлашыу тәңгәлендә генә бәхәс булды.

 

Сибай-Стәрлетамаҡ-Сибай.

Барҙыҡ, күрҙек, оҡшаттыҡ
Барҙыҡ, күрҙек, оҡшаттыҡ
Барҙыҡ, күрҙек, оҡшаттыҡ
Барҙыҡ, күрҙек, оҡшаттыҡ
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: