АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
19 Июль 2022, 15:10

Денис Өмөтбаев етештергән ҡымыҙ иң тәмлеһе

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Баймаҡ районының Наҙар ауылында ғаиләһе менән ҡымыҙ етештергән эшҡыуар Денис Өмөтбаевтың эшмәкәрлеге тураһында яҙҙы.

Денис Өмөтбаев етештергән ҡымыҙ иң тәмлеһе
Денис Өмөтбаев етештергән ҡымыҙ иң тәмлеһе

«Һөйөү һәм көс нәҡ ҡулдар аша тапшырыла, шуға ла уларҙың ҡымыҙы тәмле. Үҙҙәре һауа, ҡоя, этикеткаларын йәбештерә. Денистың хужалығында алты кеше хеҙмәт итә. Ике төрлө - классик һәм «киптерелгән» ҡымыҙ яһайҙар, үҙҙәренең ғаиләһендә файҙаланылған рецепт буйынса ла эшләп ҡарарға уйҙары бар.

Был проекттың тарихы, быуындар бәйләнеше лә бар. Денистың олатаһы үҙенең атаһының (ул революцияға тиклем күпләп йылҡы тотҡан) шөғөлөн юғалтмай дауам иткән. Хәҙер инде ейәне ошо юлда.

Үҙебеҙҙең етештереүселәргә ҡарай йүнәлеш алыу - беҙ тап шуға ынтылыш алғанбыҙ. Республика Хөкүмәте яғынан беҙ, һис шикһеҙ, ошондай Денис кеүек эшҡыуарҙарҙы үҫтереүгә булышлыҡ ҡылыуҙы дауам итәсәкбеҙ», - тип яҙҙы Андрей Назаров.

Автор:Гульдар Кадаева