АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
30 Март 2022, 17:45

Төп шөғөлдәре—ағас эшкәртеү

Йылайыр районының Йылайыр ауылының Усмановтарҙың ғаилә бизнесы булып ағасты тәрәндән эшкәртеү тора. Былтыр көҙ эшҡыуарҙар ағас эшкәртеү ҡалдыҡтарынан яғыулыҡ гранулалары—пеллет етештерә башлаған. Яғыулыҡ гранулаларын Иван-Ҡыуалат ауылы мәғәриф учреждениелары һәм райондың башҡа предприятиелары ҡуллана. Пеллеттарҙы шулай уҡ Силәбе өлкәһе ҡулланыусылары бик теләп һатып ала.   Быйыл февралдән иһә Усмановтар бесәй аҫтына түшәү өсөн ябай органик матдә фасовкалай башлаған. Уның составын экологик яҡтан таҙа сеймал тәшкил итә. Шәхси эшҡыуарҙың ойошмаһында эшселәр рәсми рәүештә эш менән тәьмин ителгән, тимәк социаль яҡтан да яҡланған. Предприятие етәксеһе Ринат Ришат улы сәләмәт тормош алып бара, районда йәмәғәт инициативаларына гел ярҙам итә.

Төп шөғөлдәре—ағас эшкәртеү
Төп шөғөлдәре—ағас эшкәртеү

Ринат Усманов, Белорет ҡалаһында урта мәктәпте тамамлағас, күп кенә тиҫтерҙәре кеүек кем булырға, ҡайҙа уҡырға барырға, тип ҡаңғырып йөрөмәй, мәктәптә уҡыған осорҙа уҡ уҡытыусы булыу хыялы менән йәшәй. Шуға ла документтарын Башҡорт дәүләт педагогия университетына тапшыра, яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән егет, һынауҙарҙы уңышлы үтеп, университет студенты булып китә.

 

– 2012 йылда уҡыу йортон тамамлап, тыуған ҡалама ҡайттым, тик һөнәрем буйынса бер ҡайҙа ла эш тәҡдим итмәнеләр. Унда йүгерҙем, тегендә һуғылдым, әммә һөҙөмтәһеҙ, – ти Ринат Ришат улы. – Эшһеҙ йөрөргә күнекмәгәс, күп уйлап тормай, ҡалала уңышлы эшмәкәрлек алып барған “Пиломир” компанияһына ҡорамалдарҙы ремонтлау буйынса слесарь булып эшкә урынлаштым.

Яңы ғына уҡыу йортон тамамлаған егеткә эшкә өйрәнеп китеүе ауыр булмай. Бергә эшләгән иптәш­тәре лә тәүге осорҙа уға кәңәшсе була, һәр яҡлап ярҙам тойоп, хеҙмәт сынығыуы үтә Ринат.

 

Ике йылдан һуң йәш егетте компания етәкселеге Йылайыр районында асылған “Пиломир” магазинына директор итеп ебәрә. Ринат Ришат улы һис икеләнеүһеҙ сит төбәккә эшкә юллана. Өҫтәүенә, етәкселек тә уға ҙур ышаныс күрһәтә. “Әлбиттә, Йылайыр районы ла урманлы төбәк, мин үҙемде сит кеше итеп тойманым, сөнки тау-урмандары ла беҙҙең яҡтар­ҙыҡына оҡшаған бит”, – тип иҫләй ул көндәрҙе Ринат Усманов.

Тырыш егет компанияла эшләү менән бер рәттән үҙ эшен дә ойошторорға йөрьәт итә. Ул, атаһы менән кәңәшләшеп, ошо тармаҡта эшмәкәрлек алып барған тәжрибәле эшҡыуарҙар менән һөйләшеп, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам” милли проекты сиктәрендә

түбән сортлы ағасты эшкәртеү буйынса предприятие булдыра. Өс йылдан һуң Белорет компанияһының Йылайырҙағы “Пиломир” магазинын да һатып алыуға өлгәшә. Ринат Ришат улы һуңынан компанияны ҡалдыра, сөнки үҙе булдырған предприятиены алға этәрергә, уны артабан үҫтерергә тура килә.

Әле ике тиҫтәгә яҡын кешенән торған йәмғиәт заказ буйынса тара продукцияһы, поддондар, шпалдар һәм башҡа төрлө ағас әйберҙәре етештерә. Эшкәртелгән ағас ҡалдыҡтарын юҡ итмәйҙәр, ә халыҡҡа утынға һатып, йәмғиәт ҡаҙнаһын байыталар.

Эшҡыуар етештергән продукцияһына ихтыяж ҙур, эшҡыуар Силәбе, Ырымбур, республиканың күп кенә предприятие-ойошмалары менән килешеүҙәр төҙөп, матур ғына эшмәкәрлек алып бара. Әҙер продукцияны эшҡыуар заказсыларға үҙе илтеп ҡуя. Ә бының өсөн ҡеүәтле йөк машиналары, ҡоролмалары етерлек. Техника паркы бында бай. Заманса ағас эшкәртеү ҡоролмалары булғас, ҡулланыусыларҙан көн һайын килгән заказдар ваҡытында үтәлә, тотҡарлыҡтар юҡ. “Баҙар иҡтисады бит, бер көнгә заказды һуңлатһаң, иртәгәһенә һиңә мөрәжәғәт итмәйәсәктәр. Шуға ла егеттәр, ҙур ихласлыҡ күрһәтеп, тырышып эшләй. Сифатына ла иғтибар итәбеҙ, хаҡын да юғары ҡуймаҫҡа тырышабыҙ”, – ти Ринат Усманов.

Предприятие бөгөн эре хужа­лыҡ­тарҙан һанала, шуға ла йыл һайын яңы ҡорамалдар һатып алыуға, уны тулыландырыуға аҡса йәлләмәй етәкселек. Сеймал менән предприятиены, нигеҙҙә, Йылайыр районы ағас етештереүселәре тәьмин итә.

Предприятие тотороҡло эшләй, эш һорап мөрәжәғәт итеүселәр күп. Ҡыҙыу миҙгелдә хеҙмәткәрҙәр һаны арта, улар, башлыса, килешеү нигеҙендә эшкә алына.

Район хакимиәтенең ярҙамын тойоп йәшәй предприятие. Лизинг ысулы менән, мәҫәлән, яңы техника, ҡорамалдар һатып алғандар. Ике яңы цех сафҡа индерелгән. Хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттарын яҡшыртыуға ла ҙур иғтибар бүлә етәкселек. Ял бүлмәләре, туҡланыу өсөн махсус биналар ҡаралған.

– Белорет яҡтарынан килеп, Йылайырҙа төпләнеүемә үкенмәйем, яратҡан эшем бар, тырыш хеҙмәткәрҙәрем етерлек. Ә уңғандарға ҡайҙа ла эшләргә мөмкинлектәр бар, тик ихласлыҡ менән эшләргә кәрәк, – ти Ринат Усманов.

 

 

Автор:Гульдар Кадаева