АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
18 Ноябрь 2020, 17:10

ТИМЕРСЕЛЕК—ҮҘЕ БЕР СӘНҒӘТ

—Тимерселек эше—боронғо кәсеп, ул элек-электән һәр ерҙә ҙур ихтыяж менән файҙаланған. Был шөғөл оҫтаһы һәр ауылдың тотҡаһы булған. Ә, минеңсә, ул—үҙе бер сәнғәт өлгөһө. Бында ижади ҡараш мөмкинлеге бар. Минең эштәремде күреп, кешеләр ҡыуанһа, күңелдә аңлата алмаҫлыҡ рәхәтлек тоям. Һуңғы ваҡытта йорт өсөн тимерҙән семәрләп төрлө әйберҙәр яһатыусылар артты, хатта семәрләп эшләнгән карауатҡа ла заказ биреүселәр бар,—ти Юнир.

Сибай ҡалаһында йәшәгән Юнир Шәриповты күптәр оҫта тимерсе булараҡ яҡшы белә. Сибай концерт-театр берекмәһенең логотибы менән эшләнгән тимер консрукцияларҙың ҡала урамдарын биҙәп тороуына халыҡ күптән өйрәнеп тә бөттө. Уның ҡулдары менән тимерҙән яһалған сәскә, театр битлеге, арфа ҡылдары төшөрөлгән реклама стендтары һәр кемде концерт-тамашаларға саҡырып тора. Мәҙәни арт-объекттарҙы эшләүгә тимерсе бар оҫталығын һала. Эскиздарға күңел йылыһын түгеп, һәр ғәмәлде ҡулдан башҡарып, тигеҙләп, йышып, буяп та ҡуя. Театр артистары өсөн ике бутафор һалҡын ҡорал-ҡылыс та эшләп биргән.
Юнир Шәрипов бала саҡтан тимер эшенә маһир. Уның шул саҡта уҡ үҙ ҡулдары менән яһаған әйберҙәре әле лә һаҡлана. Сибай сәнғәт мәктәбендә алған тәүге оҫталыҡ дәрестәрен бөгөн дә ҙур ихтирам менән хәтерләй, уҡытыусыларына рәхмәтен белдерә.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән мәҡәлде күҙ уңында тотоп, ул үҙен төрлө өлкәлә һынап ҡарай. Трактор, экскаватор ҙа йөрөтә, йәшелсә үҫтерә, балта оҫтаһы, иретеп-йәбештереүсе, рәссәм-биҙәүсе, тату төшөрөү оҫтаһы ла була. Әммә быларҙың барыһы ла тынғыһыҙ күңеленә рәхәтлек килтермәй, тормошта үҙ юлын эҙләүен дауам итә.
Ниһайәт, үҙенә оҡшаған шөғөл табыла. Сибай ҡалаһының таш эшкәртеү цехында тимерҙән төрлө әйберҙәр яһай башлай. Тимер оҫта ҡулында төрлөсә сүкелеп-бөгөлөп, күҙҙең яуын алырлыҡ нәмәләргә әүерелә. Биҙәктәр менән семәрләнгән эскәмйә, ҡапҡа-ҡоймалар, баҫҡыстар, ҡәберлек өсөн рәшәткәләр тиһеңме, шешлек өсөн мангал, һоҫҡо, ут болғауыс кеүек әйберҙәр булһынмы—барыһын да сыньяһау итеп ҡойоп ҡуйыуы менән хайран ҡалдыра.
—Тимерселек эше—боронғо кәсеп, ул элек-электән һәр ерҙә ҙур ихтыяж менән файҙаланған. Был шөғөл оҫтаһы һәр ауылдың тотҡаһы булған. Ә, минеңсә, ул—үҙе бер сәнғәт өлгөһө. Бында ижади ҡараш мөмкинлеге бар. Минең эштәремде күреп, кешеләр ҡыуанһа, күңелдә аңлата алмаҫлыҡ рәхәтлек тоям. Һуңғы ваҡытта йорт өсөн тимерҙән семәрләп төрлө әйберҙәр яһатыусылар артты, хатта семәрләп эшләнгән карауатҡа ла заказ биреүселәр бар,—ти Юнир.
Алтын ҡуллы оҫтаның Өфө ҡалаһындағы бер фотостудияның махсус заказы буйынса эшләгән “Тәхеттәр уйыны” тәхете, һөңгө һәм сәмреғош төшөрөлгән ҡалҡаны күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Тимәк, тиҙҙән социаль селтәрҙә Сибай тимерсеһе яһаған был тәхеткә ултырып төшөүселәрҙең фотоһүрәттәрен күрербеҙ. Ысынлап та, оҫта бит!
Кәримә Усманова,
Сибай ҡалаһы.