Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
4 Июнь 2020, 11:15

Эшҡыуар ханымдың эше көйлө

—Милли кейемде беҙ сәхнә костюмы булараҡ ҡына беләбеҙ. Ә бит уны ябай кешеләр ҙә кейеп йөрөй ала һәм был бик отошло булыр ине. Эшем буйынса Ҡырғыҙстандың Бишкәк ҡалаһында күп тапҡырҙар булдым. Ҡырғыҙҙар рәхәтләнеп милли кейемдәрен кейеп йөрөй. Шул тиклем килешә үҙҙәренә! Башҡорттарҙың да балитәкле күлдәктәре, камзулдары бар бит, шуларҙы кейеүҙе модаға индергем килә. Хатта милли кейем тегеү цехы асыу өҫтөндә лә эшләй башланым,—тип пландары менән бүлеште Г.Сөйөшева.—Элек никах мәлендә ата туны, инә туны кейҙерешеү йолаһы булған. Шуны тергеҙгем килә. Ябай тауар киҫәге булмаһын ул, тун тип әйтерлек кейем булһын. Тағы уны эҙләп йөрөмәһендәр, инһендәр ҙә һатып алһындар.

Һуңғы йылдарҙа хәләл тауарҙарына һорау артҡанлыҡтан, Ислам диненә бәйле эшҡыуарлыҡ уңышлы һәм табышлы тармаҡтарҙан иҫәпләнә. Мосолмандар өсөн хеҙмәт күрһәтеү баҙары ла киңәйгәндән-киңәйә.
Сибайҙар һәм ҡала ҡунаҡтары “Имран” мосолман тауарҙары магазинына бик теләп йөрөй. Беренсенән, ул ҡаланың үҙәгендә—“Бикбау” сауҙа комплексында урынлашҡан. Икенсенән, был магазин халыҡтың иғтибарын хәләл тауарҙары, ассортименты менән йәлеп итә. Бынан тыш, дини байрамдар алдынан бөтә тауарҙарға ла ташламалар яһалыуы ла үҙҙәренә ылыҡтырыуҙың бер алымы.
—Беҙҙең магазин 2011 йылдан алып эшләй. Башта интернет аша һатыу менән булышһаҡ, аҙаҡ, сауҙа майҙансығы булдырҙыҡ,—тип һөйләй магазин хужабикәһе, шәхси эшҡыуар Гөлфирә Рафаҡ ҡыҙы Сөйөшева.–Күптәрҙе магазиндың атамаһы, уның ҡайҙан килеп сығыуы ҡыҙыҡһындыра. Имран—ул кеше исеме, дөрөҫ юлдағы шәхес тигәнде аңлата. Был исем Ҡөрьән-Кәримдә бер нисә тапҡыр иҫкә алына. Имрандың тағы бер тәржемә төрө бар: ғәрәпсә “амр” һүҙенән алынып ғүмер тигән мәғәнәлә ҡарала.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарҙар инициативаларына ярҙам итеү”милли проекты сиктәрендә эш алып барған Г.Сөйөшева магазиндың исеме есеменә тап килһен өсөн барыһын да эшләй: кәштәләрҙе тауар менән тултыра, заказдар эшләй, яңынан-яңы дини әҙәбиәт алдыра, сувенирҙар, биҙәүестәр һәм көнкүрештә кәрәкле әйберҙәр алып килә.
—Иманға ҡайтҡас, мосолмандарҙың кейемдәренә айырым талаптар барлығын аңланым. Ҡөрьән-Кәрим бит билдәле йәшәү рәүеше алып барырға, хәрәмдән тыйылырға ҡуша. Ә ҡалала мосолман кейемдәре магазины юҡ. Ҡайҙан, нимә табып, килешле кейенергә,—тип баш ваттым. Кейемгә ҡарап ҡаршы алалар, тигәндәй, мосолман ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәрен нәзәкәтле тойһон, йәмғиәттә үҙҙәрен лайыҡлы тотһон өсөн кейем-һалым магазины асырға булдым.
—Хәләл кейем буламы ни?—тип һораным эшлекле ханымдан.
— Хәләл—йәшәү рәүеше. Ул тик файҙаға ғына булған аҙғынлыҡтан тыйылыу. Әлегә хәләл стандарттары буйынса комитет тармағы хеҙмәттәре тик сауҙала ғына ҡулланыла. Диндә хәләл кейем тигән төшөнсә юҡ. Тик Аллаһ Тәғәләгә табыныусылар өсөн кейем тәбиғи материалдан булырға, Ислам дине ҡанундарына ярашлы беселеп, тегелергә тейеш, йәғни әүрәтте (башҡалар күрмәһен өсөн ҡаплаулы булырға тейеш тән өлөштәре) ҡапларға тейеш. Ирҙәрҙең эс тәңгәленән алып тубыҡтан аҫҡаса, ҡатын-ҡыҙҙарҙың бөтә тәне (ҡулы, бите, табанынан башҡа) көплө булырға тейеш. Ирҙәргә ебәктән кейенеү һәм алтын тағыу тыйыла. Ҡатын-ҡыҙҙарға иһә былар рөхсәт ителә.
Гөлфирә Рафаҡ ҡыҙының хыялы тормошҡа ашҡан: “Имран” магазинында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дә, ир-егеттәр өсөн дә кейем-һалым күп. Никах өсөн күлдәктәрҙең ниндәйе генә юҡ! Яулыҡтарҙың төрлөлөгөнән күҙҙәр ҡамаша. Ошонда уҡ һәр кейемгә биҙәүестәр тап килтереп һатып алырға була.
Бынан тыш, магазинда дини әҙәбиәт күп. Ҡөрьән-Кәримдән башлап доға китаптары, намаҙ уҡыу тәртибе, сүрәләр, аяттар йыйынтығы—бөтәһе лә бар. Китаптарҙы һатып алырға мөмкинлеге булмағандар уны кәштә янында ултырып уҡый алһын өсөн дә шарттар булдырылған.
Сәләмәтлек мөйөшөндә лә тауарҙар етерлек. Массаж өсөн эфир майҙары, әнис, ҡара әнис, етен майы, хельба, башҡа файҙалы үҫемлектәр орлоҡтары урынлашҡан.
Косметиканың составында спирт булмаған хушбуйҙар, майлы хушбуйҙар, гигиена әйберҙәре бар.
Гөлфирә Рафаҡ ҡыҙы милли кейемдәргә лә өҫтөнлөк бирә. Магазинда хатта айырым бүлек бүленгән.
—Милли кейемде беҙ сәхнә костюмы булараҡ ҡына беләбеҙ. Ә бит уны ябай кешеләр ҙә кейеп йөрөй ала һәм был бик отошло булыр ине. Эшем буйынса Ҡырғыҙстандың Бишкәк ҡалаһында күп тапҡырҙар булдым. Ҡырғыҙҙар рәхәтләнеп милли кейемдәрен кейеп йөрөй. Шул тиклем килешә үҙҙәренә! Башҡорттарҙың да балитәкле күлдәктәре, камзулдары бар бит, шуларҙы кейеүҙе модаға индергем килә. Хатта милли кейем тегеү цехы асыу өҫтөндә лә эшләй башланым,—тип пландары менән бүлеште Г.Сөйөшева.—Элек никах мәлендә ата туны, инә туны кейҙерешеү йолаһы булған. Шуны тергеҙгем килә. Ябай тауар киҫәге булмаһын ул, тун тип әйтерлек кейем булһын. Тағы уны эҙләп йөрөмәһендәр, инһендәр ҙә һатып алһындар.
Гөлфирә Рафаҡ ҡыҙы мул ҡуллы эшҡыуар булараҡ та ҡалалаштар араһында абруй яулаған. Саҙаҡа биреү, зәҡәт түләү—уның өсөн ғәҙәти әмәл.
—Ни тиклем күп саҙаҡа бирһәң, Аллаһ Тәғәлә унан да күберәкте әйләндереп ҡайтара. Шуға ла һәр ваҡыт ташламалар яһарға, мохтаждарға ярҙам итергә тырышам,—ти ханым.
Баш-көллө эшкә сумған эшҡыуар донъяһын да гөрләтеп көтә. Ире Ирек Мөҙәрис улы менән Арҡайым ҡасабаһында күркәм йорт һалып инделәр. Тормоштары етеш, ихаталары тулы ҡош-ҡорт, баҡса. Әммә Сөйөшевтарҙың төп байлығы—балалары Нияз, Ильяс, Әлиә. Ғәзиздәре үҙҙәренән дә артыҡ муллыҡта, имен-һау йәшәһендәр тип тырыша эшҡыуар.
#нацпроекты#миллипроекттар