Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
20 Ноябрь 2018, 14:41

Уңғандың эше лә уң

Баймаҡ районының Билал ауылы ҡыҙы Миләүшә Илсат ҡыҙы Әминева 9-сы кластан һуң уҡыуын I Этҡол республика компьютер лицейында дауам итә. Уның әсәһе Илдүсә Азамат ҡыҙы—мәғариф ветераны, оҙаҡ йылдар Билал мәктәбендә балаларға башҡорт, рус телдәренән һабаҡ бирә, директор урынбаҫары вазифаһын етәкләй. Атаһы Илсат Афзал улы алдынғы механизатор булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан.

Баймаҡ районының Билал ауылы ҡыҙы Миләүшә Илсат ҡыҙы Әминева 9-сы кластан һуң уҡыуын I Этҡол республика компьютер лицейында дауам итә. Уның әсәһе Илдүсә Азамат ҡыҙы—мәғариф ветераны, оҙаҡ йылдар Билал мәктәбендә балаларға башҡорт, рус телдәренән һабаҡ бирә, директор урынбаҫары вазифаһын етәкләй. Атаһы Илсат Афзал улы алдынғы механизатор булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан.
Миләүшә бала саҡтан тырыш, маҡсатына ирешеүсән ҡыҙ булып буй еткерә. Яҙмышын күрше Таһир ауылы егете Вилүр Хажиев менән бәйләй. Өйләнешкәс йәш ғаилә Билал ауылында матур итеп тормош ҡороп ебәрә. Уларҙың бер-бер артлы өс балалары донъяға килә. Хажиевтар ауылда эш юҡ тип ҡул ҡаушырып ултыра торғандарҙан түгел. Миләүшә Илсат ҡыҙы бер ауырлыҡтан да ҡурҡып тормайынса, сауҙа эшенә тотона. Тәүҙә ҡуртымға алынған бинала һатыу итһә, өс йыл элек үҙҙәренең көсө менән магазин төҙөп сафҡа индерәләр. Ауыл халҡы күптән инде был сауҙа нөктәһен үҙ итеп өлгөргән. Шулай булмай ни? Үҙе хужа, үҙе һатыусы ролен үтәгән Миләүшә һәр кемде асыҡ йөҙ менән ҡаршы алып, уларҙы сифатлы аҙыҡ-түлек, кейем-һалым һәм көнкүреш тауарҙары менән тәьмин итеп тора.
—Эште башлағанда ауырлыҡтар күп булды. Әммә кеше тырышһа, бар нәмәгә лә ирешә, тип уйлайым. Үҙ эшемде асыу өсөн кредит алырға тура килде. Әммә быға бер ҙә үкенмәйем. Үҙемдең ныҡышмаллығым һәм иремдең ярҙамы менән бына 7 йыл инде магазиныбыҙ тотороҡло эшләп килә,—тип һөйөнә Миләүшә.
Билал ауылында эреле-ваҡлы ете магазин урынлашҡан. Хажиевтарҙың «Йондоҙ» исемле магазины әллә ҡайҙан балҡып үҙенә ылыҡтырып ултыра. Һатып алыусыларға ҡарата яғымлы, яҡшы һүҙле Миләүшә Илсат ҡыҙы «Ҡояш аҫтында бөтә кешегә лә урын етә» тигән девиз аҫтында йәшәй. Ул үҙенең магазин кәштәләрен ятыраҡ кейем-һалым, көн дә кәрәкле әйберҙәр менән тулыландырып тора. Һатып алыусыларға ихтирам менән ҡарағас, улар ҙа «Йондоҙ»ҙо үҙ итә.
Миләүшә Илсат ҡыҙын ауылдаштары уңған хужабикә, һөйөклө ҡатын һәм әсә булараҡ та белә. Хажиевтар торлаҡ сертификаты алып, ҙур йорт һалып ингән. Fаилә башлығы Вилүр Шамил улы Себер тарафтарында эшләй. Ялға ҡайтҡанында ул да магазин эшенә сума, тауар ташый, уны кәштәләргә урынлаштырырға ярҙам итә. Балалар ҙа атайҙарын ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ала. 6-сы, 3-сө, 2-се класс уҡыусылары Азат, Динә һәм Марат яҡшы уҡыуҙары, буш ваҡыттарында йорт-ихата эштәрен башҡарыуҙары менән ата-әсәһен һөйөндөрә.
—Эш асырға уйлаған йәштәргә теләгем бер: хәҙер стартап кеүек төрлө программалар бар, ҡурҡмағыҙ, ниәтләгән эшегеҙгә тотоноғоҙ. Ауылдарҙа эшҡыуарлыҡты йәйелдерһәк, ауыл да йәшәйәсәк, йәштәр ҙә тыуған төйәктәренән китмәйәсәк,—ти Билалдың йәш эшҡыуары Миләүшә.