Экология
27 Сентября , 15:35

Еребеҙ йәшел булһын!

Сибайҙа ҡала хакимиәте башлығы С.Озерцов хеҙмәттәштәре, махсус хәрби операция ветерандары, производство коллективтары һәм «Хәрби туғанлыҡ» («Боевое братство») ойошмаһы вәкилдәре менән берлектә «Терра Зауралье» экопаркында миләштәр ултыртты. Шулай уҡ хеҙмәт коллективтары биләмәне сүп-сарҙан һәм ҡоро үләндән таҙартты.

Еребеҙ йәшел булһын!Еребеҙ йәшел булһын!
Еребеҙ йәшел булһын!


Шәмбе көнө республикабыҙҙа күптән традицияға әйләнгән
«Йәшел Башҡортостан» экологик акцияһы йәнә страт алды. Унда беҙҙең төбәк халҡы һәр ваҡыттағыса дәррәү ҡатнашты.

Сибайҙа ҡала хакимиәте башлығы С.Озерцов хеҙмәттәштәре, махсус хәрби операция ветерандары, производство коллективтары һәм «Хәрби туғанлыҡ» («Боевое братство») ойошмаһы вәкилдәре менән берлектә «Терра Зауралье» экопаркында миләштәр ултыртты. Шулай уҡ хеҙмәт коллективтары биләмәне сүп-сарҙан һәм ҡоро үләндән таҙартты.

--Ваҡыт табып, был эштә ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәт! Нәҡ ошондай битараф булмаған кешеләр арҡаһында ҡалабыҙ йәмлерәк һәм йәшелерәк була бара,--ти хакимиәт башлығы.

Хәйбулла районы халҡы ла республика күләмендәге «Йәшел Башҡортостан» экологик акцияһында бик әүҙем ҡатнашты. Сара барышында район биләмәһендә 400-ҙән ашыу ағас үҫентеһе ултыртылды. Улар араһында пирамидаль тирәк, миләш, ҡарағай, шулай уҡ ябай һәм күк шыршылар бар.

Акцияның төп майҙансығы итеп Аҡъяр ауылы һайланды. Йәшелләндереү эштәре бигерәк тә Салауат Юлаев проспектында киң ҡолас алды—бында пирамидаль тирәктәрҙән аллея булдырылды.

Төньяҡ-көнсығыш парктағы сара айырыуса иғтибарға лайыҡ: бында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған аллеяла күк шыршылар ултыртылды. Был—ил һаҡсыларына булған оло хөрмәт билдәһе һәм район өсөн әһәмиәтле урынды төҙөкләндереүгә индерелгән ҙур өлөш.

Баймаҡ ҡалаһында иһә Сибай һәм Ленин урамдарындағы аллеяларҙы йәшелләндереүгә айырым иғтибар бүленгән. Бында 21 имән, 25 миләш, 10 шыршы һәм 10 декоратив тал ултыртылған.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, бындай акциялар тәбиғәтте йәшелләндереп кенә ҡалмай, ә кешеләрҙе изге һәм файҙалы эштәр янында берләштерә.

 Резеда Усманова.


Автор:Резеда Валиева
Читайте нас