Экология
13 Августа , 05:30

Был беҙҙең еребеҙ!

«Таҙа Талҡаҫ» акцияһы унынсы тапҡыр шәмбе көнө үтте тип хәбәр иткәйнек инде. Унда махсус хәрби операция яугире лә ҡатнашты.

—Унынсы экологик өмәлә һәр ваҡыттағыса Сибай институты актив ҡатнашты. Ғөмүмән, ошо йылдар эсендә беҙҙең уҡыу йорто бер генә саранан дә ситтә ҡала алманы, гел алғы һыҙатта булды. Студенттар һәм уҡытыусыларға «Фронтҡа ярҙам» штабы ирекмәндәре ҡушылды. Беҙ уларҙы үҙебеҙҙеке тип иҫәпләйбеҙ, сөнки институт был төркөмгә буш торған уҡыу корпусын биреп, ҡанаты аҫтына алды.

Был юлы беҙгә апрель айында ултыртҡан йәшел зона биләмәһенең ҡоймаларын буярға ҡушылды. Биләмә бик ҙур, әммә ирекмәндәр өс сәғәт эсендә уны буяп сыҡты. Беҙҙең менән бергә педагогия факультеты студенты Игорь Горнодудтың булыуы айырыуса ғорурлык уятты. Игорь— махсус хәрби операция зонаһынан ҡайтҡан яугир. Бер аяғын юғалтыуына ҡарамаҫтан, ул тормошҡа һөйөү менән ҡарай, илебеҙҙе генә түгел, тирә-яғыбыҙҙы, матурлыҡты киләсәк быуын өсөн һаҡларға кәрәк тип иҫәпләй, шуға өмәгә ҙур теләк менән ҡушылды. «Тегендә егеттәр дөйөм ил именлеге өсөн көрәшһә, беҙ, тылдағылар, шул уҡ ер өсөн тырышабыҙ. Был да ҙур эш, оло бурыс»,—тине ул.

Шулай уҡ уҡыу йортонда урынлашҡан Рәсәй геройы Тамерлан Илһамов исемендәге ирекмәндар үҙәге етәксеһе Рина Микрюкова сараға бик теләп ҡушылды. Ул: «Талҡаҫ беҙҙең өсөн ял урыны ғына түгел, ә беҙҙен кесе Ватаныбыҙ, атайсалыбыҙ, шуға ла Сибай институты коллективы йыл һайын өмәлә әүҙем ҡатнаша, был юлы ил һаксылары хәтеренә булдырылған парктың ҡоймаларын буяныҡ һәм һәләк булғандарҙы иҫкә алдыҡ»,—тип белдерҙе.

Ғөмүмән, беҙ экологик акцияға теләп ҡушылабыҙ һәм башҡарылған эштән ҡәнәғәт булып ҡайтабыҙ.  Студенттарыбыҙҙа илгә, тирә-яҡҡа ҡарата һөйөү уята алыуыбыҙға ҡыуанабыҙ,—ти Сибай институтының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Рәүилә Хәсәнова.

Был беҙҙең еребеҙ!
Был беҙҙең еребеҙ!
Был беҙҙең еребеҙ!
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас