

Билдәле ғалим океанолог Жак Кусто ике диңгеҙҙең ҡатнашмауын дәлилләләй. Ул турала күп быуатттар элек Ҡөрьән сүрәһендә әйтелгән. Һыуҙарҙың тығыҙлыҡ берәмеге, йәшәү рәүеше һәр диңгеҙҙеке айырым. Урта диңгеҙ менән Атлантик океан (Гибралтар боғаҙы), Төньяҡ диңгеҙ менән Балтик диңгеҙенең һыуҙары бер-береһә ҡушылмай.
Аллаһы Тәғәлә тормошто шулай ҡорған: ер өҫтө, ер аҫты, һыу аҫты, күк йөҙө--һәр урында ла йән эйәләре көн итә. Кешелектең барлыҡҡа килеүенә 3,5 миллион йылдан артығыраҡ, тип иҫәпләйҙәр. ХХ быуатҡа тиклем беҙҙең ата-бабалар нисек тәбиғәткә зыян килтермәнеләр икән? Ер, һауа, һыу, үҫемлектәр, төрлө йән эйәләре бер бөтөн булып, гармонияла йәшәгән.
Беҙҙең олотайҙар ғүмер итеү урынын йылға буйҙарында һайлаған: Төйәләҫ, Ҡыҙыл, Һаҡмар, Урғаҙа, Таналыҡ, Йылайыр һ.б. Йорт һалыу өсөн нигеҙҙе лә һыу ярҙамында билдәләгәндәр. Төнгөлөккә яңы урынға өҫтөн япмай, бер биҙрә һыу ҡалдырғандар, иртәнсәк тикшергәндәр. Әгәр һыу өҫтөнә саң, бысраҡ ҡунһа, был насар урын, ә инде таҙа булһа--нигеҙ өсөн тыныс, өй һалырға була. Өй эргәһендә һыу сығанағы урынын билдәләү өсөн ҡаҙ ебәргәндәр. Әгәр ҡаҙ ятһа, соҡона башлаһа, шул ерҙә ҡоҙоҡ ҡаҙырға була. Башҡа халыҡтар кеүек, башҡорттар ҙа һыуҙы изгеләштергән. Һыу менән төрлө ауырыуҙарҙы дауалағандар. Изге Ҡөрьән сүрәләрен, аяттарын уҡып, ауырыу кешеләргә һыу эсерәләр, йәки йыуындыралар. Һыу үҙе бер мөғжизә, уның хәтере бар икәне билдәле. Ул тылсым көсөнә эйә, «тере һыу, “үле һыу” бар тиҙәр. Таң һыуын ҡулланғандар, ҡояш ҡалҡҡанса һыуҙа ҡойонғанадар. Ялан аяҡ ысыҡта йөрөгәндәр, яулыҡты ысыҡлы үләндә еүешләп ябынғандар. Ҡояш байығас, һыуға барыу тыйылған, һыу эйәһе Дәрйәне (дарья) тынысһыҙлараға ярамаған. Әгәр һыу бик кәрәк булһа, унан рөхсәт һорап ҡына алғандар:
-Аҡбуҙ атлы, аҡ һаҡаллы, ҡунаҡ килгән, тәһрәткә һыу бирегеҙ!
Һаҡмарҙа томбойоҡ сәскәләрен “һыу инәһе сәскәләре”,--тип өҙмәҫкә ҡушҡандар.
Халыҡта һыуға бәйле йолалар, ырымдар йәшәй. Бала донъяға килгәс тә доғалар уҡып йыуындыралар, “күҙ теймәҫ” тиҙәр. Мәйетте һуңғы юлға оҙатыр алдынан, йыуындыралар, аҡ кәфенгә төрәләр. Ике осраҡта ла һыуға “тылсым” мәғәнәһе бирелә.
Халыҡ ижадында һыу мөһим урын биләй. ‘Урал батыр” эпосында йәншишмәнән һыу эсеп, үлә алмай интеккән ҡарт образы бирелә. Ул Урал батырға кәңәш итә:
-Донъяла мәңге ҡалам тип,
Йәншишмәнән эсмәгеҙ,
Миндәй хурлыҡ күрмәгеҙ...
Урал батыр йәншишмәне уртлап, тирә-яҡҡа бөрккән, шул саҡтан бирле тәбиғәт мәңге йәшел ҡалған, ти.
“Алдар менән Зөһрә” хикәйәтендә Яйыҡ һәм Һаҡмар, Ағиҙел һәм Ҡариҙел, Ҡармасан һәм Сәрмәсән, Ашҡаҙар һәм Дим, Өршәк менән Юшатыр, Бөрө менән Танып буйҙарының данлы батырҙарын күрергә мөмкин.
Күп кенә йырҙарҙа халыҡ йылға, күлдәрҙе данлап йырлаған.
Ағиҙелкәй ҡайҙа, ай, туғайҙа,
Ағиҙелкәй кеүек, һыу ҡайҙа?
Ағиҙелкәйҙәрҙең, ай, һауаһы
Йәнгә рәхәт, тәнгә ҙур файҙа.
Башҡротостанда 800-гә яҡын күл, 600 йылға иҫәпләнә. Ағиҙел--1430 км, Ҡариҙел--Өфө - 918 км оҙонлоғонда. Иң ҙур күл--Асылыкүлдең майҙаны 22 кв.км.
1967 йылда беҙ—БДУ студенттары Дәүләкән районында фольклор йыйыу экспедицияһында булдыҡ. Халыҡта йәшәп килгән легендалар, риүәйәттәр ишеттек. Мәҫәлән, Асылыкүлдең батшаһы ҙур афәт, бәлә-ҡаза килерен алдан иҫкәртер булған. Уның һыуы ныҡ ташып, тирә-яҡты баҫыр булған.
“Заятүләк менән Һыуһылыу” хикәйәте киң таралған. Асылыкүлдең бейек яры аҫтында, күл ситендә һыу батшаһының ҡыҙы һыуһылыуҙың тараҡ һалған эҙҙе ташта уйылып ҡалған. Заятүләктең күк толпарының даға эҙҙәрен күрҙек.
Егет ҡыҙҙы күргәс:
-Һыу аҫтына төшәйем,
Һинең менән булайым!—ти.
Ҡыҙ:
-Минең атым Һыуһылыу,
Мине һорап даулама
Һиңә булыр түгелмен,
Һыу төбөндә үлерһең,--тип яуаплай.
Һыу аҫты батшалығынан өйөр-өйөр тоҡом аттары сыҡҡан икән, тиҙәр. Атаҡлы Шүлгән мәмерйәһе эргәһендәге бер күл бик борон һыу төбәнән йылғы малы сыҡҡанға, “Йылҡысыҡҡан күл” тип йөрөтөлә. Был урындың ҡотло булыуы, күлдән сыҡҡан малдың үрсемле булыуын билдәләп, уны изгеләштергәндәр.
Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында “биреләр”, йәки “ун һигеҙҙәр” тураһында ҡыҙыҡлы риүәйәт бар. “Борон Ҡарағайлы йылғаһы киң, тәрән булған, һыу йәнлектәре, балыҡ уйнап торған. Таң мәлендә һунарсы егет һыу буйлап килһә, йыр ишетелгән. Таш өҫтөндә бер сибәр ҡыҙ оҙон сәстәрен тарай, үҙе йырлай икән. Егет серле ҡыҙҙы көн дә һағалап, тотоп алып ҡайта, уға өйләнә. Ҡатын йыл да бәпесләй, игеҙ балалар килтерә, ун һигеҙ бала булып китә. Бер кис ҡатын һыуға китә лә ҡайтмай. Ире эҙләп барһа, яр буйында биҙрәләре, көйәнтәһе ята, үҙе юҡ. Ир күпме саҡырһа ла ҡатын ҡайтмай. Ауылда ул бире ҡыҙы булған икән, тигән һүҙ йөрөй башлай. Ун һигеҙ баланан таралған тоҡомдо “биреләр” тип йөрөтәләр”.
Башҡа халыҡтарҙа ла һыуға бәйле легендалар, йолалар бар.
2013 йылда мин Көньяҡ Ҡаҙағстанға барғайным. Ундағы ҡунаҡсыл үзбәк, ҡаҙаҡ халҡы менән аралаштым, сәйәхәт иттем. Доньяла киң билдәле изге ҡоҙоғо булған Үкәшә ата кәшәнәһенә барҙым. Ул Ислам динен таратыусы, Мөхәммәт пәйғәмберҙең яҡын сәхәбәһе була. Намаҙ уҡығын ваҡытында дошмандар уның башын өҙә. Батырҙың башы төшкән ерҙә Ҡаратау башында тәрән ҡоҙоҡ барлыҡҡа килә. Уның һыуы нисәмә быуат ҡоромай, изге һанала. 25 метр тәрәнлектәге ҡоҙоҡтан һыу алаһың. Үкәшә атаның рухы кешене һайлап ҡына һыу бирә, кемгәлер һыу сыға, кемгәлер буш биҙрә сыға. Шул һыу күпме торһа ла боҙолмай, мин дә һыу алдым, өйгә алып ҡайттым.
Халыҡ араһында “Ете ҡыҙ” йыры киң билдәле. Ҡаҙаҡ баҫҡынсыларына ҡаршы көрәш ваҡытында ир-егеттәр кейеменә кейенеп, яуҙа батырлыҡ күрһәткән ете ҡыҙ хөрмәтенә сығарылған. Әсирлектән ҡасып, был ҡыҙҙар күлгә батып үлгән. “Ете ҡыҙ” көйөнә бейеү ҙә бар.
Һыуға бәйле теләктәр, юрауҙар бар. Ямғыр яумаһа, йылға буйына барып,теләк теләйҙәр, бер - береһен һыуға ырғыталар. “Ямғыр яу, яу, яу. Иген үҫһен тау, тау. Беҙ йәшәрбеҙ һау, Һау ...” Шулай тип әйтеп, күпергә йәки баҫмаға 40 күнәк һыу ҡоялар. Ямғыр яумаһа, яңғыҙ тирәккә һыу һибәләр...
Ололар һыуҙы артыҡ исрафламаҫҡа, түккеләп, сәсрәтмәҫкә, ипле тотонорға өйрәткән. Һыуға зыян килтерһәң, гонаһы ҙур була, тигәндәр. Йәштәрҙә һыуға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләгәндәр.
Әле тәбиғәткә вәхшиҙәрсә ҡарау эсер һыуыбыҙҙың кәмеүенә килтерҙе. Сәнәғәт предприятиеларының, ауыл хужалығы, коммуналь хеҙмәт ҡалдыҡтарының йылғаларҙы бысратауы көрсөккә килтерә. Күп илдәрҙә таҙа һыуға мохтажлыҡ кисерәләр, уны һатып алалар, ҡоҙоҡтарға йоҙаҡ эленгән. Тотонолған һыуҙы таҙартып, яңынан ҡулланған илдәр ҙә бар. Йылға-күлдәр бысранып, һыу йәнлектәре зыян күрә, кәмей бара. “Эсер һыуға төкөрмә”, тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгәндер. Иҫке Сибай биләмәһендә 18 шишмә Ҡарағайлы йылғаһына ҡоя ине. Йылға тулы һыулы, ике армытҡа бүленеп аға торғайны, таҙа саф һыуы эсергә ярай ине. Ауыл халҡы 3 ерҙә быуа быуып, олоһо, кесеһе һыу инә торғайны. Яр буйында ҡарағат, ҡурай еләге, муйыл күкрәп үҫте. Таҙартмағас, шишмәләр ҡороп, йылға һайыҡты, һыуы бысранған. Йылға әлеге ваҡытта ярҙамға мохтаж.
Борондан ҡоҙоҡ ҡаҙыу, шишмә таҙартыу, сауаплы, изге эш һаналған.
Һыуһап ҡына йөрөп һыу тапманым,
Һыулы йылғаларҙа һыу бөткән,--тип йырлаған.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев яҙыуынса:
Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ,
Үҙем һыу буйҙарында.
Ағиҙелдең буйын буйла, имеш.
Һыуын уртлай алмай зарығып...
Бер нисә тиҫтә йылдан был хәл ысынға сығыуы ла мөмкин. Был турала онотмаһаҡ ине...
Рәсимә Айсыуаҡова, мәғариф ветераны.
Сибай ҡалаһы.