Экология
10 Августа , 11:10

Унынсы тапҡыр экологик акция

Баймаҡ районында унынсы тапҡыр «Таҙа Талҡаҫ» экологик акцияһы үтте. Экологик өмәгә яҡын-тирәләге райондарҙа, Сибай, Магнитогорск ҡалаларында йәшәүселәр ҡушылды.

 

Тыуған төйәгенең тәбиғәтенә битараф булмағандарға көндөң эҫе тороуы ла, шәмбе көнө булыуы ла ҡамасауламаны. Улар дәртләнеп, ихлас эшкә тотондо. Бер төркөм сүп-сар йыйҙы. Әгәр элекке йылдарҙа ярҙан 150-160 тоҡ ҡый-һай йыйып алһалар, был өмәлә 58 тоҡ булды. Айырма ғәйәт ҙур. Элек күл төбөнән тимер-томор, быяла һәм башҡа сүп-сар сығарған водолаздар ҙа күлдең таҙарып ҡалыуын белдерә. Икенсе төркөм Талҡаҫ күленә ҡойоусы шишмәләр менән булышты. Ғалимдар 2020 йылда билдәләүенсә, инештәрҙең ҡырағай хайуандар тарафынан тапалып, бысранып, күмелеп, батҡаҡҡа әйләнеп бөткәнгә Талҡаҫ һайыға бара. Шуға ла Башҡортостандың ир-егеттәр ҡоро ошо тәңгәлдә эште ҡуҙғатып, шишмәләрҙе таҙартып, уларҙы кәртәләүгә тотондо. Әлеге көндә 6 инеш үҙәне таҙартылған, буралар, ҡоймалар ҡуйылған, һуҡмаҡтар һалынған, эскәмйәләр ултыртылған. Теләгән һәр кем килеп уларҙан таҙа һыу йыйып ала ала. Әйткәндәй, шишмәләр янындағы єскәмйәләргә ултырып күлдең матурлығын күҙәтергә була. Киләсәктә бында  инештәрҙең атамаһын, легендаһын сағылдырған интерактив таҡта барлыҡҡа киләсәк.

Ирекмәндәрҙең өсөнсө төркөмө ултыртылған 2400 ҡарағай кәртәләүен (быйыл һәм уҙған йылдарҙа ултыртылды) буяп ҡуйҙы. Ә дүртенсе төркөм яр буйына бағаналар ултыртып, тростар һуҙҙы. Был машина һәм автомунсаларҙың күл янынан яҡын килмәүенә кәртә булып тора. Уларҙан аҡҡан нефть продукттары күлгә төшөп, ундағы тереклекте юҡ итеүгә сәбәп булмаһын өсөн эшләнде. Шулай уҡ биш уңайлы ғәпхана, сүп-сар һауыты урынлаштырҙы. Килеүселәрҙе тәбиғәтте һаҡларға саҡырған мәғлүмәт стенды ҡуйылды.

Шулай уҡ Талҡаҫ янында Физкультурниктар көнөнә арналған уҙыш уҙғарылды. Ир-егеттәр ҡоро еңеүселәргә күбоктар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Был юҡҡа ғына түгел. Һау-сәләмәт тормош алып барыу ҙа—Башҡортостан «Ир-егеттәр советы»ның бер маҡсаты.

Белеүегеҙсә, быйыл март айында Сибай институтында экологик инспекторҙарҙы уҡытыу буйынса курс үткәйне. Унда уҡыусылар акцияға ҡушылыусылар һәм күл янында ял итеүселәр менән әңгәмә ойошторҙо.

Акция аҙағында барыһына ла Баймаҡ таланттары йыр-моңон бүләк итте, тәмле былау, сәк-сәк менән һыйланылар.

 

Әйткәндәй, республиканың ир-егеттәр ҡоро «Таҙа Талҡаҫ» акцияһы алдынан Белорет районы һәм Бөрйән райондарында Ағиҙел йылғаһына 11 мең уҡбалыҡ ебәрҙе.

Экологиябыҙҙы, тәбиғәтебеҙ матурлығын, уның байлыҡтарын хәстәрләгән һәм киләсәк быуынға бай, матур килеш ҡалдырырға тырышҡан Ир-егеттәр советына оло рәхмәт.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас