АТАЙСАЛ
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Экология
30 Июля , 06:55

Өмәгә ҡушылығыҙ

8 августа “Таҙа Талҡаҫ”  республика экологик акцияһы һәм Физкультурник көнөнә арналған спорт саралары үтә

Өмәгә ҡушылығыҙӨмәгә ҡушылығыҙ
Өмәгә ҡушылығыҙ

8 августа “Таҙа Талҡаҫ”  республика экологик акцияһы һәм Физкультурник көнөнә арналған спорт саралары үтә

Башҡортостандың “Ирҙәр ҡоро” ойошмаһы 2020 йылдан алып Баймаҡ районындағы Талҡаҫ күле буйында туғыҙ тапҡыр өмә үткәрҙе. Ирекмәндәр һәм водолаздар ярҙамында 750-нән ашыу тоҡ сүп йыйылды. Быйыл апрелдә ҡатнашыусылар һаны буйынса рекорд ҡуйылды: Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарынан, Сибай, Өфө, Магнитогорск ҡалаһынан 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Улар күлдең төньяҡ ярына 2000 ҡарағай ултыртты. Шулай итеп, бөгөн бында 2400 ағастан торған аллея барлыҡҡа килде, ул кәртәләнгән.       

8 августа йәмле Талҡаҫ күле буйында сираттағы өмә уҙғарыла. “Таҙа Талҡаҫ” акцияһы программаһында бер нисә йүнәлеш планлаштырылған. Тәү сиратта ирекмәндәр биләмәне төҙөкләндереү менән шөғөлләнәсәк: өҫтәлдәр һәм эскәмйәләр менән беседкалар, сүп-сар өсөн урналар, мәғлүмәт стендтары ҡуйыласаҡ. Күлде туҡландырыусы шишмәләр таҙартыласаҡ һәм төҙөкләндереләсәк. Яр буйҙары таҙартыласаҡ, күл төбөндәге сүп-сарҙы сығарыу өсөн водолаздар йәлеп ителәсәк. Спорт һөйөүселәр өсөн Физкультурник көнөнә арналған спорт саралары ла уҙасаҡ. Көн дауамында экоинспекторҙар акцияла ҡатнашыусылар менән әңгәмә үткәрәсәк, ялан ашханаһы эшләйәсәк.

Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов:

— Бындай саралар халыҡты берләштерә, тыуған ерҙе һаҡларға өйрәтә һәм йәш быуын өсөн өлгө булып тора. Баймаҡ халҡы Талҡаҫ күле буйында үткән экологик өмәләрҙә һәм спорт сараларында йыл да тотош ғаиләләре менән әүҙем ҡатнаша. Был беҙҙең районды таҙа һәм матур итеп кенә ҡалмай, ә күмәк көс менән  тормошто яҡшыртырға мөмкин икәнлеген дә күрһәтә.

8 август көнө “Таҙа Талҡаҫ” акцияһына һәр кемде ҡатнашырға саҡырам. Йыйылыу урыны: “Орленок” балалар лагере янында (күлдең көнъяғы).

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостандың «Ирҙәр ҡоро» рәйесе Зариф Байғусҡаров:

— Һуңғы йылдарҙа Талҡаҫ буйы һиҙелерлек күркәмләнде: ярҙары даими таҙартыла, уны туҡландырыусы шишмәләр мул һыулыға әүерелде, тирә-яғында ҡарағай урманы үҫеп сыҡты. Һөҙөмтәләр илһамландыра, өлгәшелгәндәр менән туҡтап ҡалырға йыйынмайбыҙ. Дөйөм эшкә көс һалған һәр ирекмәнгә ихлас рәхмәтемде белдерәм!  Халыҡ мәҡәлендә әйтелгәнсә «күмәкләгән яу ҡайтарған» , бергәләп тағы ла күпте атҡара алабыҙ. Башҡортостаныбыҙҙың йөҙөк ҡашы Талҡаҫыбыҙҙы һаҡлайыҡ,   киләсәк быуынға таҙа көйөнсә ҡалдырырға тейешбеҙ.

Сараны ойоштороусылар — Баймаҡ районы хакимиәте,  Башҡортостандың «Ирҙәр ҡоро» ойошмаһы,  Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.  «Таҙа Талкаҫ»  социаль әһәмиәтле проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары Фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

#Баймаҡрайоны  #ЗарифБайгускаров  #ГрантыРБ  #ЧистыйТалкас

Фотолар: “Ирҙәр ҡоро” сәхифәһенән.

Өмәгә ҡушылығыҙ
Өмәгә ҡушылығыҙ
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас