

Хәйбулла районы Аҡъюл ауылы халҡы «Тере һыу» район конкурсы сиктәрендә, Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арнап, Йылайыр йылғаһы буйында «Ата-әсә һөнәре—балаға мираҫ» исемле сара уҙғарҙы. Берҙәм көс менән таҙартылған Йылайыр йылғаһы буйы шат балалар тауышына күмелде. Өлкәндәр усаҡ яҡты, ҡаҙан аҫты. Сараның маҡсаты балаларға тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, ғаиләгә ҡарата йылы мөнәсәбәт, һөйөү тәрбиәләү ине. Башҡорт халҡының милли ризыҡтары, эш ҡоралдары менән таныштырыу ниәте лә үтәлде.
Байрамға һәр ғаилә бик ихлас, теләп әҙерләнгән. Мөнирә Мәүлитдин ҡыҙы, килене Ынйы, ейәнсәре Әҙилә менән балаларға эркет ҡайнатып, ҡорот эшләү юлдарын күрһәтте. Ир-егеттәрҙең салғы тапап бесән сабып күрһәтеүҙәре заман балаларына үтә лә ҡыҙыҡ күренде. Мәрүәт Әсҡәт ҡыҙы ейәнсәре Камила менән күргәҙмәгә бик күп төрлө үлән сәйҙәре ҡуйҙы һәм сәйҙәр тураһында ентекләп аңлатып һөйләп үтте. Ильяс һәм Фирүзә Ишемғоловтар ҡыҙҙары Илүзә һәм ейәнсәрҙәре менән мунсаға төрлө файҙалы үлән, сәскәләр ҡушып миндек бәйләү серҙәре менән бүлеште. Байғужина Зөлфирә ҡыҙы Наҙгөл менән бал ҡорто тураһында балаларға бик күп мәғлүмәт биреп, баллы-һыйлы өҫтәл әҙерләне. Ишемғолова Зөлфиә ейәнсәре Фатима менән ҡымыҙ бешеп күрһәтте, уның файҙаһы тураһында һөйләне, балаларға ҡымыҙ бик оҡшаны. Ҡужина Земфира һәр кемдең яратып ашаған файҙалы балдырған ашын, балалар менән берлектә бешереп оло табынға ҡуйҙы. Йылайыр буйы балдырған ашы, шифалы үләндәрҙән ҡайнаған сәй, эркет еҫтәренә, салғы сыңына сорналды.
Байрам бик файҙалы һәм әһәмиәтле булды. Ололарҙың йәш быуынға белгән һөнәрҙәрен тапшырыу оло бурыс һанала. Саранан балалар үҙҙәренә бик күп асыштар яһаны, ә иң мөһиме балалар һәм өлкәндәр, ғаилә араһында туғанлыҡ ептәре, ауылдаштар араһында берҙәмлек, татыуыҡ нығытылды. Байрам аҙағында барыһы ла оло табын ҡорҙо, бүләктәр алып ҡыуанды.
Сарала ҡатнашҡан ауылдаштарға оло рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ.
Берҙәм булайыҡ, бергә булайыҡ.
Ләйсән ИШЕМҒОЛОВА.