Экология
24 Июня , 05:00

Афарин, хәйбуллалар!

Хәйбулла районында «Тере һыу» конкурсы бара. Унда ауыл биләмәләре актив ҡатнаша.

Афарин, хәйбуллалар!Афарин, хәйбуллалар!
Афарин, хәйбуллалар!

Районда иғлан ителгән "Тере һыу" конкурсы ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Изге ниәтле был сарала Аҡъюл ауыл биләмәһе халҡы ла әүҙем ҡатнаша. Унда даими рәүештә төрлө өмәләр, экологик акциялар ойошторолоп тора.
- Урыҫбай ауылы эргәһендәге Йылайыр йылғаһы янында ауыл халҡы яратҡан «Таш-өй» тип аталған урында ял итеү урыны эшләп ҡуйҙыҡ. Кәрәкле төҙөлөш материалдарын алыуға яҡташ егеттәр финанс ярҙам күрһәтте. Эргә-тирәһе сүп-сарҙан таҙартылды, өҫтәлмә иҫкәрмә аншлагтар ҡуйылды. Урыҫбай, Ғәлиәхмәт, Аҡъюл ауылдары халҡы ҡатнашлығындағы сираттағы экологик өмә барышында иһә йылға буйы ял итеүсе кешеләр ташлаған суп-сарҙан, һынған ағас ботаҡтарынан таҙартылды. Таҙа һыу йәшәү сығанағы, уны һаҡлау һәр кемдең изге бурысы, ошондай өмәләр, акциялар үткәреп тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләйбеҙ, киләсәк быуынға тәбиғәтте яратырға өйрәтәбеҙ,—ти аҡъюлдар.

Ә йәштәргә инде ошо үрнәккә эйәреп, изге эште дауам итергә генә ҡала.

 

 

Сығанаҡ: Хәйбулла районы хакимиәте.

Афарин, хәйбуллалар!
Афарин, хәйбуллалар!
Афарин, хәйбуллалар!
Афарин, хәйбуллалар!
Афарин, хәйбуллалар!
Афарин, хәйбуллалар!
Афарин, хәйбуллалар!
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас