АТАЙСАЛ
+18 °С
Облачно
Антитеррор
Экология
17 Июня , 16:40

Әбештәр һоҡландыра

Әбеш ауылы халҡы әүҙем

Әбештәр һоҡландыраӘбештәр һоҡландыра
Әбештәр һоҡландыра

Хәйбулла районындағы "Тере һыу" конкурсы сиктәрендә Һаҡмар йылғаһының Оло Әбеш һәм Бәлакәй Арыҫланғол ауылдары араһында ятҡан Кәрим ҡолағы тип аталған урында ял итеү урыны эшләп ҡуйған әбештәр.
- Эргә-тирәләрен ҡый-ғыпырҙан таҙаланыҡ. Йығылып, ҡый булып ятҡан йыуан тирәк ағастарын бысып өҫтәл, ултырғыстар эшләнек, көнкүреш ҡалдыҡтарын һалырға мискә һауыт урынлаштырылды. Шулай уҡ мәғлүмәт биреүсе таҡта булдырылды, унда төрлө иҫкәрмәләр яһаусы листовкалар эленде. Хөрмәтле ауылдаштар, ҡунаҡтар тәбиғәтебеҙҙе күҙ ҡараһылай һаҡлайыҡ, ҡыйламайыҡ, емермәйек, -тип өндәшә яҡташтарына Әбеш ауылының әүҙем ир-егеттәре.

 

Сығанаҡ: Хәйбулла районы хакимиәте

Әбештәр һоҡландыра
Әбештәр һоҡландыра
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас