

Хәйбулла районы Аҡъюл ауылы йылға-шишмәләргә бай яҡ. Ауыл янынан аҡҡан Йылайыр йылғаһына бик күп кенә шишмәләр ҡушылып аға. Шуларҙың береһе - Эсәкле шишмәһенең ҡойған ере, һәр кемдең яратҡан урынына әйләнгән. Ауыл халҡы йылға буйҙарын һәр саҡ таҙалыҡта тоторға тырыша. Был юлы ла «Таҙа һыу» конкурсында ҡатнашҡан ауылдаштарын хуплап, ауылға ҡайтҡан ҡыҙҙар Йылайыр, Эсәкле буйҙарын таҙалау ниәтендә экологик өмәгә ҡушылғандар. Ял итергә килеүселр йылға буйҙарында ял итергә яратһалар ҙа, күптәре үҙҙәренең артынан сүп-сарҙарын йыймай ҡалдыра. Һөҙөмтәлә йылға буйҙары буш шешәләр, пластик пакеттар, ҡағыҙҙар менән тула.
- Был юлы ла шундай сүп - сар менән ҡыҙҙар йәмғеһе 23 тоҡ йыйып алды. Өмәнән һуң ҡыҙҙар, Эсәкленең таҙа һыуынан көйәнтә- биҙрәләр менән һыу алып, серләшеп, һөйләшеп, хәтирәләргә бирелеп фотоға төшөп күңелдәре күтәрелеп таралышты,--ти аҡъюлдар.
Әткәндәй, конкурс сиктәрендә аҡъюлдар һабантуй барышында ауыл биләмәһе ҡорған тирмә тирәләй яһалма шишмәләр эшләгән ине. Матур күренеште һабантуй ҡунаҡтары ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте.
Сығанаҡ: Хәйбулла районы хакимиәте.