

Көслө ихтыярлы һәм тәбиғәтте яратҡан, тирә-яҡҡа битараф булмаған яугир егетте иҫкә алып, Баймаҡ урман хужалығы урмансылары һәм КПРФ активистары шишмәне төҙөкләндереү буйынса эш башлаған. Улар бура ҡуйған һәм территорияны таҙартҡан. Дүшәмбе, 20 апрелдә, Владислав ғаиләһе ниәтен тамамлай. Туған ағалары Вячеслав һәм Александр, Сибайҙан ике туған ағаһы Владислав Табанаков, Асҡарҙан Виктор Марков һәм Түбә ауыл советынан Илнур Иҫәнбаев ҡойма ҡуйҙы һәм бураны монтажлауҙы тамамланы. Владиславтың әсәһе Зинаида, килендәре Эльвира һәм Светлана, шулай уҡ клуб хеҙмәткәрҙәре Зилә Үтәбаева һәм Лиана Үлйәбаева, ботаҡтарҙы һәм сүп-сарҙы йыйып, территорияны тәртипкә килтергән. Киләһе этапта — таҡтаны алмаштырыу һәм ҡойманы буяу эше.
Батыр егетте онотмаусыларға, изге эшен дауам итеүселәргә рәхмәт!