Экология
15 Апреля , 06:45

Талҡаҫты бергәләп һаҡлайыҡ!

Ағас ултыртырға, сүп-сар йыйырға, аллеяны кәртәләргә килегеҙ!

Талҡаҫты бергәләп һаҡлайыҡ!Талҡаҫты бергәләп һаҡлайыҡ!
Талҡаҫты бергәләп һаҡлайыҡ!

Талҡаҫ күле буйында 2000 ҡарағай ултыртыласаҡ  

25 апрелдә Баймаҡ районында сираттағы «Таҙа Талҡаҫ» экологик акцияһы үтәсәк. Уның барышында Талҡаҫ күле янында 2000 ҡарағай ултыртыласаҡ. Сараны Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары Фонды булышлығында Баймаҡ районы хакимиәте, Башҡортостандың Экология министрлығы һәм Урман хужалығы министрлығы менән берлектә Башҡортостан Республикаһының атайҙар абруйын үҫтереү буйынса «Ирҙәр советы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ойоштора.  

—Талҡаҫ күле янында экологик өмәләр 2020 йылдан алып йылына ике тапҡыр үткәрелә.

Был ваҡыт эсендә бөтәһе 8 сара үткәрелде, уның сиктәрендә 679 тоҡ сүп-сар йыйылды. Һыу кимәлен һаҡлап ҡалыу һәм күлдең ҡоромауын булдырмау өсөн 2024 һәм 2025 йылдарҙа һыу ятҡылығының төньяҡ өлөшөндә 400 ҡарағай ултырттыҡ һәм кәртәләп ҡуйҙыҡ,—тип аңлатма бирҙе «Ирҙәр советы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров.  

Талҡаҫ күле янындағы сүп-сарҙы йыйыуҙан тыш, территорияны

һаҡлауҙы тәьмин итеү һәм хайуандарҙың һәм автомашиналарҙың үтеп инеүен булдырмау өсөн экологик өмә үткәрелгән көндә аллея булдырылып, участка тирәләй ҡойма ҡуйыласаҡ.  

Сараға тыуған ерен яратҡан һәм Талҡаҫ күлен һаҡлауға һәм төҙөкләндереүгә шәхси өлөш индерергә теләгән һәр кем саҡырыла.

Һеҙҙең ҡатнашыуығыҙ был тәбиғәт объектын киләсәк быуындар өсөн таҙа һәм матур итергә ярҙам итәсәк.

25 апрелдә барығыҙҙы ла иртәнге 10-дан киске 6-ға тиклем көтөп ҡалабыҙ.

 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас