

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк урмансыларына күберәк ағастар ултыртырға ҡушты. Быйыл 14 мең гектарҙан кәм булмаған майҙанда урман тергеҙеү планлаштырыла—был 28 миллион үҫенте. «Әле бөтә республика буйынса урман питомниктарында әүҙем эш алып барыла», — тип уртаҡлашты төбәк етәксеһе үҙенең социаль селтәрҙәрендә. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, айырым урман хужалыҡтарында ултыртыу 13 апрелдә үк башланасаҡ. Элекке кеүек үк, был эш Рәсәй президенты Владимир Путин инициативаһы менән «Экологик именлек» милли проектының «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проекты буйынса алып барыла. Әйткәндәй, республика урмансылары пилотһыҙ осоу аппараттары менән эш итергә өйрәнә, урмандарҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә һауа мониторингы ысулдарын һәм эш итеү алгоритмдарын үҙләштерә.
Һүрәттә: Йылайыр урман хужалығы.