+9 °С
Болотло
«Башинформ»ға документты өйрәнгәндән һуң билдәле булыуынса, исемлектә сәнскеле эхиноцистис, Канада элодеяһы, тилермән япраҡлы циклахена, Сосновский балтырғаны, яллы арпа һәм башҡалар бар.
Бойороҡта әйтелгәнсә, республиканың махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә ошо үҫемлектәр асыҡланып, юҡ ителергә тейеш.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев инвазив үҫемлектәрҙең әүҙем таралыуы хаҡында һөйләгәйне. Ә ҡайһы бер төрҙәре, мәҫәлән, Сосновский балтырғаны, кеше өсөн дә хәүефле.
Шуға күрә Экология кодексына һәм Башҡортостандың махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһында законға үҙгәрештәр индерелде.
Башинформ.