Тәүге көн алдан ғариза биреп уҡырға һәм йәмәғәт
инспекторы булырға теләк белдергәндәр өсөн уҡыу семинары үтте. Улар алдында Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты З.З.Байғусҡаров, Сибай институты директоры И.С.Хәмитов, директор урынбаҫары, иҡтисад фәндәре кандидаты Ғ.М.Насыров, Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының Сибай территориаль комитеты рәйесе В.Р.Бастанов сығыш яһаны, эш эстәлеген аңлатты, һорауҙарға яуап бирҙе.
Иҡтисад фәндәре кандидаты Ғәзинур Марат улы Насыров «Экологик хәүеф һәм уларҙың территорияның туристик потенциалына йоғонтоһо» темаһына телмәр тотоп, проблеманан сығыу юлдарын әйтте.
—Экологик яҡтан күлгә һәр төрлө хәүеф янай. Һыуҙың, һауаның бысраныуы, сәп-сарҙың күп ҡалыуы, климаттың үҙгәреүе, уларҙың барыһының да үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһына кире тәьҫир итеүе хәүеф уята. Заманса технологияларҙы өйрәнеү һәм ҡулланыу, экологик стандарттарҙы булдырыу, экологик мәҙәниәтте күтәреү, экологик туризмды үҫтереү, йәмәғәт менән тығыҙ бәйләнеш тотоу, килеүселәр һанын ҡыҫҡартыу, айы-рыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен һәм туристик күрһәтеүгә йүнәлтелгән тәбиғәт объекттары биләмәләрен зоналаштырыу, махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә экологик һуҡмаҡтарҙы һәм туристик маршруттарҙы сертификациялау һәм был биләмәләрҙә килеүселәрҙең тәртибен регламент-
лаусы ҡағиҙәләр эшләү—проблемалар-ҙы хәл итеү юлы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн Рәсәй турфирмалары һәм турагентлыҡ-тары экотуризмды пропагандаламай, Рәсәй граждандары үҙҙәре лә хеҙмәтләндереү сифаты күпкә юғары булған сит илгә сәйәхәт итеүҙе өҫтөн күрә. Әммә Рәсәйҙә экотуризмды әүҙемләштереү зарур. Уны үҫтереп, илебеҙ ҡыҫҡа ваҡыт эсендә туризм тармағында донъя лидеры була ала. Бының өсөн байтаҡ аҡса ғына түгел, ә туризм һәм экотуризм йоғонтоһон өйрәнеү, шулай уҡ башҡа илдәрҙең тәжрибәһен файҙаланыу талап ителә. Социаль-иҡтисади үҫеш факторы булараҡ туризм йәшәү, эш һәм уҡыу урыны булараҡ республикабыҙ территорияһына йәштәрҙе йәлеп итә ала! Әйҙәгеҙ, бергәләп эшләйек!—тине Ғәзинур Марат улы.
Һорау-яуап форматында барған семинар аҙағында экоактивистар төркөмдәргә бүленеп «Талҡаҫ күлен һаҡлағыҙ» мәғлүмәт стенды эшләне һәм үҙ проекттарын яҡлап сығыш яһаны.
— Дуҫтар, әүҙемлегегеҙ өсөн рәхмәт! Иң мөһиме закон һеҙҙең яҡта икәнен аңланығыҙ, һеҙ ул закондарҙы белергә тейеш. Һорауҙарығыҙҙы ишеттем, ҡануниәтте ҡайҙа камиллаштырырға кәрәклеген күрәбеҙ. Бының өҫтөндә Дәүләт думаһында эшләйәсәкбеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: урмандарыбыҙҙың һәм йылғаларыбыҙҙың таҙалығы һәр беребеҙҙән башлана. Әгәр һеҙ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы күрһәгеҙ, үтеп китмәгеҙ, бөгөнгө өйрәнгән ҡоралдарыбыҙҙы ҡулланып, грамоталы эш итегеҙ,—тине Зариф Закир улы семинарҙың тәүге көнөн йомғаҡлап.
Семинар-форумдың икенсе көнө барлыҡ ҡатнашыусылар һәм ҡу-наҡтар өсөн экскурсия үткәрелде, улар институтың таш эшкәртеү лабораторияһын, музейҙарҙы ҡараны, фойеға ҡуйылған күргәҙмәгә күҙ һалды һәм уҡыу йортонда профессор З.Ғ.Йәрмөхәмәтов исемендәге ғилми совет залын асыуҙа ҡатнашты. Ғалимды был көндә бергәләп иҫкә алып, уның исемендәге залды асыу ҙа юҡҡа түгел. Сөнки әлеге семинарҙы, алдан әйтеүебеҙсә, республиканың ир-егеттәр советы ойошторҙо, ә Зиннур Ғөбәйҙулла улы үҙ ерен, халҡын, тыуған яғын яратҡан халҡыбыҙҙың аҫыл, арҙаҡлы улы булды. Ғилми совет залын тантаналы асҡанда архивтағы видеолар күрһәтелде, профессорҙы йылы хәтирәләр менән телгә алдылар. Сараны Сибай концерт-театр берекмәһе йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғаяз Ғәйетбаев биҙәне. Ул З.Ғ.Йәрмөхәмәтов иҫән саҡта яратып тыңлаған «Сибай» башҡорт халыҡ йырын башҡарҙы.
Артабан барыһы ла төп сараға йыйылды. Бында экоактивистар алдында Дәүләт Думаһы депутаты З.З.Байғусҡаров, институт директоры И.С.Хәмитов, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы С.В.Озерцов, уның урынбаҫары В.А.Солтанов, Башҡортостандың тәбиғәтте һаҡлау район-ара прокуроры Е.А.Гуслов, Башҡортостандың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу минис-тры урынбаҫары К.Ф.Бирғулиев, Волга яны федераль округының тәбиғәтте файҙаланыу департаменты начальнигы урынбаҫары А.Н.Грицук, Башҡортостандың урман хужалығы министрлығы урынбаҫары Ю.Ю.Садыҡов, Рәсәй тәбиғәтте күҙәтеүенең Көньяҡ Урал идаралығы етксеһенең урынбаҫары Ә.Х.Узкова, Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының Сибай территориаль комитеты рәйесе В.Р.Бастанов, «Башҡорт баҡыры» йәмғиәтенең тирә-яҡты һаҡлау бүлеге начальнигы Г.Ф.Ноғоманова һәм башҡалар сығыш яһаны, һорауҙарға яуап бирҙе.
Башҡортостан тәбиғәтте һаҡлау район-ара прокуроры Евгений Александрович Гуслов үҙенең сығышында көнүҙәк проблеманы күтәрҙе, иғтибарҙы «Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендә ҡаршылыҡ күрһәтеүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса саралар»ға йүнәлтте. Уның һүҙҙәренсә, был өлкәләге хоҡуҡ боҙоуҙар, шул иҫәптән файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙа лицензия шарттарын үтәмәү даими үҫә, был иһә ер аҫтының деградацияһына килтерә. ер аҫтын законһыҙ файҙаланыуға ҡаршы һөҙөмтәле көрәшкә ҡануниәт тарафынан һалынған сикләүҙәр һәм яуаплы кешеләрҙең хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында хәбәрҙар булмауы йәки битараф ҡалыуы ҡаршылыҡ тыуҙыра. Был йыш ҡына ғәйеплеләрҙең енәйәт яуаплылығынан ҡасыуына килтерә.
Прокурор 5 мең һумдан зыян күргәндә ҡуҙғатылған законһыҙ урман ҡырҡыу факты буйынса енәйәт эше төҙөүҙе миҫалға килтерҙе һәм ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү законһыҙ эш итеү кимәлен кәметергә мөмкинлек бирер тигән ышаныс белдерҙе. Был проблемаларҙы хәл итеү өсөн Евгений Гуслов йәмәғәт инспекторҙары һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының тығыҙ үҙ-ара эш итеүен үҙ эсенә алған саралар комплексын тәҡдим итте. Атап әйткәндә, ул власть органдары менән берлектә йәмәғәт инспекторҙарына ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу урындарын ышаныслы билдәләргә ярҙам итәсәк алгоритм эшләүҙе телгә алды. Кадастр мәғлүмәттәренә интеграцияланған бындай ҡушымта инспекторҙарға ер участкаларының категорияһын билдәләргә, фото һәм видеоматериалдарҙы беркетергә, шулай уҡ участканың законлы хужалары тураһында мәғлүмәтте теркәргә ярҙам итә алыр ине. Махсус техниканы идентификация номерҙары менән фотофиксациялауға айырыуса иғтибар бүленә, сөнки машиналарҙа номерҙар булмауы законһыҙ табыштың төп билдәләренең береһе булып тора. Бындай деталдәрҙе һөҙөмтәле документациялау, табыш күләменең мөһимлеген һәм йыйылған дәлилдәр базаһының сифатын иҫәпкә алып, хоҡуҡ боҙоусыларҙы тиҙ һәм һөҙөмтәле яуаплылыҡҡа тарттырырға мөмкинлек бирәсәк. Прокурор, контроль органдары эшләмәһә, юғары инстанцияларға мөрәжәғәт итергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
—Өҫтәмә саралар сифатында Рәсәйҙең башҡа төбәктәренең ыңғай тәжрибәһен үҙләштереп, законһыҙ карьерҙарҙы күрһәтеп интерактив карталар төҙөү тәҡдим итәм. Йәмәғәт инспекторҙарынан сифатлы сигналдар күберәк килгән һайын, ер аҫтын законһыҙ файҙаланыуға ҡаршы тороуҙың һөҙөмтәлелеге лә юғарыраҡ буласаҡ,—тип билдәләне Гуслов.
Рәсәй тәбиғәтте күҙәтеүенең Көньяҡ Урал идаралығы етәксеһенең урынбаҫары Әлиә Хәмид ҡыҙы Узкова иһә граждандарға йәмәғәт инспекторы статусы бирелеү тәртибе хаҡында аңлатма бирҙе. Иң тәү сиратта үҙ ниәтеңде асыҡ белдереп, ғариза бирергә кәрәк. Унан һуң 20 һорау бирәләр, уларға яуаптар ҡайтарыу зарур. Тест һөҙөмтәһе ғаризала күрһәтелгән электрон почтаға ебәреләсәк. Электрон тестҡа һылтанма тәүлек дауамында ғына ғәмәлдә була. Өсөнсө этап—комиссия уңышлы кандидаттарҙы һайлап ала, уларҙы реестрға теркәй һәм 3 йылға инспектор итеп ҡуя. Башҡарылған эштәргә уңышлы отчет биргәндә, йәмәғәт башланғысындағы был вазифа йәнә бер тапҡыр оҙайтылыуы ихтимал.
Йәмәғәт инспекторы таныҡлыҡ алырға хоҡуҡлы, бының өсөн территориаль органда ғариза һәм фото тапшырырға кәрәк. Әммә таныҡлыҡтың булыуы мотлаҡ түгел, сөнки теркәлгән йәмәғәт экология инспекторҙары тураһында бөтә мәғлүмәттәр Росприроднадзорҙың рәсми сайтында асыҡ ҡулланылышта һәм теләһә ниндәй граждан тарафынан тикшерелергә мөмкин.
Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының Сибай территориаль комитеты рәйесе Вадим Рәмил улы Бастанов Талҡаҫ күлен һаҡлау буйынса комитеттың эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Докладта һыу һаҡлау зоналарында, шул иҫәптән Талҡаҫ күле янында санкцияланмаған автотранспорт туҡталҡалары проблемаһына айырыуса иғтибар бүленде. Билдәле булыуынса, һыу ятҡылыҡтарынан 50 метрҙан яҡыныраҡ парковка тыйылған. Транспорт сараларының туранан-тура һыуға төшөүе экосистемаға зыян килтерә. Айырыуса «авто-мунса»ның популярлашыуы борсоуға һала, сөнки прицеп шулай уҡ транспорт сараһы булып тора һәм уны ла һыу һаҡлау зонаһына яҡын килтереү тыйыла. Бындай хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү өсөн административ яуаплылыҡ, шул иҫәптән штрафтар ҡаралған. Инспекторҙар уларҙы фотоға һәм видеоға төшөрөү хоҡуғына эйә, шулай уҡ социаль әүҙем граждандар ҙа мәғлүмәтте кәрәкле ведомствоға ебәрә ала. Граждандарҙың ялыуҙарын 30 көндә, ә экология инспекторҙары ебәргән дәлилдәр 10 көн эсендә ҡаралырға тейеш.
Шулай уҡ рөхсәтһеҙ сүплектәр ҙә көнүҙәк проблема булып ҡала, улар тикшереү барышында ла асыҡлана. Бындай хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн штрафтар һәм административ яуаплылыҡ ҡаралған. Мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүҙе һәм саралар күреүҙе Экология министрлығы тормошҡа ашырырға тейеш. Контроль һәм иҫкәртеү маҡсатында Сибай территориаль комитеты тарафынан ял көндәрендә лә рейд саралары үткәрелә, уның барышында граждандарға буклеттар таратыла, уларҙың хоҡуҡтары һәм бурыс-тары аңлатыла, шулай уҡ территориялар тикшерелә. Шулай уҡ ведомство хеҙмәткәрҙәре даими рәүештә һыу өлгөләрен ала (19 төр күрһәткес), биологик һәм химик анализ үткәрә. Комитет вәкилдәре экологик өмәләрҙә һәм ағас ултыртыу буйынса акцияларҙа әүҙем ҡатнаша.
Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министры урынбаҫары Юнир Юлай улы Садыҡов респуб-ликаның урман фонды ерҙәрендә урман һаҡлауҙы көсәйтеү тураһында мәсьәлә күтәрҙе. Космос мониторингы материалдары Роспотребнадзорға һәм Экология министрлығына ебәре-лә тип билдәләне. Урмансылар битараф булмаған граждандар менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер. Ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡланған осраҡта диспетчер хеҙмәте менән бәйләнешкә инергә йәки рәсми сайт аша мөрәжәғәт итергә кәрәк.
—Ҡағиҙә боҙоуҙарҙы асыҡлауҙа һәм ағас ултыртыуҙа йәмәғәт ярҙамы баһалап бөткөһөҙ,—ти Юнир Садыҡов.
2026 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда урмандарҙы законлы ҡырҡҡанда, уларҙың урынына ағас ултыртыу 100 процентҡа үтәлгән. Был күрһәткесте 120 процентҡа тиклем күтәреү планлаштырыла.
Ғөмүмән, сығыштар бик күп булды, улар һыуҙы, һауаны, урманды һаҡлауға, ер аҫты һәм тәбиғәт байлыҡтарын ҡулланыуға, балыҡ тотоуға, һунарға йүнәлтелде. Шулай ҙа төп иғтибар Талҡаҫҡа бирелде. Сөнки Башҡортостандың ир-егеттәр советы күлде шефлыҡҡа алған һәм уны киләсәк быуынға һаҡлап ҡалыу өсөн күп эштәр башҡара. 2021 йылдан бында «Таҙа Талҡаҫ» өмәһе уҙғарылып килә, күлгә ҡойған инештәр таҙартыла, кәртәләнә, ағастар ултыртыла. Тәүге өмәгә 21 кеше генә килһә, йылдан-йыл улар һаны арта.
—Бығаса күлгә ҡойған 4 инеште тергеҙһәк, быйыл йәнә 6 шишмәне таҙартыу планлаштырыла. Һыу ятҡылыҡтарын таҙартыуҙан тыш, тәбиғәт паркында ял итеүселәр өсөн уңайлы мөхит булдырыласаҡ. Экосис-теманы һаҡлау өсөн автомобилдәрҙең инеүен сикләү һәм намыҫһыҙ граждандар яғынан хоҡуҡ боҙоуҙарҙы туҡтатыу өсөн ҡағиҙәләрҙе үтәүҙе контролдә тотоуҙы көсәйтеү, шулай уҡ Талҡаҫ күле һыуын механик таҙартыу планлаштырыла,—тип билдәләне Зариф Байғусҡаров һәм барыһын да Талҡаҫ буйында 25 апрелдә үтәсәк сираттағы экологик акцияға саҡырҙы. Унда күл янын сүп-сарҙан таҙартыу, мең төп ҡарағай ултыртыу, уларҙы кәртәләү күҙаллана.
Сара һуңында экоактивистарға таныҡлыҡ тапшырылды.
Әйткәндәй, уларҙың статусы федераль закон менән нығытылған. Тәбиғәт һөйөүселәр үҙ бурысын намыҫлы һәм ғәҙел үтәһә, башҡаларҙы үҙ артынан эйәртеүгә өлгәшә алһа, Талҡаҫ өсөн генә түгел, дөйөм экологиябыҙ,
тәбиғәтебеҙ өсөн борсолоуҙарыбыҙ күпкә кәмер.
Ни тиһәң дә, барлыҡ ҙур эштәр бәләкәйҙән башлана.
Резеда Усманова.