Башҡортостанда Талҡаҫ күлен һаҡлау һәм йәмәғәт экологик инспекторҙарын уҡытыу буйынса күләмле проект старт ала.
4-5 мартта Өфө фән һәм технологиялар университетының филиалы—Сибай институтында ике көнлөк республика семинары үтәсәк. Ул «Таҙа Талҡаҫ» социаль проектына старт бирә.
Сара атайҙар абруйын арттырыуға йүнәлтелгән «Башҡортостан Республикаһының ирҙәр советы» төбәк йәмғиәт ойошмаһы тарафынан Башҡортостан Республикаһы башлығы Гранты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Проекттың маҡсаты—граждандар контроле һәм экологик өмәләр уҙғарыу аша Талҡаҫ күленең үҙенсәлекле экосистемаһын һаҡлау, тергеҙеү.
Йәмәғәт экология инспекторҙарын уҡытыу төп ваҡиға буласаҡ. Семинар барышында республика ҡалаларынан һәм райондарынан 150 экоактивист тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәте нигеҙҙәрен өйрәнәсәк, ҡағиҙә боҙоуҙарҙы асыҡлау һәм теркәү алгоритмдарын (рөхсәтһеҙ сүплектәр, ярҙарҙы бысратыу, законһыҙ урман ҡырҡыу, ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендәге ҡағиҙә боҙоуҙар) ғәмәлдә эшләйәсәк һәм күҙәтеү органдары менән һөҙөмтәле эш итергә өйрәнә.
«Беҙҙең маҡсат—тотороҡло ижтимағи экологик контроль системаһын булдырыу. Тәбиғәтте һаҡлау ведомстволары өсөн урындағы хәлде күҙәтеүҙә дәүләткә ярҙам итә алырлыҡ грамоталы, юридик яҡтан оҫта граждандар, йәғни «күҙҙәр һәм ҡолаҡтар» әҙерләйбеҙ. Был бөтә Башҡортостан экологияһына оҙайлы өлөш индерәсәк», —тип билдәләне Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, проект етәксеһе, «Башҡортостан Республикаһы ирҙәр советы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Зариф Байғусҡаров.
Һеҙ ҙә экологик инспектор була алаһығыҙ һәм тыуған яҡтың тәбиғәтен һаҡлауға аныҡ өлөш индерә алаһығыҙ!
Һеҙҙе 4-5 мартта Сибай ҡалаһы Белов урамы, 21 адресы буйынса саҡырабыҙ. Ғаризалар 26 февралгә тиклем ҡабул ителә. Урындар һаны сикле. Һеҙҙең ҡатнашыу-ҡатнашмауығыҙ алдан хәбәр ителәсәк.
Теркәлеү өсөн һылтанма: https://forms.yandex.ru/u/6983319c9029022c6418b2ed
Фото авторы: Нияз Мирхәйҙәров.