Бөтә яңылыҡтар
Экология
24 Ғинуар , 21:05

Башҡортостанда браконьерлыҡтан зыянды иҫәпләгәндәр

2025 йылда республикала законһыҙ һунар итеү 4,6 миллион һумлыҡ зыян килтергән. Хоҡуҡ хеҙмәткәрҙәре экология инспекторҙары менән берлектә 3 меңдән ашыу рейд үткәрә, 4 мең һунарсыны тикшерә һәм 100 ҡағиҙә боҙоуҙы асыҡлай.

Республикала законһыҙ рәүештә 20 мышы, 10 илек һәм 6 ҡабан ауланған. Ғәйеплеләргә дөйөм алғанда 5 миллион һумлыҡ штраф һалына, шуларҙың 4,6 миллионы түләтелгән.

Башҡортостанда әле, йәғни ғинуар аҙағына тиклем, ҡуян, бүре, төлкө, шәшке һәм һыуһарға һунар итергә була, ә ҡабанға һунар февраль аҙағына тиклем дауам итә.

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас