Бөтә яңылыҡтар
Экология
6 Октябрь 2025, 11:35

Йәшеллеккә күмелһен Сибай

«Урал аръяғы терраһы»нда суд приставы хеҙмәткәрҙәре 26 төп ҡарағай ултыртты.

Йәшеллеккә күмелһен Сибай
Йәшеллеккә күмелһен Сибай

«Йәшел Башҡортостан»— ғәзиз республикаһының, районының, ауылының, ихатаһының таҙалығына һәм тәртибенә битараф булмаған кешеләрҙе берләштереүсе акция. Был экологик проект йылына ике тапҡыр, йәғни яҙғыһын һәм көҙгөһөн уҙғарыла.

Акция барышында өмәләр уҙғарыла һәм юл ситтәренә, парктарға, ихаталарға ағастар, үҫентеләр ултыртыла, тематик аллеялар барлыҡҡа килә. Быйыл ул 20 сентябрҙән 4 октябргә тиклем үтте, төп көн 27 сентябрҙә билдәләнде.

Сибайҙар әлеге акциянан ситтә ҡалманы. Акцияның тәүге көнөндә ҡаланың Чайковский урамында 120 төп имән ултыртылһа, һуңғы көнөндә, 4 октябрҙә, «Урал аръяғы терраһы»нда суд приставы хеҙмәткәрҙәре 26 төп ҡарағай ултыртты. Ә Алтын ҡасабаһында йәшәүселәр үҙҙәре йәшәгән биҫтәне ҡайын һәм ҡарайғай биҙәүен теләне. Ғөмүмән, күмәк көс менән ҡалала 500-ҙән ашыу үҫенте ултыртылды.

Шуныһы ҡыуандыра: йылдан-йыл акцияға ҡушылыусылар арта. Тимәк, «Йәшел Башҡортостан»—ябай акция ғына түгел, ул киләсәкте хәстәрләүсе, барыһын бер идея аҫтына берләштереүсе сара. Уҡыусылар, студенттар, ирекмәндәр, хеҙмәт коллективтары бергәләшеп төбәкте йәшелерәк, күркәмерәк итергә теләүе һөйөндөрә. Улар һаны 2026 йылдың яҙында тағы ла күбәйер тигән өмөттәбеҙ.

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас