Бөтә яңылыҡтар
Экология
25 Июль 2025, 10:50

Тәбиғәтте яратҡан—тормошто ярата

Билдәле яҙыусы Леонид Андреевтың: «Тәбиғәтте яратмаған кешеләр тормошто яратмай, сөнки ҡояшҡа, зәңгәр күккә, донъяның бөтә илаһи матурлығына битараф ҡалып тормошто яратып булмай»,—тигән. Көн һайын әсәйем менән Шайморатов урамындағы бәләкәй генә урманға сәйәхәткә сығам. Бында кешеләрҙең күңелле ял итеүенең эҙемтәһен күреү бик ауыр. Барыһы ла шул тиклем ябай кеүек тойола: урманға ял итергә киләһең, тынлыҡтан, япраҡтарҙың шыбырлауынан, ҡоштарҙың һайрауынан ләззәт алаһың, саф һауа һулайһың, дуҫтар менән аралашаһың, көләһең, ашайһың, ял итәһең. Һәм аҙаҡтан бөтә нәмәне тиҙ генә тоҡҡа, пакеттарға йыйып, өйгә ҡайтып барғанда сүп-сар һауытына ҡалдырырға мөмкин. Әммә ошо бөтә ябай нәмә ысынбарлыҡта ҡатмарлы булып сыға. Ә тәбиғәтебеҙ барыһын да күрә, «кеше йылыһын» тоя, битарафлыҡҡа түҙә һәм беҙҙе шатландырыуын дауам итә.

Тәбиғәтте яратҡан—тормошто ярата
Тәбиғәтте яратҡан—тормошто ярата

Билдәле яҙыусы Леонид Андреевтың: «Тәбиғәтте яратмаған кешеләр тормошто яратмай, сөнки ҡояшҡа, зәңгәр күккә, донъяның бөтә илаһи матурлығына битараф ҡалып тормошто яратып булмай»,—тигән.

Көн һайын әсәйем менән Шайморатов урамындағы бәләкәй генә урманға сәйәхәткә сығам. Бында кешеләрҙең күңелле ял итеүенең эҙемтәһен күреү бик ауыр.

Барыһы ла шул тиклем ябай кеүек тойола: урманға ял итергә киләһең, тынлыҡтан, япраҡтарҙың шыбырлауынан, ҡоштарҙың һайрауынан ләззәт алаһың, саф һауа һулайһың, дуҫтар менән аралашаһың, көләһең, ашайһың, ял итәһең. Һәм аҙаҡтан бөтә нәмәне тиҙ генә тоҡҡа, пакеттарға йыйып, өйгә ҡайтып барғанда сүп-сар һауытына ҡалдырырға мөмкин. Әммә ошо бөтә ябай нәмә ысынбарлыҡта ҡатмарлы булып сыға.

Ә тәбиғәтебеҙ барыһын да күрә, «кеше йылыһын» тоя, битарафлыҡҡа түҙә һәм беҙҙе шатландырыуын дауам итә.

Тирә-яҡ мөхит пластик шешәне, быяланы, дымлы салфеткаларҙы, ҡағыҙҙы ниндәй арауыҡта туҙанға әйләндерә? Бәлки, бөтә кешеләр ҙә был хаҡта уйланмайҙыр. Әммә һандар ҡыуандырмай.

Мәҫәлән, пластик шешә 450 йылдан 1000 йылғаса серемәй ята. Был климатҡа һәм пластик составына бәйле.

Быяла 1000 йылдан һуң ғына тарҡалыуы ихтимал. Хәйер, белгестәр уны бөтөнләй тарҡалмай тип бара. Әлүмин банкалар юҡҡа сыҡһын өсөн 80 йылдан 500 йылғаса ваҡыт кәрәк. Еүеш салфеткаларҙы синтетик әйберҙән эшләйҙәр, тимәк, ул да оҙаҡ тарҡала, быға 50-500 йыл кәрәк.

Шулай итеп, экологияның төп дошмандары—кешеләр һәм уларҙың эшмәкәрлеге. Ер шарының ресурстары кеше өсөн бар мөһим нәмәне биргән, булдырған, шуға беҙ рәхмәтле булырға тейешбеҙ. Бының өсөн әллә ни ҙур көс һалырға ла кәрәкмәй бит, бары тик ябай ғына ғәҙәттәрҙе үҙләштерергә кәрәк.

Тәбиғәттә ял иткәндән һуң, үҙ артығыҙҙан сүп-сарҙы йыйып алыу өсөн бары 10 минут ваҡыт кәрәк. Шул рәүешле Ер шарына ярҙам итеп кенә ҡалмайбыҙ, ә балаларға, үҫеп килгән быуынға өлгө күрһәтәбеҙ.

 

 

РОЗАЛИЯ БАЙБУЛОВА.

Тәбиғәтте яратҡан—тормошто ярата
Тәбиғәтте яратҡан—тормошто ярата
Тәбиғәтте яратҡан—тормошто ярата
Автор: Резеда Валиева
Читайте нас