Акция быйылғы һыу инеү миҙгеле башланыу алдынан һәм һыу объекттарында санитар тәртип булдырыу йәһәтенән, халыҡ күпләп ял иткән һыу ятҡылыҡтары, йылғалар буйын сүп-сарҙан таҙартыуҙы төп маҡсат итеп ҡуя. Сара барышында һыу ятҡылыҡтары, йылғалар буйында йәй буйына йыйылған сүп-сарҙы таҙартыу ойошторола. Сара тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш талап ителеүен һәм йылға буйында ял иткәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү тураһында иҫкәртеүҙе лә күҙ уңында тота. Бындай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Экология” милли проекты сиктәрендә йыл һайын ойошторола. Тирә-яҡ мөхиткә һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш булдырыу – йәштәрҙе тәрбиәләүҙең алмаштырғыһыҙ өлөшө. Бергә экологик өмәләрҙә ҡатнашып, үҙҙәренең генә биләмәһен таҙартыуҙа сикләнмәй, тағы ла яуаплыраҡҡа һәм хәстәрлерәккә әйләнә.