Былтыр Башҡортостандың һыу ятҡылыҡтарына 474 426 уҡбалыҡтар, шул иҫәптән Ағиҙел йылғаһына 60 507 суртан (шуларҙың 24 меңе Йылайыр районында) еберәлгән. Быйыл балыҡтарҙы шул уҡ күләмдә ебәрергә планлаштыралар. Был эш һөҙөмтәһендә Ағиҙелдә уҡбалыҡтар күпләп тарала, популяция тергеҙелә. Улар күбәйгән осраҡта уны Башҡортостандың Ҡыҙыл китабынан алырға ла мөмкин буласаҡ.
—Мәскәү өлкәһенең балыҡсылыҡ хужалығынан суртандар Баймаҡ районына алып киленә. Уларҙы бөгөн, 30 майҙа, 16.00 сәғәттә Граф күленә ебәрәбеҙ. Унда һәр кем ҡатнаша ала. Был хәлгә төбәк халҡы шат булыр, тип ышанам. Һис шикһеҙ, был балыҡтар күлдең экосистемаһына ыңғай йоғонто яһаясаҡ,—тип белдерә депутат.