Хәйбулла районында «Тере шишмә» конкурсы иғлан ителде, ул райондың барлыҡҡа килеүенә 95 йыл тулыуға арнала. Конкурстың төп маҡсаты—халыҡтың экологик мәҙәниәтен үҫтереү, тирә-яҡҡа һаҡсыл ҡараш уятыу, һыу ресурстарын һаҡлау.