Бөтә яңылыҡтар
Экология
28 Апрель 2025, 10:55

Сауыр, миләш һәм шыршы Үҫеп китһә, бик яҡшы!

Сибайҙар сираттағы «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ҡушылды.

Сауыр, миләш һәм шыршы Үҫеп китһә, бик яҡшы!
Сауыр, миләш һәм шыршы Үҫеп китһә, бик яҡшы!

Сибайҙар сираттағы «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ҡушылды. Хакимиәт башлығы Сергей Озерцов коллегалары һәм ҡала ҡунағы, Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы Илһам Фәтҡуллин менән бергә куранттар янына сауыр (туя) ҡыуаҡтары ултыртты.

Еңеү паркында иһә, Мәңгелек ут янында, «Туған тамырҙар— ныҡлы бәйләнеш» акцияһы үтте. Сибай ҡалаһы Советы депутаттары, шулай уҡ башҡа ҡалаларҙан килгән яҡташтарыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары иҫтәлегенә 11 төп күк шыршы ултыртты. Һәр ағасҡа акцияла ҡатнашыусының исеме яҙып эленде.

Ҡаланы йәшелләндереүгә Үҙәк ҡала дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре лә үҙ өлөшөн индер6е, улар поликлиника бинаһы янына 19 төп миләш ултыртты. Автотранспорт предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре Таусылар скверын ике йәш шыршы менән биҙәне.

 

Шулай уҡ коллективтар өмәгә сыҡты, М.Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы таҙартылды.

 

«Йәшел Башҡортостан» акцияһына һәм өмәләргә һәр кем ҡушыла ала. Йәшәгән төбәгебеҙҙе матурыраҡ, таҙараҡ, йәшелерәк итеүгә өлөш индерегеҙ!

Сауыр, миләш һәм шыршы Үҫеп китһә, бик яҡшы!
Сауыр, миләш һәм шыршы Үҫеп китһә, бик яҡшы!
Автор: Резеда Валиева
Читайте нас