Бөтә яңылыҡтар
Экология
23 Апрель 2025, 17:45

Тәбиғәткә һөйөү берләштерҙе

Талҡаҫ күлен «Урал ынйыһы» тип йөрөтәләр. Республикабыҙҙың иң таҙа күле иҫәпләнгән һыу ятҡылығы, ҡыҙғанысҡа күрә, йылдан-йыл һайыға, бысрай. Ял итеүселәрҙең тәртипһеҙ ҡыланыуы, бөтә сүп-сарын ярҙа ҡалдырып китеүе, күл тирәләй үҫкән ағастарҙың кәмеүе тәбиғәт яратыусыларҙы борсмай ҡалмай. Бөгөн күлде һаҡлау проблемаһы көнүҙәккә әйләнде. Ошондай мәлдә етәкселәребеҙҙең, Дәүләт Думаһы депутатының халыҡты ишетеүе, өмә ойоштороуы, хатта өмәгә үҙҙәренең ҡушылыуы һөйөнөслө.

—Һәр кем үҙенән башларға тейеш. Әлеге акция 6-сы тапҡыр ойошторола. Шуныһы ҡыуандыра: өмәгә килеүселәр арта, ә ҡый кәмей бара. Бына был юлы 218 тоҡ ҡый йыйҙыҡ, күлгә ҡойған ике инеште таҙаланыҡ, кәртәләнек, 200 төп ҡарағай ултырттыҡ. Киләһе өмә 9 авгусҡа планлаштырыла. Тәүҙә күл тирәләй кросс үтәсәк, унан йәнә өмә ойоштороласаҡ,—тине Зариф Зәкир улы.
Уның һүҙҙәрен Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов та хупланы:
—Кемдеңдер ситтән килеп ойоштороуын көтөргә кәрәкмәй. Сүп-сар күрәһең икән ал, йыйыштыр, өлгө күрһәт, ағас ултырт. Шул саҡта ғына тәбиғәтте һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ. Әйҙәгеҙ, тирә-яҡҡа битараф булмайыҡ! Талҡаҫ янында эш бының менән туҡталып ҡалмаҫ, тағы ла күберәк ағас ултыртырбыҙ. Ә әлеге өмәгә килгән һәр кемгә рәхмәтлемен.
Экологик өмәлә Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры урынбаҫары Инна Антонова, Урман хужалығы министры урынбаҫары Альберт Зәкиров та ҡатнашты. Ведомстволар тарафынан ағас үҫентеләре, ҡый йыйыуға тоҡтар, бирсәткәләр бирелде, Урман сәнәғәте союзы шишмәләрҙе кәртәләүгә материалдар бүлде.
Акцияға коллектив менән ҡушы-
лыусылар бик күп ине. Мәҫә-лән, Баймаҡ районы урман ху-жалығынан, Темәс ауылы табип
амбулаторияһынан, Баймаҡ ҡалаһы-
ның «Айыуҡай» балалар баҡсаһынан, «Башҡорт баҡыры» йәмғиәтенөн бергәләшеп өмәгә ҡушылғандар. Сибай күп профилле һөнәри белем биреү колледжынан, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжынан, Сибай институтынан студенттар килгән, Түбә мәктәбе уҡыусылары ла ситтә ҡалмаған. Сибай ҡалаһынан ирекмәндәр, Баймаҡ хакимиәте янындағы «Ватанды һаҡлаусылар» фонды координаторҙары ихлас эшләне. Балалар, йәштәр янында оло йәштәгеләр ҙә бик күп ине. Мәҫәлән, Баймаҡ ҡалаһынан 80 йәшлек Разия Нурый ҡыҙы һәм 83 йәшлек Рәүил Асфар улы Насыровтар, Сибай ҡалаһынан 73 йәшлек Гөлшат Хәмзә ҡыҙы Әхмәтйәнова, Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылынан 71 йәшлек Дамира Дамулла ҡыҙы һәм 76 йәшлек Фәйзрахман Егетбай улы Усмановтар үҙ өлгөһөндә үрнәк күрһәтте. Өмәселәр араһында Иҫке Сибай ауылы егетен—махсус хәрби операциянан бер аяғын юғалтып ҡайтҡан яугир Рөстәм Ишмурзинды ла осраттыҡ.
—Махсус операцияға үҙ иркем менән барғайным, яуҙа ике йыл булдым. Яраланыу сәбәпле ҡайттым. Әлеге өмәгә ҡатыным менән килдем,—ти ул.
Эйе, Ватанды ҡорал менән генә түгел, ә ҡулға көрәк тотоп,
ағас ултыртып, тирә-яҡты таҙалап та һаҡларға була.
Бының өсөн йөрәгеңдә тыуған ереңә ҡарата һөйөү генә булырға тейеш. Йәшәгән еребеҙҙе яратайыҡ, ҡурсалайыҡ, таҙа тотайыҡ!

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас