Бөтә яңылыҡтар
Экология
21 Апрель 2025, 10:15

Байғусҡарҙар сыҡты өмәгә

300-гә яҡын ҡарағай ултырттылар

Байғусҡарҙар сыҡты өмәгә
Байғусҡарҙар сыҡты өмәгә

Хәйбулла районы Байғусҡар ауылы халҡы бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап өмә үткәргән.
—Ике ауыл араһы юл ҡырлатып кәртәләп алынды һәм 300-гә яҡын ҡарағай үҫентеләрен матурлап тәрбиәләп ултыртылар.
Шулай уҡ былтырғы үҫентеләрҙе лә нығытып, рәт араларын таҙартыу, ҡоймаларҙы нығытыу эштәре башҡарылды. Ошо изге эштә ҡатнашҡан ауылдаштарға ҙур рәхмәт. Алдағы көндәрҙә Бөйөк Ватан Һуғышы ветерандарына арнап һәйкәл тирәләй ағастар ултыртыу күҙаллана,—тип хәбәр итә ауыл халҡы.

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас