-9 °С
Болотло
— Һәр яҙ "Баймаҡ" стелаһы яны тәбиғәт яратыусыларҙы магнит кеүек үҙенә тарта. Сөнки бында яҙҙың тәүге сәскәләре - умырзаялар баш ҡалҡыта. Әммә яуапһыҙ кешеләр тәбиғәт ҡосағында сүп -сар ҡалдырып китергә тартынмай. Тау битләүендәге шешәләрҙе, салфеткаларҙы һәм башҡаһын күреп битараф ҡала алманым. Коллегалар менән барып таҙаланыҡ. Минеңсә, һәр кем үҙенән башларға тейеш, - ти Баймаҡ районы мәғариф бүлегендә эшләүсе Мерәҫ ауылы ҡыҙы Нурия Яҡшығолова.
Йәш ҡыҙҙың өлгө күрһәтеүе ҡыуандыра. Илен, ерен, халҡын яратҡан, киләсәкте уйлаған замандаштарыбыҙ һоҡландыра. Нурияға һәм уның коллегаларына оло рәхмәт!