Бөтә яңылыҡтар
Экология
7 Апрель 2025, 11:10

Әйҙәгеҙ, Талҡаҫ янын таҙалайыҡ һәм ағастар ултыртайыҡ!

Билдәле булыуынса, Дәүләт Думаһы депутаты З.З.Байғусҡаров инициативаһы менән Талҡаҫ буйында экологик акция ойоштороу күркәм йолаға әүерелде. Быйыл уны киңерәк масштабта үткәреү, яр буйҙарын таҙалау, күлгә ҡойған инештәрҙе таҙартыу, кәртәләү һәм ағастар ултыртыу планлаштырыла. Барығыҙҙы ла 19 апрелдә өмәгә саҡырабыҙ. Талҡаҫ буйында ял итергә яратҡан һәр кем акцияға ҡушылыр тип өмөт итәбеҙ!

Әйҙәгеҙ, Талҡаҫ янын таҙалайыҡ һәм ағастар ултыртайыҡ!
Әйҙәгеҙ, Талҡаҫ янын таҙалайыҡ һәм ағастар ултыртайыҡ!

Хөрмәтле яҡташтар!

19 апрелдә, йола буйынса, «Таҙа Талҡаҫ» экологик акцияһын үткәреү планлаштырыла.

Сара программаһы:

—Талҡаҫ күлен таҙартыу

- эргә-тирәләге биләмәлә ылыҫлы ағастар ултыртыу

-Талҡаҫ күлен туҡландырыусы шишмәләрҙе таҙартыу һәм уларҙы кәртәләү.

Үҙ ерен яратҡан һәм тәбиғәт тураһында хәстәрлек күргән һәр кемде акцияла ҡатнашырға саҡырам. Һеҙҙең ҡатнашыуығыҙ тыуған яҡтың тәбиғәтен һаҡларға ярҙам итәсәк һәм уны таҙараҡ һәм матурыраҡ итәсәк. Балалар менән килегеҙ! Йыйылыу ваҡыты һәм урыны: сәғәт 11:00 сәғәттә, күлдең төньяҡ яры( Түбә ауылына киткән яҡ).

Белешмәләр өсөн: 8 (937) 314 88 08.

 

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Зәкир улы Байғусҡаров.

 

 

 

ФОТО архивтан

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас