Үткән шәмбе республикабыҙҙа "Йәшел Башҡортостан" экологик акцияһының көҙгө этабының берҙәм көнө үтте. Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә билдәләүенсә, киң күләмле сара мәлендә барлығы 4 мең эре ағас, 15,6 мең ҡыуаҡ һәм үҫенте ултыртылған. Бынан тыш, район һәм ҡалаларҙа тематик аллеялар барлыҡҡа килгән.
—Мин һәр саҡ коллегаларыма эшкә комплекслы ҡарарға ҡушам. Сөнки был акцияның төп маҡсаты ағас ултыртыу ғына түгел. Беҙ ҡала һәм ауылдарҙың заманса йөҙөн, замандаштарыбыҙ өсөн уңайлы, матур мөхит булдырабыҙ. "Йәшел Башҡортостан" акцияһын йыл да яҙлы-көҙлө уҙғарабыҙ. 2019 йылдан 170 мең эре ағас, 1,5 миллион үҫенте һәм ҡыуаҡ ултыртылды, 800 яңы исемле аллея булдырылды. Сарала ҡатнашыусы һәр кемгә рәхмәтлемен,—ти Радий Фәрит улы.
Беҙҙең төбәк халҡы ла акцияға йыл да теләп ҡушыла. Һәр коллектив үҙенә беркетелгән биләмәгә ағастар, үҫентеләр ултырта.
—Сибайҙар экологик акцияға теләп ҡушылды. Ағас ултыртып ҡына ҡалманы, шул биләмәне таҙаланы. Был көндө беҙгә Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Васильевич Ковшов ҡушылды. Бергәләшеп Сибай концерт-театр берекмәһе янындағы майҙанға шыршылар ултырттыҡ. "Йәшел Башҡортостан" акцияһы менән менән генә туҡталмай, киләсәктә ҡалалаштарҙы саранан ситтә ҡалмаҫҡа саҡырам,—ти Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығын вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Сергей Озерцов.
Сибай ҡалаһының Ветерандар һәм Йәштәр скверында, "Труд" стадионында, мәктәп һәм балалар баҡсаһы территорияларында 137 төп шыршы ултыртылған.
Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов иһә был көндө райондаштары менән Аҡъяр урамына пирамидаль тирәктәр ултыртты. Нәҡ ошо ағастар был ерлеккә берегеп үҫә икән. Баймаҡ һәм Йылайыр райондары халҡы ла экологик инициативанан ситтә ҡалманы. Баймаҡта уҙған мөһим сарала Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Елена Ғәлимуллина ҡатнашлығында миләштәр ултыртылған. Акцияла махсус хәрби операциянан ялға ҡайтыусы егеттәр ҙә ҡатнашҡан.
Ултыртылған ағас-ҡыуаҡтар ерегер, төбәгебеҙ йәшеллеген арттырып, тирә-яҡҡа йәм биреп үҫер. Акцияны хуплайбыҙ һәм экологик сараларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ.